ЛАЙЫҠЛЫ САРА БУЛДЫ
Ошо көндәрҙә Башҡортостаныбыҙҙа үткән "Рәсәй - спорт державаһы" Халыҡ-ара форумы сиктәрендә бик әһәмиәтле ваҡиғалар шаһиты булдыҡ. Ун икенсе тапҡыр үткәрелгән форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм 50 илдән 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Артабан уҡырға
донъя шаңдауы
ЗЕЛЕНСКИЙ ИЛЕН БӨЛДӨРӘ
РФ Оборона министрлығының 20 октябрь мәғлүмәтенә ҡарағанда, Рәсәй хәрби көстәре Сумы менән Харьков өлкәләренең пилотһыҙ осоу аппараттары етештереүсе цехтарын, шулай уҡ Украина армияһының сит ил ялланыусылары төркөмөнөң ваҡытлыса урынлашҡан пункттарын утҡа тотҡан. Министрлыҡ хәбәр итеүенсә, бындай объекттар 131 районда юҡ ителгән.
үәт, шулай!
ТЫЙЫРҒАМЫ? ӘЛЛӘ ШТРАФТЫ АРТТЫРЫРҒАМЫ?
Сингапурҙа самокаттар ғәмәлдә тыйылған, велосипедта йөрөү бик аҙ. Ә енәйәтселәр өсөн санкциялар ярайһы уҡ етди - 2 мең сингапур доллары, йәки 1,4 мең доллар, йәки өс айға тиклем иркенән мәхрүм итеү.
сәләмәт бул
МАЙЛЫ РИЗЫҠ ФАЙҘАҒА
Беҙҙә яңы диета барлыҡҡа килде, ул түбән углеводлы юғары майлы (низкоуглеводистая высокожировая) диета тип атала. Был диетаны ҡулланғандар юғары һөҙөмтәләргә ирешә.
табип һүҙе
ТОРМОШ ЮЛЫҢДА ҺАУЛЫҠ БУЛҺЫН ЮЛДАШЫҢ
Витаминдарҙы үҙ белдегегеҙгә йәки таныш-дуҫтарығыҙҙың кәңәшен тыңлап ҡына ҡуллана башлау ҙур хата. Ниндәй витамин һәм күпме күләмдә, нисек ҡабул итеүҙе анализдар һөҙөмтәһенән сығып, табип ҡына билдәләргә тейеш.
табип менән әңгәмә
БЫЛ СИРҘЕ ЙОҠТОРМАУ ҺӘР КЕМДЕҢ ҮҘ ИХТЫЯРЫНДА
ВИЧ - үтә хәүефле инфекциялар иҫәбенә инмәгән хроник ауырыу. Был чума ла, холера ла түгел. ВИЧ-инфекция һауа-тамсы юлы менән йәки көнкүрештә йоҡмай.
кәңәш-төңәш
ЙОҠОҺОҘЛОҠТАН ЯФАЛАНҺАҢ...
Йоҡоһоҙлоҡ эҙемтәләре йәшәйеш сифатын боҙа, эшмәкәрлек һәләтен, иғтибар туплауҙы, ҡарар ҡабул итеүҙе әкренәйтә. Даими йоҡоһоҙлоҡто дауаламау башҡа төрлө сирҙәргә, психиканың ҡаҡшауына килтереүе ихтимал.
был - ҡыҙыҡ
БОРОНҒО ЗӘҺӘР СИРҘӘР
Кешелек донъяһы төрлө иҫәптәр буйынса 7-нән алып 20 миллионға тиклем ғүмерҙәрҙе алып киткән Covid-19-ҙан һаман һушына килә алмай. Әммә тарих быуаттар ҡатламында эҙ ҡалдырған бынан да фажиғәлерәк ваҡиғаларҙы яҡшы иҫләй әле.
Хәйҙәр Тапаҡов
АРҠАЛЫ – 2
"Атайлы йорт, нурлы йорт, атайлы бала - арҡалы бала! Бы бахырҙы кем генә әпәүләһен дә яҡлаһын тиһең, шулай үҫер инде тинтерәп... Уҡып әҙәм дә бумаҫ, йәлсемәҫ тә, йөрөр хәйерселәй ил гиҙеп төрлө эштә..."
тел төбө - хазина
МУНСА ҺҮҘЕ БАР ИКӘН МУНСАҺЫ ЛА БУЛҒАН!
Был "быу" һүҙе башҡорт телендә бик боронғо һүҙ һәм башҡорттарҙың ата-бабаларының береһе булған көнсығыш иран телле скиф-сарматтарға алып барып тоташтыра. Йәғни, шуларҙан беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған һүҙ булып сыға.
мәҙәни майҙан
СИННАЙҘАР БУЛЫҒЫҘ!
"Атай һәр ваҡыт оптимист, ысын-ир-егет, терәк булды: өлкәндәргә генә түгел, ә йәш быуын өсөн дә. Ижадында ул бер ҡасан да алдаманы. Шуға ул бөгөн дә беҙгә кәрәктер, моғайын", - тине Әлфиә Мостафа ҡыҙы.
мәҙәни майҙан
ҺАЙ, ЕТЕ ҠЫҘ...
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Ете ҡыҙ" спектакленең премьераһы булды. Сюжет нигеҙендә - башҡорт фольклоры ынйыһы, Башҡортостандың иң сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ образдарының береһенә әүерелгән боронғо легенда.
|