|   
БЕҘҘЕҢ БАЛАЛАР ШУНДАЙ! 
 
Өфөнөң 119-сы мәктәбе 11-се синыф уҡыусыһы Рамаҙан Йәнбәтов планетоход уйлап сығарып, проектын Мәскәү дәүләт университеты майҙансығында үткән "Киләсәк ғалимдары" Халыҡ-ара конкурсына тәҡдим иткән.
 Бер йыл элек Рамаҙан пилотһыҙ системалар менән мауыға башлай. Ике ай эсендә ул Ерҙе өйрәнеү планетоходының прототибын йыя. Аппараттың бар деталдәре лә 3D-принтерҙа баҫтырылған - проектың үҙенсәлеге шунда.
 Был аппарат ер һәм һауа анализдарын алырға, үтеүе ауыр булған урындарҙан өлгөләр йыйырға, кеше өсөн хәүефле шарттарҙа эшләргә һәләтле. Шулай уҡ ул хәрби маҡсаттарҙа ла ҡулланыла ала.
 Проектың ғилми етәксеһе - педагогия фәндәре кандидаты Гүзәл Батыршина.
 Уның етәкселеге аҫтында ғилми эш ике баһалау этабын үтеп, конкурстың суперфиналына сыҡҡан. Конкурсҡа әҙерлек ҡатмарлы техник проекттар өҫтөндә эшләү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған Өфө фән һәм технологиялар университетының Технологиялар һәм материалдар институтында башлана. Әлеге ваҡытта Рамаҙан конкурстың һуңғы этабына әҙерлек алып бара. Рамаҙанға финал проектын әҙерләүҙә уңыштар һәм конкурста еңеүен теләйбеҙ!
 
 
 
 
 үәт, шулай! СИТТӘН  КИЛӘЛӘР ИКӘН УРЫНДАҒЫ ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕН ҺАНЛАҺЫНДАР
 
Ватандаштарға дәүләт ярҙамы программаһы сит илдәрҙән килгән кешеләргә республикаға күсергә ярҙам итә. Программа эшләгән 7 йыл эсендә республикаға 903 кеше килгән, быйыл унда 49 ватандашыбыҙ ҡатнашҡан.
 
 
 донъя шаңдауы "БУРЕВЕСТНИК"       ҠАНАТ ҠАҒА
 
Трамп 26 октябрҙә Канаданың Онтарио провинцияһында Американың 40-сы президенты Рональд Рейгандың тарифтарҙы тәнҡитләүен рекламалаған 1987 йылғы телевизион ролик өсөн был илгә пошлинаны 10 процентҡа күтәрҙе.
 
 
 депутат һүҙе ЕР АҪТЫ БАЙЛЫҠТАРЫ ЯҢЫ ТӘРТИП БУЙЫНСА ФАЙҘАЛАНЫЛА
 
Ер аҫты ҡаҙылмалары менән файҙаланыуға лицензия алыу өсөн иң тәүҙә Рекультивация фондына аҡса күсерергә кәрәк. Был аҡсалар дәүләт банкында һаҡланасаҡ. Эштәр тамамланғас, аҡтарылған ер тәртипкә килтерелергә тейеш.
 
 
 тарихи йылъяҙма ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
 
Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыу датаһы XIX быуатта уҡ билдәле була. Тик 1573 йылда башҡорттарҙан кемдәрҙең ҡәлғә төҙөтөү инициативаһы менән Мәскәү хөкүмәтенә һәм, иң мөһиме, ни сәбәпле мөрәжәғәт итеүе билдәһеҙ ҡала. 
 
 
 йән әрнеүе СИТ ЕРҘӘРҘӘ СОЛТАН БУЛҒАНСЫ...
 
Ер мөнәсәбәттәрен, бүленгән пайҙарҙы рәсмиләштереү үтә лә мөһим ул. Был мәсьәләгә ҡул һелтәп ҡарау, халҡыбыҙ бишеге һаналған ауылдарҙың яҙмышын, ысынлап та, тамырынан хәл итеп ҡуйыуы ихтимал.
 
 
 Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ ИСЕМЕМ АЛАҠАЙ – 6
 
Һуңғы оло ҡайғы килгәндән һуң, әсәйемдең әсе күҙ йәштәре түгеп илағаны һаман хәтеремдә. "Бөтә балаларым да, бабайым да имен саҡта ауыр тойолған заманалар иң бәхетле көндәрем булған икән..."
 
 
 көлөп алайыҡ ҺЫҢАР НӘСКЕЙ ОНОТОЛҒАН
 
- Минең һорау ошолай - нисек һыңар нәскейҙе онотоп була? Мин үҙем дә һиҙмәҫтән, салбар балаҡтарын бер аҙ өҫкә тарта биреп, нәскейҙәргә күҙ һалам. Шунан еңел һулап ҡуям. Аллаға шөкөр, кейгәнмен икән нәскейҙәрҙе. 
 
 
 эй, яҙмыш... НИҢӘ ТУҠМАЛЫП ЙӘШӘЙҺЕҢ?
 
Икенсе балаларынан һуң һауығып та өлгөрмәгән көйө туҡмалғас, әсәһенә ҡайтып китә Вәсилә. Әммә Рәзифтең ҡулы ҡаты булһа ла, теле татлы була шул, айырылышырға тигән ҡарарға килһә лә, Вәсилә уның һүҙҙәренә ышана.
 
 
 сәләмәтлек әлифбаһы ҠАРТЛЫҠ – СИР ТҮГЕЛ!
 
"Күпселек сир -                 ул ауырыу түгел, ә ҡартлыҡтың тәбиғи сағылышы", ти Пекиндағы бер дауахана директоры һәм өлкән йәштәгеләргә бер нисә кәңәш бирә.
 
 
 мәҙәни майҙан СӘХНӘЛӘ -        ТАРПАНДАР!
 
Сибай филармонияһы үҙ тамашасыларын әленән-әле өр-яңы һәм үҙенсәлекле концерттар, театрлаштырылған тамашалар, шоу-программалар менән ҡыуандырып тора.
 
 
 |