«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫБЫҘҘА МАТУР ЙОЛАЛАР БАР
+  - 


Үткән йылдың көҙөндә, турист маршрутына эләгеп, Астана ҡалаһын барып күреү бәхетенә өлгәшелде. Заманса төҙөлгән йорттар биҙәй ҡаҙаҡтарҙың баш ҡалаһын. Әммә уларға ҡаҙаҡ мәҙәниәте, ҡаҙаҡ рухы һеңдерелә. Үтә күренмәле ете ҡатлы "Нур - Алем" музейының беренсе ҡаты "Милләт павильоны" тип атала һәм ҡаҙаҡ милләтенең тарихы, йолалары тураһында бай белешмә бирә. Шунда бер нәмә иғтибарымды йәлеп итте: ҡаҙаҡ, ҡунағының күҙе төшкән әйбер булһа, оҙатҡанда уға был әйберҙе бүләк итә икән. Был йола башҡортта ла булыуы билдәле. Әммә беҙ уны онотобораҡ ебәргәнбеҙ, сөнки был турала һөйләмәйбеҙ. Кем белә, бәлки, башҡорттан баш алғандыр әле был күренеш? Быныһы минең фекер. Нисек кенә булмаһын, күршеләш йәшәгән халыҡ менән күп йолаларыбыҙ оҡшаш икәненә ошо сәфәрҙә тағы бер тапҡыр инанылды.

Эйе, халҡыбыҙ фәһем алырлыҡ йолаларға бик бай. Тик уларҙы хәтерҙә яңыртып, дөрөҫ итеп һөйләп, күрһәтеп торорға ғына кәрәк. Минең үҙемде инде байтаҡтан яһалма (ҡиәмәт тә тиҙәр) инәй-атай, ҡыҙ-ул итеү кеүек йолабыҙҙың маҡсаты, сәбәптәре, үтәлеше ҡыҙыҡһындыра ине. Был ҡыҙыҡһыныу төрлө йолаларыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырыу менән әүҙем шөғөлләнеүсе ағинәйҙәребеҙ иғтибарынан да ситтә ҡалманы һәм бына улар Мулдаҡай ауылында ошо матур йола тураһында белгәндәре менән уртаҡлашырға йыйылды. Тәүҙә ауылдың Зөлфиә Әсҡәт ҡыҙы етәкләгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары - хужалар һүҙ алды. Ғаилә эсендәге туғанлыҡ терминдары, уларҙы ҡулланыу - бер-береңә хөрмәт, йомшаҡ мөнәсәбәт билдәһе икәнлеге осрашыуға килгән уҡыусы балаларға төшөндөрөлдө. Сит ғаиләгә килен булып төшкәс, яңы туғандарыңа ла өндәшеү өсөн телебеҙҙә булған бик матур ҡулай һүҙҙәр барланды.
Артабан фекер алышыу яһалма туғанлашыуға күсте. Был йола беҙҙең Учалы районында ваҡытында киң таралған булған. Беҙҙең яҡта сепрәк ҡыҙ, сепрәк инәй, үкел инәй, үкел атай, морондоҡ инәй, уртаҡ тигән һүҙҙәр ошо йола менән бәйле барлыҡҡа килгән. Хәҙер был йола күҙәтелмәй тиерлек, әммә ваҡытында шул йолаға бәйле туғанлашҡан ғаиләләрҙең туғанлыҡ ебен бөгөн дә өҙмәүен бәйән итеүселәр булды.
Килмәк ауылынан Илмира Йомадил ҡыҙының һөйләгәне: "Минең инәйемдең (әсәйемдең) сепрәк ҡыҙы булды. Элек ҡунаҡлашыу көслө булды бит. Үҙ-ара йырлап, бейеп, шаярып ҡунаҡ була белде халыҡ. Шундай бер мәжлестә инәйем Зөбәйҙә апайҙы бик оҡшата. Шунан һуң уларҙы саҡырып ала, ҡунаҡ итә. Ағайға таҫтамал, апайға яулыҡ ябып, Зөбәйҙә апайҙы ҡыҙ итә. Беҙҙә бына шулай яһалма ҡыҙҙы "сепрәк ҡыҙ" тип атайҙар. Бүләккә сепрәктән булған әйберҙәр бирешкәнгә шулай аталдымы икән? Бик матур аралашып йәшәнек, йәшәйбеҙ. Бар эштәрҙе бергә башҡарҙыҡ, бер-беребеҙҙе бер ҡорҙан да ҡалдырманыҡ. Инәйем үлер алдынан да сепрәк ҡыҙын ташламаҫҡа, элеккесә бергә-бергә йәшәргә васыят әйтеп ҡалдырҙы. Васыятҡа әле лә тоғробоҙ. Зөбәйҙә апай менән, ағай менән әле лә бер туғандай йәшәйбеҙ..."
