ИХ, ҠЫМЫҘСЫЛАРЫ!
Башҡортостанда йыл да үткәрелгән "Ҡымыҙфест" республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл ул, коронавирус пандемияһы сәбәпле, тәүге тапҡыр онлайн форматта уҙғарылды. Башҡорт халҡының боронғо кәсептәренең береһен һаҡлап ҡалыу, үҫтереүгә йүнәлтелгән проектты Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.
Конкурста ҡатнашыу өсөн һәр етештереүсе үҙ продукцияһы тураһында видеоролик төшөрөп, БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң "YouTube" каналында урынлаштырҙы. Һөҙөмтәлә I урынды Әбйәлил районы "Тамъян" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ҡымыҙсыһы Гөлназ Әминева (һүрәттә уртала) яуланы. Рязань өлкәһе, Рыбнов районы, Дивово ҡасабаһынан "Йылҡысылыҡ Бөтә Рәсәй ғилми тикшеренеү үҙәге" төшөргән видеояҙма II урын, ә Бүздәк районы Күҙәй ауылынан Альбина Сәлимоваға видеояҙмаһы өсөн III урын бирелде. Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылынан Гүзәлиә Рәхмәтуллина "Әүҙем ҡатнашҡан өсөн" һәм "Ҡыҙыл Яр" урыҫ тарихи-мәҙәни үҙәк методисы Алена Шәмсетдинова "Иң билдәле ҡымыҙ" номинацияларында жюриҙың махсус приздары менән билдәләнде. Әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 170-кә яҡын ҡымыҙ эшләү фермаһы бар, унда 8 мең баш йылҡы көтәләр. Был Рәсәйҙә үрсетелгән йылҡы һанының 9 процентын тәшкил итһә лә, ил буйынса бейә һөтөн етештереүҙең 45 проценты - 3,7 мең тонна, беҙҙең республикаға тура килә.
бынағайыш
МИҘАЛДЫҢ ИКЕНСЕ ЯҒЫ
Яңыраҡ, мәҫәлән, үҙенең банк картаһы ғәмәлдә булмау сәбәпле, балалар аҡсаһын ире алып ятыуы, ләкин ғаиләһенә бер тин дә эләкмәүе хаҡында зарланыусы тағы бер яҙма килеп сыҡты...
уйлыға - уй
АТАЙ НИГЕҘЕН ҺАТМАҒЫҘ, ЙӘҒНИ СИТТӘ ЭШЛӘГӘН УЛАНДАРЫБЫҘҒА МӨРӘЖӘҒӘТ
Төпкө аңда ятҡан тойғо - кеше булмышының асылы ерҙә икәнен аңлау тойғоһо уянған хәҙер уларҙа. Бигерәк тә хәҙерге коронавирус афәтенән һуң уларҙың күҙҙәре нығыраҡ асылды.
көнауаз
АЛТЫН УРТАЛЫҠ ҠАЙҘА?
Ике яҡты ла тыңлап, был диалогты асыҡ киңлеккә сығарыу кәрәк. Минеңсә, мәсьәләне көс ҡулланып хәл итергә тырышыу төбәк власына ышанысты юғалтыуға, республикала ҙур бүленешкә һәм агрессия үҫеүгә килтерәсәк.
ырыуың кем?
ЙЫЛАН ЫРЫУЫНАН, БОРОНҒО БАШҠОРТ ЗАТЫНАН БЕҘ
"Курал һәм Башгурд иленә килгәндә, уларҙың кешеләре буйһонмаҫ һәм мәкерле халыҡтарҙан ине. Үҙҙәренең тәкәбберлеге һәм ғорурлығы арҡаһында улар бер генә хаким алдында ла баш эймәҫ ине".
ҡыҙыҡлы әңгәмә
БЕҘҘЕҢ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЫ ӘХМӘТБАҠЫЙ ХӘҘРӘТ БҮЛӘСӘРЕ УЛ
Һәр хәлдә, етәксе булырға яҙғас, үҙеңдең аҡыл һәм тәжрибә бизмәнең булырға тейеш. Ҡарар ҡабул итәһең, төп стратегия-эштең барышын билдәләйһең, эшеңде бөтә халыҡ һәм ил тормошона ярашлы алға алып бараһың.
күңел мөһөрө
СӘСӘН ТАШЫ
Ә Ғәбит сәсән бер һөйләй башлаһа, туҡтай алмай, онотолоп китә, көлгән ерҙә көлөп ебәрә, илаған ерҙә илай, хатта ҡайсаҡ урынында тороп сыҙашмай, ергә ултыра, аунай, йырлап-бейеп тә ала...
һабаҡтар
БЕР НӘМӘ ЛӘ ОСРАҠЛЫ БУЛМАЙ
Ниндәй ҙә булһа күңелһеҙлеккә осраһаҡ ҡына йәки уйлағаныбыҙ алдыбыҙға килмәһә, дөрөҫөрәге, үҙебеҙ теләгәнсә булмаһа, бер аҙ уйланабыҙ, ғәйеплеләрҙе эҙләйбеҙ.
һабаҡтар
ЙӘШЛЕК НИСЕК ТӘ ҮТӘ, ҠАРТЛЫҠТА БӘХЕТ КӘРӘК
- Әле бына атайҙы ерләшергә ҡайттым да бер ыңғайҙан туғандарҙы барлап йөрөйөм, - тине ул. - Иҫән сағында бер тапҡыр ҙа күрергә насип булмағайны, әле бына һуңғы юлға оҙаттым.
айығайыҡ, йәмәғәт!
БАЛАЛАРҒА БЫЛ ЯМАН ҒӘҘӘТ ЙОҠМАҺЫН
Эскелектең һаулыҡҡа, иҡтисадҡа, йәмғиәт һәм ғаилә именлегенә, тыуасаҡ балалар сәләмәтлегенә ҙур зыян килтереүен һәр беребеҙ белә. Белә, әммә унан баш тартырға теләүселәр генә аҙ.
һәр кем ҡолағына
АУЫРЫУЫҢ СӘБӘБЕН КҮҢЕЛ ТОРОШОҢДАН ЭҘЛӘ
Арҡаның аҫҡы өлөшө финанс мәсьәләһе өсөн яуаплы. Әгәр матди хәлегеҙ менән ҡәнәғәт булмаһағыҙ, билегеҙ ауыртҡанына ғәжәпләнмәгеҙ. Матди килем тураһында көн-төн уйлаған йәки күп тотонған кешеләрҙә йыш осрай был сир.
һай-һай-һай!
ЭПОСТЫ ӨЙҘӘН ТОРОП ҺӨЙЛӘНЕЛӘР
"Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсы быйыл дистанцион рәүештә уҙғарылды. Егерме икенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста Башҡортостандың 31 район һәм 7 ҡала округтарынан, Татарстан, Ханты-Манси автономиялы округы, Канаданан 101 уҡыусы ҡатнашты.
|