БЕР-БЕРЕБЕҘГӘ ЫШАНЫСТЫ
АҠЛАП ЙӘШӘЙЕК
Бер саҡ фәйләсүфтар батшаһы Сократ бер үҫмерҙе шаяртырға була һәм унан: "Ҡайҙа зәйтүн майы һатып алып була?" - тип һорай. "Баҙарҙа",- тип ышаныслы яуап бирә үҫмер. "Ә белемде ҡайҙа һатып алып була?" - ти Сократ. Үҫмер ҡаушап ҡала һәм: "Белмәйем",- тип яуаплай. "Минең арттан эйәр!" - тип тәҡдим итә аҡыл эйәһе...
Бына 12 йыл инде "Белем, Фәһем, Аҡыл эҙләп, "Киске Өфө" гәзитенә мөрәжәғәт итеү ғәҙәтегеҙҙе ҡуймаһағыҙ, беҙҙең арттан эйәрһәгеҙ ине", тип саҡырабыҙ беҙ ҙә уҡыусыларыбыҙҙы. Ошо саҡырыуыбыҙ күңелдәргә уй, ғәм, сәм орлоғо һалһын ине лә, улар шытым бирһен ине, тип өмөтләнәбеҙ. Ә өмөттәр барыбер ҙә яйлап булһа ла аҡлана килә...
(Дауамын уҡырға).
президент әйтте!
ХЕҘМӘТ КЕШЕҺЕ ТОРМОШОБОҘҘО АЛҒА ЭТӘРЕҮСЕ КӨС
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм ХӘМИТОВ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Уның төп темаһы булып хеҙмәт кешеһе генә түгел, ғөмүмән, кеше тора.
президент әйтте!
БЕР БАЛА МЕНӘН СИКЛӘНЕҮ ИНАНЫУМЫ, ӘЛЛӘ ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫМЫ?
Был һөйөнөсө менән уртаҡлашыуға, иренең һөмһөрө ҡойола: "Нимәгә ул беҙгә тағы бер бала? Үҙемдең кәмһенеп үҫеүем дә еткән. Минең улымдың бөтә нәмәһе лә буласаҡ. Ул бер нәмәгә лә мохтаж йәшәмәйәсәк!" - ти ир.
ҡулъяҙмалар һөйләй
"АРТЫҠ ЕР"
1912 йылда Силәбелә сыҡҡан "Голос Приуралья" гәзитендә баҫылған, авторы билдәһеҙ бер мәҡәлә "Артыҡ ер" тип атала. XIX быуаттың икенсе яртыһы - XX быуат башында башҡорттарҙың иҡтисади хәле насарая, халыҡтың күп өлөшө бөлгөнлөккә төшә.
ситтән тороп диалог
ИР-ЕГЕТТӘР ҺӘМ... АУЫЛДАР
Ошолай "тәрбиәләп", беҙ үҙебеҙҙең ҡартлығыбыҙға ғына түгел, ата-бабалар рухына ла балта сабабыҙ. Бала өсөн тыуған нигеҙҙең ниндәй мәғәнәгә эйә икәнлеген үҙебеҙ ҙә аңламайбыҙ, уларға ла аңлатмайбыҙ.
һай! һай! һай!
ХАЛЫҠ ИЖАДЫНДА БӨГӨНГӨБӨҘ ҘӘ, КИЛӘСӘГЕБЕҘ ҘӘ
Асия Ғәйнуллина бала йоҡлатҡанда, уятҡанда, бала һөйгәндә ҡулланылған һамаҡтарҙы ишеттергәндә, һәр кемдең күңелендә әсә кеше өсөн ғәҙәти һөнәр булырға тейешле нәмәләрҙең дә онотола барыуына үкенеү тойғоһо уянғандыр.
сәләмәтлек әлифбаһы
ҺАҠЛАНҒАНҒА КИҘЕҮ ҘӘ, ЭБОЛА ЛА ҠУРҠЫНЫС ТҮГЕЛ
Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, профилактика саралары Эбола вирусының Рәсәйгә инеү хәүефенә кәртә ҡуйҙы, тиергә мөмкин. Һауа юлдары пункттарында сикте үтеүселәргә санитар-контроль тикшереүе көсәйтелде.
китабеннас
БАЛАЛАРҒА ҠЫУАНЫС АРТТЫРЫП...
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә йыл да балалар өсөн бихисап китап нәшер ителә. Быйыл һатыу кәштәләренә сығарылған балалар баҫмалары, һис шикһеҙ, китап һөйөүселәр өсөн матур бүләккә әйләнәсәк.
|