«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУРҘАР РЕСПУБЛИКА МЕНӘН БЕРГӘ ТЫН АЛА
+  - 

Ошо көндәрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы Ырымбур өлкәһенә барып ҡайтты. Үрге Ильяс ауылында халыҡ сәсәне, башҡорт әҙәбиәте классигы Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыу уңайынан иҫтәлекле стела асылды. Был үҙенсәлекле сәфәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсатынан делегация етәксеһе, Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы ҠАЛМАНТАЕВҡа мөрәжәғәт иттек.

Ырымбур еренең данлы улы Мөхәмәтша Буранғоловтың шәхесенә Һеҙ ниндәй баһа бирәһегеҙ?

- Ул мәҙәни мираҫы менән үҙенең исемен башҡорт халҡының мәҙәни тарихына алтын хәрефтәр менән яҙып ҡалдырған шәхес. "Урал батыр" эпосына бөтөн донъя халҡы һоҡлана. Был бөйөк мираҫтың беҙҙең көндәргә килеп етеүе менән беҙ уға бурыслыбыҙ. Ошо факт ҡына ла уның шәхесен әһәмиәтле итә. Сәсәндәр эпосты барыһына ла һөйләмәгән, ә Мөхәмәтша Буранғоловҡа, тимәк, ышанғандар. Уның белемле булыуына, эпосты һаҡлай аласағына ышанғандар. Филолог-ғалимдар уның хәтеренең шәп булыуын билдәләй, был да уның тәбиғи һәләте тураһында һөйләй. Сәсәнлек сифаты булған унда, шуға ла сәсәндәр мәктәбен тап уның дауам итеүенә лә аптырарға түгел. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халҡыбыҙҙың героик эпостарын ташҡа баҫтырып, халыҡтың рухын күтәрә ул.
Уның шәхесе шуныһы менән ҡатмарлы: ул шундай болғансыҡ заманда йәшәгән. Фольклорсы ғына түгел ул, йәмәғәт эшмәкәре лә. Ә милли хәрәкәт ағзалары ғүмер буйы эҙәрлекләүҙәргә дусар булған. Ул заманда йәшәү шәхестәргә еңел булмай. Әгәр ҙә тыныс тормошта йәшәргә яҙһа, Буранғолов та әллә күпме эштәр атҡара алыр ине, сөнки ул даһи була. Фәндә әлегә Буранғолов тураһында яҙғанда трафареттар ғына ҡулланыла, әммә уның шәхесен төптән өйрәнеүселәр юҡ. Ошо йәһәттән 26 октябрҙә Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция, бәлки, был шәхестең үҙенә һәм эшмәкәрлегенә ниндәйҙер кимәлдә яңылыҡ өҫтәр, тип ышанам. Был темаға тотонорҙай ғалимдар үҫеп етте. Хәйер, фәндә генә түгел, сәнғәттә лә ниндәйҙер үҫеш бар, Стәрлетамаҡ башҡорт театрында ҡуйылған "Ашҡаҙар" спектаклен күреүселәр уны бик маҡтай.

Буранғоловтың тыуған ауылында стела асылыуы ла был шәхестең бөгөн дә яҡташтарының һәм башҡорт халҡының йөрәгендә булыуы тураһында һөйләй бит?

- Рәсми исемдәре булһа ла, беҙҙең яҡта ауылдарҙы элекке исемдәре менән йөрөтәләр. Үрге Ильястың да исеме Тәңес. Минең дә тыуған ауылым ул. Бынан бер нисә йыл элек унда мәсет асылғайны. Шунда Рафиҡ Кучаев етәкселегендәге урындағы әүҙем яҡташтар ошондай теләк менән янып йөрөүҙәрен әйткәс, беҙ ҙә тиҙ генә эләктереп алдыҡ был идеяны. Өфөлә үткән табын ырыуы съезында ла был теләкте хуплаусылар һәм матди ярҙам итергә теләүеләр күп булды. Башҡортостан да шулай унда үҙ өлөшөн индерҙе. Ырымбурҙа тағы ла ярҙам итергә теләүсе эшҡыуарҙар табылды һәм күмәкләп стеланы эшләп ҡуйҙылар. Район уны рәсми теркәргә һәм стеланы эшләтергә булышлыҡ итте. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ла был эште планға индерҙе һәм ярҙам итте.
Стела асылыуға ҙур делегация менән барҙыҡ. "Китап" нәшриәтенә, Милли китапханаға, редакцияларға рәхмәт, күп итеп китаптар, дәреслектәр, гәзит-журналдар алып барҙыҡ. Китап, гәзит-журнал артынан сиратҡа теҙелде халыҡ. Бында электән баҫма матбуғатты күпләп уҡыған халыҡ йәшәй, ошо матур ғәҙәттәрен онотмағандар. Ҡасандыр Рауил Бикбаев та яҙғайны, 70 өйлөк ауылда 50 дана "Ағиҙел" алдыралар, яҙыусылар үҙҙәре бармаһа ла, әҫәрҙәре Туҡсоранға барып етеп торҙо, тип. Әле лә күп уҡыйҙар. Республикала барған ваҡиғалар тураһында ла улар барыһын да белеп тора. Улар ситтә йәшәмәйҙәр, улар республика менән бергә тын ала. Күп ауылдарҙа осрашыуҙар булды. Быныһы - Ҡасим Аҙнабаевтың ейәнсәре, быныһы Сәғит Агиштың туғаны тип таныштырып торҙолар. Шул шәхестәрҙең нәҫелдәре йәшәй Ырымбурҙа, улар менән артабан да бәйләнеште нығытырға, тигән теләк менән ҡайттыҡ.

Ләйсән ДАЯНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.18 | Ҡаралған: 759

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru