БЕҘҘЕКЕЛӘР!
Республика йортонда журналистарҙы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Был юлы 16 дәғүәсе араһынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны "Киске Өфө" гәзите хәбәрсеһе Миләүшә Ҡаһарманова (Хәбилова), "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының "Юлдаш" радиоһы комментаторы Венера Ситдиҡова һәм "Ватандаш" журналы авторы, ғалим Энгель Зәйнетдинов яуланы.
Лауреаттарҙы ҡотлап, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов: "Журналист һүҙе йәмғиәт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Тап журналистар үҙҙәрендә барлыҡ яңылыҡтарҙы, ошо материалдарҙы анализлай һәм еткерә белеү оҫталығын туплай. Бигерәк тә республиканың 100 йыллығы алдынан журналистарҙың роле бермә-бер арта: беҙгә республиканың ойошторолоу, үҫеш һәм сәскә атыу тарихын, уның көслө төбәк булараҡ имиджын яҡларға тырышыуыбыҙҙы халыҡҡа еткерергә кәрәк", - тине һәм уларға ҡәләм үткерлеге теләне.
кинәйә
ИТӘҒӘТЛЕЛЕК ҺӘР ЗАМАНДА КӘРӘК
Һатыусы, йәиһә башҡа һөнәр эйәһенең кешеләргә булған ҡырыҫлығын аңларға булһа, шундай насар холоҡло табип йәиһә шәфҡәт туташы бөтөнләйгә дауахана тирәһендә булырға тейеш түгел, тип һанайым.
сәләмәтлек әлифбаһы
БАШҠОРТТОҢ ҠУНАҠСЫЛЛЫҒЫ ЙӨРӘККӘ ЛӘ, БАУЫРҒА ЛА КӨСӨРГӘНЕШ
Шулай уҡ бер-береңдән уҙҙырырға, кем менәндер ярышырға ла кәрәкмәй. Иң мөһиме - башҡаларға оҡшарға тырышмағыҙ, үҙегеҙҙең стилегеҙ, үҙенсәлегегеҙ булһын, үҙегеҙ менән гармонияла йәшәгеҙ.
ағинәйҙәр мәктәбе
"АРАЛАШЫУ" ТИГӘН МӨҺИМ ЙӘШӘЙЕШ ҠАНУНЫ ТЕРГЕҘЕЛӘ
Улар йәшәйешебеҙҙең бер етешһеҙлегенә әйләнә барған "үҙ донъяңа, үҙ эсеңә бикләнеү" тигәндән ҡотолоу юлдарын эҙләй. Аралашыу тигән мөһим ҡанунды аяҡҡа баҫтыра.
ҡыҫҡа әңгәмә
ЫРЫМБУРҘАР РЕСПУБЛИКА МЕНӘН БЕРГӘ ТЫН АЛА
Ошо көндәрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы Ырымбур өлкәһенә барып ҡайтты. Үрге Ильяс ауылында халыҡ сәсәне, башҡорт әҙәбиәте классигы Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыу уңайынан иҫтәлекле стела асылды.
|