ХЕҘМӘТ ДӘРЕСЕ ҠАЙТАРЫЛА
Владимир Путин "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында" Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында" Федераль законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, башланғыс һәм төп дөйөм белем биреү программалары дәүләт аккредитацияһы булған мәғариф ойошмаларының төп дөйөм белем биреү программаһына "Хеҙмәт" (технология) дәресе индерелә.
(Артабан уҡырға)
бынағайыш
КӨЙӨНӨРГӘМЕ, ҺӨЙӨНӨРГӘМЕ?
Яңы йыл каникулының тәүге 3-4 көнө бындай хәүефле факт һәм ваҡиғалар менән туп-тулы, тик уларҙы һанап сығыу ғибрәт өсөн булһа ла, икенсе яҡтан, бөгөнгө тормош-йәшәйешебеҙ проблемаларына туранан-тура ишара: эскелек, енәйәт, яуапһыҙлыҡ, тәртипһеҙлек, вайымһыҙлыҡ...
донъя шаңдауы
БАЙДЕН ТРАМПТЫ ҠЫҪЫРЫҠЛАЙ
6 ғинуар Джо Байден Дональд Трамп яҡлыларҙың Капитолийҙы штурмлауына өс йыл тулыу уңайынан Америка демократияһын Трамптан яҡлау кәрәклеге хаҡында телмәр тотто.
Өфө - тәртиптә!
МАҠТАНЫРЛЫҠ ТА ШУЛ!
"Өфө муйынсағы" - минең иң яратҡан проектым. Ошо проектты башлаусыларға рәхмәт. Беҙ тәүҙән үк уны ихлас ҡабул иттек һәм бойомға ашыра ла башланыҡ.
хәтеркитап
ХЕҘМӘТ КЕНӘ КЕШЕ ИТӘ…
Егеттәргә ағас-таш, тимер-томор эштәре, техника менән танышыу тормош көтөү өсөн ғүмерлек кәрәк нәмә. Шуға күрә уларға башлыса тыштағы хужалыҡҡа бәйләнешле эштәрҙе үҙләштеү зарур.
хаҡиҡәти һүҙ
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
Мәҙәниәттең яңы элементы сифатында тимер өҙәңгеле, ағастан яһалған ҡаты нигеҙле эйәрҙе билдәләп китергә кәрәк - уның Көньяҡ Уралда иң иртә яһалғандарҙан булыуы билдәле. Сулпылы бил ҡайыштары ла ҡыҙыҡлы.
тарих ярсыҡтары
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
Әл Ҡашғари: "Ir - был һүҙ "оят" тигәнде аңлата. Әйтәләр: "Эр ир болди" - ир оялды". Хәҙерге башҡорт телендә әлеге фонетик әйтелештәге оят мәғәнәһен белдәргән "ир" һүҙе юҡ.
ҡыҙыҡлы әңгәмә
ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ АҪЫЛ ХАЗИНАҺЫ, МИЛЛӘТЕМДЕҢ ИЗГЕ ТҮЛЕ УЛ!
Рәсәй халыҡтары телдәрендәге бүлектәрҙә лә ирекмәндәр, мөхәррирҙәр һәм эксперттар эшләйәсәк. Рус бүлегенән айырмалы, беҙҙең бүлектәрҙә эште проекттың интерфейсын туған телдәргә өйрәтеүҙән башларға тура килде.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
ҠЫШ БАБАЙ ҺҮҘЕНДӘ ТОРА
“Гел бүләк һорағансы, аҡыл һорарға кәрәк. Егет кешегә ул бик кәрәк. Шуны ғына әйтәм,” - тип аҡланды Буранғол. Малай телһеҙ ҡалды. Уның бер ҡасан да Ҡыш бабайҙан аҡыл һорағандарын ишеткәне юҡ.
ағинәй мәктәбе
ХАЛҠЫБЫҘҘА МАТУР ЙОЛАЛАР БАР
Был йола беҙҙең Учалы районында ваҡытында киң таралған булған. Беҙҙең яҡта сепрәк ҡыҙ, сепрәк инәй, үкел инәй, үкел атай, морондоҡ инәй, уртаҡ тигән һүҙҙәр ошо йола менән бәйле барлыҡҡа килгән.
Башҡортостаным
ҺОҠЛАНҺЫНДАР, ТИК ЗЫЯН КИЛТЕРМӘҺЕНДӘР
Туризм үҫешкән саҡта ике яҡ өсөн дә файҙа булырға тейеш. "Дөрөҫ" туристар республикала аҡса ҡалдырырға, йәғни төбәктең ҡаҙнаһын тулыландырырға тейеш.
|