ЮЛЫ ЛА, ӘМӘЛЕ ЛӘ БАР
ТИК ТЕЛӘК КӘРӘК!
Гәзит уҡыу, республикабыҙ баҫмалары хаҡында һүҙ сыҡһа, һәр ваҡыт күп йылдар өйөмә яҙҙырып алдырған һәм минең генә түгел, ғаиләмдең дә тоғро дуҫына әүерелгән "Киске Өфө" аҙналығы күҙ алдыма килә.
Ниндәйҙер сәбәптәр менән үҙҙәре гәзит алдырмаған туған-тыумаса һәм күршеләрем дә хатта беҙгә йомош-юл менән ингән һайын, эш өҫтәлемдә ятҡан ошо гәзит төпләмәһенән берәй һанын һорап алып сығып китә, тик мин уларға уҡып бөткәс тә гәзитте кире килтереүҙәрен талап итәм, сөнки улар миңә эшем буйынса ғына түгел, ғөмүмән, рухи донъябыҙ мәсьәләләре, милләтебеҙ тарихы, туған тел уҡытыу, арҙаҡлыларыбыҙ хаҡында ҡим-мәтле мәғлүмәттәр сығанағы булараҡ та бик ҡәҙерле. Мәҫәлән, ошо юҫыҡта мин, тарих уҡытыусыһы булараҡ, гәзитебеҙҙең "Тарих ярсыҡтары", "Башҡорт ҡамусы", "Туған телем", "Тәрбиә мәктәбе" рубрикаларында баҫылып сыҡҡан һәр мәҡәлә-очеркты мәктәпкә алып барып, уҡыусыларымдан класс алдында ҡысҡыртып уҡытам, аҙаҡ йөкмәткеһен һөйләтәм. Әйткәндәй, халҡыбыҙ тарихы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе балалар ҡыҙыҡһынып тыңлай, һорауҙар менән күмеп ташлай хатта. Уларҙы айырыуса башҡорттоң боронғо ҡорал төрҙәре, кейем-һалымы, йәшәү, туҡланыу ғәҙәттәре ҡыҙыҡһындыра, сөнки физкультура уҡытыусыһы етәкселегендә эшләп килгән уҡсылар түңәрәге бик күп балаларҙы йәлеп итте һәм улар һәр ярышҡа мотлаҡ милли кейемдә, үҙҙәренең уҡ-һаҙағы менән бара.
Артабан уҡырға
һөйөнсө!
КҮПТӘН КӨТӘ ИНЕК!
Күптәр өсөн өҙөлөп көткән хәбәр: 1 сентябрҙә Өфөнөң Пугачев урамы буйлап дүрт юл һыҙатынан да хәрәкәт асылды.
Геройҙар дәүере
ХЕҘМӘТ ШАРТТАРЫ ЯҠШЫ
Махсус хәрби операция биләмәһендә пилотһыҙ бәләкәй авиация - ул юғары технологиялы фронт һыҙығы. Алдынғы был ғәскәр төрөндә хеҙмәт айыҡ аҡыл, инженерлыҡ һәләтен һәм тиҙ ҡарар ҡабул итеү талабын ҡуя.
ишара
ҮҘЕБЕҘСӘ УЙЛАЙЫҠ, ҮҘЕБЕҘСӘ ЙӘШӘЙЕК
"Минең уйым буйынса, кешеләр юҡҡа ғына үҙ мәмерйәләрен ташлап сыҡҡан. Йәшәһендәр ине һаман таштарға һүрәттәр төшөрөп, һунарға йөрөп, саф һыу эсеп, саф һауа һулап, усаҡ тирәләй һикереп бейеп, йырлап..."
бынағайыш
ҠОШ-ҠОРТҠА "ПАСПОРТ" БИРӘЛӘР!
1 сентябрҙән Рәсәйҙә тауыҡ, ҡаҙ һәм өйрәк, ғөмүмән, барлыҡ йорт ҡоштары иҫәпкә ҡуйылырға тейеш.
донъя шаңдауы
РЭТКЛИФФ НИҢӘ МӘСКӘҮГӘ КИЛДЕ?
"Киев ут эсендә, - тип яҙа "АиФ" аҙналығы хәбәрсеһе.- Ленинград, Ростов өлкәләренә, Wildberries менән Озон компанияларының логистик үҙәктәренә һәм башҡа граждандар объекттарына украин дрондары һөжүме яуапһыҙ ҡалмай"
уйлыға - уй
БЕЛГӘНЕҢДЕ ҺӨЙЛӘМӘ НИ ҺӨЙЛӘГӘНЕҢДЕ БЕЛ!
Был интернет тигәндәре бик әкәмәт нәмәкәй икән. Юҡ, бик әкәмәт тә түгел, ҡурҡыныс та шикелле. Әллә ҡурҡыныс булыуы менән бергә бик кәрәкле лә инде?
тарихи хаҡиҡәт
МИН ЯҘҒАНДЫ, ӘКИӘТ, ТИМӘ ӘКИӘТ ТӨБӨНДӘ ЛӘ ХӘҠИҠӘТ БАР
Салауат Ғәлләмовтың ҡыйыу һәм нигеҙле тарихи яҙмаларына шул уҡ тарихсыларыбыҙ тәүҙә ҡырҡа рәүештә кире баһа бирҙе лә, күпмелер ваҡыт үткәндән һуң, ғалимдың асҡан мәғлүмәттәрен үҙ китаптарында бер ни ҙә булмағандай ҡуллана ла башланы.
заман башҡорто
"ГҮЗӘЛ-ДЭНС" БЕЙЕҮҘӘРЕН ФӘҠӘТ АЯҒҮРӘ БАҪЫП ҠАРАРЛЫҠ...
Беҙҙең бейеүҙәрҙең уңышы, минеңсә, тағы ла халыҡсанлыҡ менән академизмдың синтезына ла бәйле. Бейеүҙең уңышында музыканан тыш, костюмдар ҙа ҙур роль уйнай.
Раят Вәлиев
ТЕЛГЕЛӘНГӘН ЙӨРӘК ҒАЗАБЫ
- Нәркәс минең кәләшем, - тине теге егет уға текләп. Әйтерһең дә, аҡыл юйғыс был хәбәрҙе әңгәмәсеһе аңына теле менән генә түгел, ә күҙҙәре менән дә төртөп керетергә тырыша ине.
мәҙәни майҙан
БЫЛ МУЗЕЙҘА ЛЕНИНДЫ ТЕРЕЛТЕП ЕБӘРҘЕЛӘР
Ғәҙәттә, бигерәк тә балалар һәм йәштәр өсөн музей - ул боронғонан ҡалған, әллә ни ҡыҙыҡ булмаған урын тип күҙ алдына баҫа. Ә ысынбарлыҡта унда ниндәй мөхит, ниндәй эштәр башҡарыла - ошолар хаҡында Өфө ҡалаһындағы В.И. Ленин йорт-музейы директоры Хәлил Ғәббәс улы ХӘМЗИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
өлкән йәштәгеләр ҡолағына
ҠАРТЛЫҠТЫ СИР ТИП ҠАБУЛ ИТМӘГЕҘ!
Әкрен генә атлап йөрөү, аяҡтарҙың тотроҡһоҙлоғо - ул фалиж түгел, ә мускулдарҙың тарҡалыуы, көсһөҙләнеүе. Был йәһәттән бер генә юл бар - дарыуҙар эсеү түгел, ә хәрәкәтләнеү.
Ирәндек үҫемлектәре
БАЛАН
Балан (калина обыкновенная - Viburnum opulus L.) - беҙҙең тирәнең иң киң таралған һәм халыҡтың иң ныҡ яратҡан үҫемлектәренең береһелер ул.
Ирәндек үҫемлектәре
ҺАРЫ МӘТРҮШ
99 сирҙән дауа тип йөрөтәләр уны (зверобой продырявленный - Hypericum perforatum L.) борон-борондан. Ләкин уның малдар өсөн ағыулы үҫемлек икәнен дә оноторға ярамай.
Ирәндек үҫемлектәре
ТАТЛЫ ТАМЫР
"Татлы тамырҙы (солодка Коржинского - Glycyrrhiza Korshinskyi Gri.) беләһеңме? Уның файҙалы үҫемлек икәнлеге билдәлеме, юҡмы?" - тип атайым күп йылдар элек үк һорағайны инде.
|