Эскелектең һаулыҡҡа, иҡтисадҡа, йәмғиәт һәм ғаилә именлегенә, тыуасаҡ балалар сәләмәтлегенә ҙур зыян килтереүен һәр беребеҙ белә. Белә, әммә унан баш тартырға теләүселәр генә аҙ.
Эскән кеше һәр ваҡыт үҙенә аҡлау таба. Берәүҙәр ҡунаҡта ғына эсеүен әйтә. Икенселәр ауырыуға, өсөнсөләр проблемаларына һылтана. Йәнәһе лә, аҙыраҡ эсһәң, онотолаһың, хәл еңеләйә һәм башҡалар. Байрамда ғына эсһә лә, иҫергәнсе ҡырын тейәмәһә лә, эскән кешеләрҙең барыһы ла хәүеф төркөмөндә. Эш бит алкоголикка әйләнеүҙә генә түгел. Ә иҫерткес эсемлектең зыянында. Бер тапҡыр эсеп тә әллә ниндәй фажиғәләргә сәбәпсе булыуың ихтимал.
Күңел төшөнкөлөгөнән, стрестан ҡасыу маҡсатында ҡулына шешә алғандар янында йәшәгәндәргә түҙемлек бирһен. "Миңә ҡыйын. Эсергә хаҡым бар", - тигән кешегә нисек ҡаршы тораһың? Депрессияла булған бәндә өсөн үҙе һәм уның ғазабы ғына бар, сөнки ул - эгоист. Ул фәҡәт үҙен һәм проблемаһын ғына уйлай. Уның өсөн башҡалар юҡ. Үҙенең эсеүе менән эргә-тирәһендәгеләргә ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырыуы хаҡында уйламай. Ул булған аҡсаһын эсеп бөтөргә, булмаһа, йорттан алып сығып һатырға, урларға мөмкин. Баш төҙәтергә тапмаһа, яҡындарын рәнйетә, ҡул күтәрә, туҡмай. Алкоголизм - ул ауырыу, әммә үҙең теләп алған сир. Унан дауаланыу ифрат ауыр, әгәр эскесе үҙе теләмәһә, яҡшы һөҙөмтәне көтөргә лә түгел.
Эскән кеше күберәк тормош ауырлығына зарлана. Йәнәһе лә, эшендә етәксе ҡысҡыра, эш юғалтыуҙан ҡурҡа, өйҙә ҡатын - тун, балалар айфон һорай. Етеш йәшәгәндәр - яратҡыһы, яратылғыһы, осто осҡа ялғап йәшәгәндәр матур кейенгеһе, хыялдарын тормошҡа ашырғыһы килә... Берәүҙәр күршеһе менән ярыша, икенселәр туғанынан көнләшә. Ҡыҫҡаһы, эсергә сәбәбен таба ундайҙар. Тормош ауырлығына зарланғандарға шуны еткергем килә: ҡасан еңел булған һуң? Аслыҡ-яланғаслыҡты, яу афәтен күргән өләсәй-олатайҙарың, әллә һуғыштан һуң ауыр йылдарҙа буй еткергән әсәй-атайың яҡшы йәшәгәнме? Был һорауға эскесе, әлбиттә, "Миңә генә ҡыйын", тип яуаплаясаҡ. Шуны иҫбат итер өсөн мең һылтау табасаҡ.
Шулай ҙа эскелеккә ҡаршы алып барған эш үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Айыҡ туйҙар, байрамдар үткәрелә. Яйлап ҡына сәләмәт тормош модаға инә башланы. Шулай ҙа табын артында, эсмәйем, тип ҡулына рюмка алмағандарға сәйерһенеп ҡарағандар ҙа бар әле һаман. Минең үҙемдең иптәшем эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Шуны белһә лә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре уға әле лә ғәжәпләнеп ҡарай. Хәмер ҙә, тәмәке лә ғаилә бюджетын, кеҫәне таҡырайтыусы ғына түгел, ә һаулыҡҡа ныҡ зыян килтереүсе зарарлы ғәҙәт тә. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, шуны әйтергә теләйем: йәш быуын, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ уға бирелмәһен өсөн бөгөн ҙур тәрбиә эшен башларға кәрәк. Мәктәптә түгел, ә балалар баҡсаһында уҡ кескәйҙәр араҡы һәм тәмәкенең йәмғиәткә, иҡтисадҡа, сәләмәтлеккә, матурлыҡҡа килтергән зыяны хаҡында белергә тейеш. Бала саҡта һалынған онотолмай бит ул. Уларҙың күңеленә орлоҡ һалып ҡуйыу кәрәк...
Гөлшат ХАЖИЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА