УЛАР - ШАЙМОРАТОВСЫЛАР!
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының һәм 1-се, 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияларҙың 6-7-се класс уҡыусылары шайморатовсылар сафына алынды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
(Дауамын уҡырға)
баш ҡала
ЗАТОН БИҪТӘҺЕНДӘ ЙӘШӘЙЕМ
Затон әүҙем үҫешкән биҫтәләрҙең береһе. Бында һуңғы йылдарҙа ғына ла әллә күпме иҫке йорттар һүтелеп, улар урынына яңы йорттар ҡалҡып сыҡты, элек буш торған ерҙәр ҙә хәҙер балалар тауышынан яңғырап тора.
ҡала хакимиәтендә
КӨНДӘЛЕК МӘШӘҠӘТТӘРГӘ БИРЕШЕП ТОРМАБЫҘ
Ил яҙмышы - ирҙәр иңендә, ти халыҡ мәҡәле. Һөҙөмтәне ваҡыт күрһәтер, әммә Өфө ҡала хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ратмир Мәүлиевтың үткәргән беренсе оператив кәңәшмәһенең тап Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ойошторолоуы ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйә кеүек.
депутат һүҙе
ЗАКОНДАР ХАЛЫҠ ИХТЫЯЖЫНАН СЫҒЫП ТЫУА
Былтыр Бөрйән районында ғәрәсәттән һуң 500 кубометр самаһы ағас ҡолай һәм ауыл халҡы уларҙы йыйып, биләмәлә спорт комплексы төҙөргә уйлай, әммә урындағы урман хужалығы ойошмаһы быға ҡаршы сыға.
ырыуың кем?
КҮБӘЛӘКТӘР, ТИЛӘҮҘӘР, ҠЫУАҠАНДАР - КӨНСЫҒЫШ БАШҠОРТТАРЫ БУЛАБЫҘ
Теле-тиләүҙәрҙең боронғо ата-бабаларын тегрекле, йәғни арбалылар, тип атағандар. Хәҙерге башҡорт телендә лә тәгәрмәс, диалекттарҙа тәгәрсәк һүҙҙәре ҡулланыла. Күрәһең, боронораҡ төркисә тәгәрәк һүҙе лә булғандыр.
заман башҡорто
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТТАР ТӨҘӨМӘЙ, ЮЛДАР ҺАЛМАЙ…
Беҙ ҡабул иткән программа "Мәҙәниәт - киләсәк образы" тип атала. Мәҙәниәт - ул иртәгә була торған күренеш. Бөгөн яҙылған китаптар, төшөрөлгән фильмдар, күрһәтелгән спектаклдәр иртәгә ысынбарлыҡҡа әүереләсәк.
Рәсүл Байгилдин
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (6-сы бүлек)
Мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһында эшләүенә ярты йыл үтеүгә, ул бөтөнләй икенсе кешегә, ысын түрәгә әүерелде. Һауаланып уҡ китмәһә лә, йөрөшөндә, һөйләшендә, беленер-беленмәҫ тәкәбберлек хасил булды.
яҙыусыға өс һорау
ИҢ АЛДАН ЙҮГЕРӘ ТОРҒАН КЕШЕМЕН...
Халыҡтарҙы эстән тарҡатыуға иҡтисадыбыҙ үҙе үк булышлыҡ итә. Барыһы менән бергә намыҫлы хеҙмәт төшөнсәһе юҡҡа сыҡты. Урыҫ әкиәтендәгесә, "Суртан әмере буйынса..." тип мейес башында ятыусылар заманы килде.
килешмәйем
ИЗГЕ КИТАПҠА ИЗГЕ КҮҢЕЛ МЕНӘН ТОТОНАЙЫҠ!
Ҡөрьән Кәрим мосолман өсөн иң изге китап, уны үҙгәртергә, яңы тәфсирҙәр яҙырға тотонор алдынан мең ҡабат уйларға, шунан ғына ниндәйҙер ғәмәл башҡарырға кәрәк.
һай-һай-һай!
МӨҒЖИЗӘГӘ ТИҢДЕР БЫЛ БАЙРАМ
Йышыраҡ булһын ине ошондай бәйгеләр, тыуған ерен һаҡлап яу сапҡан, сит ерҙәрҙә походтарҙа ал бирмәгән яугир ирҙәрҙең рухын иҫкә төшөрөп торһон ине. Әрүахтарға аяттар уҡып, доға ҡылыуға бәрәбәр бит бындай йыйындар!
ил-йорт хәбәре
ИЛҺӨЙӘРЛЕК БЕҘҘӘН БАШЛАНА!
23 февралдә ил кимәлендә дәүләт байрамы - Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнде. Өфө районы Шамонин урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә был матур йоланан ситтә ҡалманы - патриотик тәрбиә биреүгә нигеҙләнгән фәһемле саралар үткәрҙе.
|