«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№30, 29 июль - 4 август, 2017

ШҮЛГӘНТАШ МӘМЕРЙӘҺЕН

МУЗЕЙҒА

ҺЫЙҘЫРМАҠСЫБЫҘ

Һеҙ һүрәттә күргән был һыҙмалар - "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы проекттары. Музей-ҡурсаулыҡ быйылғы йыл башынан үҙ эшен башланы. Ә уны төҙөү идеяһы бынан бер нисә йыл элек үк йәмәғәтселек иғтибарына еткерелгәйне.

2016 йылда музей-ҡурсаулыҡтың проекты эшләнде, әле ул проект дәүләт экспертизаһына тапшырылды. Ағымдағы йылда төҙөлөш эштәре башланыр тип көтөлә. Проект "Йөҙ йыллыҡҡа - йөҙ объект" программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Әлеге көндә Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәтле залдар туристар өсөн ябыҡ булғанлыҡтан, мәмерйәләге һүрәттәрҙе, хатта шул һүрәттәр төшөрөлгән стена өлөштәрен мәмерйәнән ситтә урынлашҡан музейҙа бар тулылығында тергеҙеп, туристарға тәҡдим итеү маҡсатында төҙөлә лә инде был комплекс.
Тағы бер маҡсат: ошо заманса музей коплексы төҙөмәй тороп, ЮНЕСКО-ның профиль комитеты белгестәре мәмерйәне ойошманың Бөтә донъя ҡомартҡылары исемлегенә индермәйәсәк. Күсермәләр эшләүҙе халыҡ-ара белгес, Францияның күсермәләр рәссамы, Chauvet мәмерйәһе экспозицияларын эшләүсе Ален Далис үҙе етәкләйәсәк. Шулай итеп, Шүлгәнташыбыҙҙың тарихи мираҫын килер быуындарға ҡалдырыу һәм донъяға танытыу маҡсатында мәмерйә һынлы мәмерйәне затлы, зиннәтле, заманса музей комплексына һыйҙырмаҡсыбыҙ.

Фәүзил МАЛИКОВ,
"Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры вазифаһын башҡарыусы.

арҙаҡлы шәхестәребеҙ
ЗӘБИХУЛЛА ИСҠУЖИН. УНЫҢ ШӘЖӘРӘҺЕ ТУРАҺЫНДА ҺҮҘҘЕ ДАУАМ ИТЕП

Документтарға ярашлы, Мәҡсүт Асҡар улы 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе, Күҫәп Солтанғолов менән берлектә башҡорттоң азатлығы өсөн көрәшеп, Мәҡсүт батыр исеме менән тарихҡа ингән.

башҡорт ғаиләһе
БАЛАҢДЫ ТӘРБИӘЛӘМӘ, ҮҘЕҢДЕ ТӘРБИӘЛӘ БАЛАҢ БИТ БАРЫБЕР ҺИҢӘ ОҠШАЯСАҠ

Һин ул кешене һайлап алғанһың, унан балалар тапҡанһың, бергә йәшәгең килә икән - яманлама. Унан ғына ул яҡшы булып китә лә алмай. Нимәлер килеп сыҡмаған осраҡта ла уға ышаныуыңды белдер. Был ир кешегә яуаплылыҡ һала.

күңел мөһөрө
ЫСЫН ҠУРАЙСЫ ИКӘНҺЕҢ, ҠЫНЫҢДА ҮЛӘН ҠУРАЙ ЙӨРӨТ

Башҡорт ҡурайы - үлән ҡурай! Шуға ла Йомабай ағай үҙе менән төбө-тамыры менән алынған үлән ҡурайҙы бөтөн ғәм алдында ҡырҡып, яһап, башҡорт моңон таратҡан Парижда. Шуға аңлы рәүештә үҙ асылыбыҙҙан тайпылмайыҡ.

ил-йорт хәбәрҙәре
ТУҠ БУЙҘАРЫНА СӘФӘР

Баймаҡтарға ырымбурҙарҙан өйрәнәһе тәжрибәләр ҙә бар ине. Әйтәйек, унда төҙөкләндереү мәсьәләһенә етди иғтибар бүленә, ауылдар, урамдар таҙа һәм архитектура яғынан төплө уйланылған булыуы менән айырылып тора.

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru