«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№28, 12 - 18 июль, 2014

САЛАУАТ БАТЫР

Сосланбәк Тавасиевҡа - яҡташтарым, ер-һыуым, заманым исеменән
Сабып сығып сал быуаттар аша,
Сапсындырып суйын саптарын.
Оран һалып илгә, һай, Салауат
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.

Арыҫлан ир, яугир, шағир ҡото
Айбарланған батыр һынында.
Дошмандарын айҡар йәшен ише
Ай-ҡылысы ятыр ҡынында.

Үрткә тотҡан ауылдарҙың ҡуҙы
Дөрләп яныр бөркөт күҙендә.
Йолҡоп алған тотҡондарҙың теле
Ажар сәсер сәсән һүҙендә!..

Ҡоштар осоп етмәҫ утрауҙарға -
Ҡайҙа ғына батша һөрмәһен,
Утлы тамға өтөр киң маңлайын,
Тик бөгөлмәҫ бығау-төрмәһе...

Илкәйенең хөр көндәрен даулап,
Ирек, Ырыҫ, Хаҡлыҡ хаҡына,
Сал быуаттар аша сапты, сапты,
Сапты һаман ғәзиз халҡына.

Йөҙөп сыҡты етмеш даръяларҙы,
Ярып сыҡты етмеш тауҙарҙы,
Ҡуй һарыҡтай турай-турай сапты
Ҡаршы сыҡҡан етмеш яуҙарҙы.

Ят тупраҡта ятып ҡалғанда ла
Аҫыл һөйәк, изге исеме,
Үҙенән дә ғәййәр яугирҙарҙың
Тел осонда булды исеме.

Ҡаһым түрә утлы Париждарға
Алғасҡыла бәреп кергәндә,
Салауаттың һынын олатайҙар
Еңеү тауы итеп күргәндәр.
Питер эшселәре башҡортома
Әләм тотторғас та ҡыҙылдан,
Ҡылысындай сыңлап Салауаттың,
Пулковтарҙа ҡалды беҙҙең дан.

Ул Шаһиттай шыуҙы, ҡаны һарҡып,
Кронштадттың боҙо өҫтөнән,
Башлап таҡты "Ҡыҙыл Байраҡ"ты ла
Күкрәгенә ғорур төҫ менән.

Ҡайҙа ғына ул ҡурайын һыҙмаҫ,
Ат һуғармаҫ ҡайһы йылғанан, -
Ватан ҡушҡас, утлы өйөрмәһен
Ул Эльбаға илтте Волганан!..

Батыр данын йылдар юя алмай,
Ел-дауылға ул бит ҡарамай:
Әле булһа һаҡлай фармандарын
Ҡыуышында солоҡ-ҡарағай.

Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры тынмаҫ илдә,
Еңә алмай рухын ҡорал-дау.

Хас дошмандар әле сиктәр аша
Хөр халҡыма күпме таш сөймәҫ.
Батшаларға башын эймәгәнде
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ, -

Пугачевы менән Салауатым,
Сапсындырып суйын саптарын,
Сәсән теле менән сәмләндереп,
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын!..

Рәми ҒАРИПОВ.

афарин!
САЛАУАТТЫҢ РУХЫ, ШИҒРИ ҺҮҘЕ...
сал быуаттар аша елеп ҡайтты

Тарихи хәтеребеҙҙе нығытып торған Урал тауынан, ошо ерҙән, ошо һауанан, ошо һыуҙарҙан һәм, әлбиттә, "Салауат йыйыны"нда тулыһынса тиерлек сағылыш тапҡан рухи мөхитебеҙҙән башҡорт халҡы көс-ҡеүәт ала.

килешмәйем!
АҠЫЛҒА УЛТЫРЫУ...
дәрестә аҡыллы ултырыуҙан башлана

Уҡытыу, тәрбиә процесы менән шөғөлләнеү урынына, судтарҙа ваҡыт үткәргән мәғариф етәкселәрен йәлләп тә ҡуям. Әгәр ҙә баяғы закон проекты үҙ көсөнә инеп, уҡытыусылар судлаша башлаһа, уҡыу процесы нисек булыр икән?

ҡоролтай зыңғыры
ИЛҺӨЙӘРЛЕК...
һүҙҙә түгел, күҙҙә сағыла

Глобалләшеү шарттарында башҡорттарҙың үҙенсәлеген, халҡыбыҙҙың тарихын һәм шәхестәребеҙҙең ролен боҙоп күрһәтергә тырышыуҙарға ҡаршы тороу, йәштәребеҙҙе рух-әхлаҡ нормаларында, илһөйәр итеп тәрбиәләү тора.

тарихи хәҡиҡәт
ҠОШ СӨЙӨП ҺУНАР ИТЕҮ

Башҡорттар өсөн бөркөттәрҙе йәрминкәләрҙә һатыу иҡтисади яҡтан күпкә килемлерәк була. Өйрәтелгән ҡоштарҙы икмәккә алыштырған осраҡтар әҙ булмай.

диалог
ЭШҠЫУАРЛЫҠҠА БАЙЫҒЫУ ӨСӨН КИЛӘЛӘРМЕ?
Юҡ, ғаиләне аҫырау өсөн

Беҙҙең йәшәйеште бай йәшәү, байығыу тип атап та булмай. Әгәр кеше сит илдәрҙә ер һатып ала алһа, шул осраҡта ул кешене бай кеше тип әйтергә булыр ине. Ә минең фатирым да банктыҡы - ипотека түләйем, мин әле бай түгелмен.

мөғжизәле донъя
ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ...
уйҙырма түгел

Урманда үҙ мылтығынан үлеп ҡалған кешеләр тураһында ишеткәнем булды. Ошонан һуң еләккә, бәшмәккә барһам да, башҡа йомоштарым менән керһәм дә, урман хужаһына ниәтемде әйтеп, рөхсәт һорар булдым.

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru