ИҢ ШӘП БҮЛӘК - КИТАП!
Быйылғы 2023 йылдың беренсе яртыһында ла "Киске Өфө" гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы, уҡымышлы, вайымлы уҡыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ. "Аңлы уҡыусы" тип атауыбыҙ юҡҡа түгел, сөнки хәҙер гәзит-журнал-китап уҡыусылар тамам һирәгәйҙе. Күрәһегеҙ, был миҙгелдә лә уҡыусыларыбыҙ һаны кәмей төштө. Аҡ ҡағыҙ битендәге һүҙҙе һанлаусы, уның әһәмиәтен баһалаусы аңлылар сафы һирәгәйә барыуы борсолдора. Ә шулай ҙа уҡыусыларыбыҙҙы бөтөнләй үк юғалтып бөтмәгәнбеҙ әле. Бар әле гәзит һүҙен үҙ иткәндәр, "Гәзиттә бит шулай яҙылған!" тип, һәр һүҙен гәзит һүҙе менән йөпләүселәр - улар беҙҙә ҡағыҙ баҫмаларҙың киләсәктә лә йәшәйәсәгенә өмөт уята. Ә беҙ был өмөттөң аҡланыуынан дәртләнеп, уҡыусыларыбыҙҙы рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, йөкмәткеле яҙмаларыбыҙ менән танһыҡтарын ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ.
Дауамын уҡырға
әйтәгүр
УҠЫТЫУСЫ ХЕҘМӘТ КҮРҺӘТЕҮСЕ ГЕНӘМЕ?
Рәсәйҙә быйылғы йыл Педагог һәм остаз йылы тип нарыҡланды. Был юҡҡа түгелдер, ысынлап та, уҡытыусы һөнәренең элекке абруйын ҡайтарыу тураһында хәстәрләр ваҡыт еткәндер?
бынағайыш
УҢЫШЛЫ ТӘЖРИБӘМЕ?
Ипотека буйынса кредит бурысы булған граждандар бөтөн төр кредит алыусы бурыслыларҙың 50 процентын тәшкил иткән. Өҫтәүенә, кредитҡа йәшәүҙе норма тип иҫәпләүсе быуын үҫеп етте.
бер кәлимә фекер
КИРЕ ҠАЙТМАУ НӨКТӘҺЕ
Беҙҙә булманы: Смартфондар, YouTube, PlayStation, Xbox, видеоуйындар, ноутбуктар, интернет-селтәрҙәр. Әммә ысын дуҫтарыбыҙ булды!
тәрбиә мәктәбе
ХАТАЛАР НИМӘНӘН БАШЛАНА, ЙӘКИ ҺӘР АТА-ӘСӘ – ҒАИЛӘ УҠЫТЫУСЫҺЫ
Талапсанлыҡ йәһәтенән бер аҙ йомшағыраҡ, шул уҡ ваҡытта бала тәрбиәһе, мәшәҡәттәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһындылар, тик уларға эш ҡушырға ашыҡманылар.
ата-әсәйҙәр йыйылышы
КӨНЛӘШЕҮ - УЛ СӘЛӘМӘТ КҮРЕНЕШ, ЙӘКИ ТӘБИҒИ ТОЙҒОЛАР ТУРАҺЫНДА БЕР НИСӘ ҺҮҘ
Көнләшеү, асыу, ҡайғырыу, ҡурҡыу - былар бөтәһе лә балала психологик иммунитетты булдырыу өсөн тәбиғәт тарафынан бирелгән бүләк. Улар ул тойғоларҙың бөтәһен дә кисереп, үҙҙәре аша үткәреп өйрәнергә тейештәр.
кинәйәне киңәйтеп...
КҮҘҘӘР ЙОМОҠ БУЛҒАНДА ЛА, КҮҢЕЛ КҮҘЕ АСЫҠ БУЛҺЫН
- Кеҫәләрегеҙҙе тикшергән ваҡытта мин дә күҙҙәремде йомғайным бит, - тип яуап бирә оло уҡытыусы. Йомоҡ күҙҙәр, йәғни тәртипһеҙлеккә, был осраҡта урлашыуға, күҙ йомоп ҡарау тураһындамы кинәйә? Юҡтыр.
Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА
МИНЕҢ ЯРАТҠАН БАШҠОРТОМ – 11
Стена буйындағы өйөлгән әйберҙәр араһынан ветеран гармунды һөйрәп сығарҙы. Рим менән Мир аталарының гармунын иҫләмәй ҙә инде. Шулай ҙа өмөт менән улар икәүләп гармунға барып йәбеште һәм... йә, Хоҙай!
һай-һай-һай!
ИР-ЕГЕТТӘР ӘҮҘЕМ БУЛЫРҒА, ҠАТЫН-ҠЫҘҘАН АЛДА ЙӨРӨРГӘ ТЕЙЕШ
Ҡоймаланмаған һәм сүп-сар таралып ятҡан зыяраттар, "Айыҡ ауыл" конкурсында еңгән тораҡ пункттарҙа һатылған спиртлы эсемлектәр, ташландыҡ йорттар. Ҡайҙа был ауылдарҙағы ирҙәр?
яңы китап сыҡты
V БЫУАТТАН БАШЛАНА...
Үткән йыл аҙағында Өфө Фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетында "Башҡорт яҙма әҙәбиәте" антологияһының исем туйы булды.
|