Балбыҡ ауылынан Зәһинә Рәйес ҡыҙының һөйләгәне: "Морондоҡ инәй, ғәҙәттә, килененә ҡәйнәһе тарафынан билдәләнә. Сит ергә төшкән киленгә ысынлап та терәк, таяныс, кәңәшсе була улар. Ауылыбыҙҙа морондоҡ инәй, үкел инәй, ҡыйәмәт инәй исемен алыусылар күп булған. Ошо сараға әҙерләнгәндә байтағының тарихын инде 99 йәшен тултырып, имен-аман йәшәп ятыусы Нүрҙиҙә әбейем һөйләне. Морондоҡ инәйҙе килендең үҙе һайлағанына ла миҫал бар. Абруйлы, етеш йәшәгәнерәк кешеләрҙе яһалма инәй-атай итергә тырышҡандар. Атай-инәй итергә теләк белдереүсегә лә бар яҡтан һынап ҡына ризалыҡ бирелгән. Сөнки, яһалма булһа ла, халыҡ бик яуаплы ҡараған был вазифаға. Яһалма балаларына ла үҙ балалары кеүек хәленән килгәнсе ярҙам иткән. Әбейемдән шундай осраҡтарға бик күп миҫалдар яҙып алдым.
Беҙҙә яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәктең киҫеп алынған өлөшөн ҡиәмәт икмәк тиҙәр. Йәшереп кенә, ҡултығына ҡыҫтырып, үҙен инәй иткән балаһына килтерә икән. Ҡиәмәт инәй һүҙе бына шунан инде. Яһалмаларҙы атам, инәм тип тә йөрөтәләр беҙҙә. Ауылыбыҙҙа 83 йәшлек Фәриғә апайҙың әле һаман көн дә тиерлек таяғына таянып: "Инәмә китеп барам әле", - тип, 86 йәшен тултырған Рәйсә еңгәгә барғанын осратабыҙ. Әүеш ауылынан Балбыҡҡа килен булып төшкәс, ҡәйнәһе килененә Рәйсә еңгәне морондоҡ инәһе итеп билдәләй. Рәйсә еңгә лә бер нисә йыл элек кенә шул Әүеш ауылынан килен булып төшкән була. Бына шулай ауылдаштар, әллә ни йәш айырмаһына ҡарамаҫтан, инәле-ҡыҙлы булып матур ғүмер итәләр..." Рәзилә Ибраһимованың һөйләгәндәре: "Атайым менән инәйемдең морондоҡтары оло ғына йәштәге Мәҙинә ҡәртнәй менән Ғатаулла ҡарттай булғандар. Ҡартнәйемдең беҙгә көн дә килеп йөрөүе бөгөнгөләй хәтеремдә. Үҙе бер ҡасан да буш ҡул менән йөрөмәне. Ғаиләләре лә ҙур ғына ине, шуға күрә йыш ҡына икмәк һалған булғандарҙыр. Икмәк бешергән көндө ҡултыҡ аҫтына тығып, йылы ғына ҡыйәмәт икмәге килтерер ҙә: "Әнисә күреп ҡалмаһын, әсәһенә ошаҡлар", - тигән булыр ине. Әнисәһе улы менән килененең өсөнсө ҡыҙы. Ҡартнәй, инәйемдең яһалма инәйе, беҙҙе шул тиклем ҡарашты. Уның изгелектәрен әле һаман һағынып иҫкә алам..."
Рәсилә Мусина ошоларҙы хәтерләп алды: "Инәйем морондоҡ инәһен гел ҡәҙерләп иҫкә алыр булды. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була бит. Бер атайым менән нимәгәлер асыуланышып китәләр ҙә, инәйем, кескәй балаһын алып, морондоҡ инәһенә сығып китә. Барғас, әлбиттә, хәлде һөйләп тормай. Киске тамаҡты ашағас та ҡайтып китмәй, йоҡларға ҡала. Инәһе лә төпсөнөп тормай. Иртән ҡартнәйем һөтөн үткәреп, ҡаймағын тултыра ла, күстәнәстәр төйнәп, йоҡонан торғас та ҡайтырға ашыҡмаған инәйемә: "Әйҙә, ҡыҙым, инде һеҙгә барайыҡ",- ти. Атайым быларҙы йылмайып ҡаршы ала. Бер нәмә лә булмағандай, бергәләп сәй эсәләр. Ҡартнәй ҡайтыр саҡта инәйемә генә: "Ҡыҙым, күрше-күлән керһә, сәйеңде, шәкәреңде, икмәгеңде ҡуй. Ә бына ҡаймаҡты кейәүгә генә ултырт. Ул ауыр эштә йөрөй. Әлегә һыйырығыҙ һауалған бит",- тип әйтеп ҡуя. Морондоҡ инәһенең ярҙамы, аҡыллы кәңәштәре тураһында инәйем һәр саҡ бер йылылыҡ менән иҫкә алыр ине..."
Нәжибә Латыпованың һөйләгәндәре: "Атайым менән инәйемде Ишмөхәмәт ағай менән Хәкимә апайҙың туйына саҡырып, уларға морондоҡ инәй итеп билдәләйҙәр. Шуның билдәһе итеп атайыма сигелгән таҫтамал, инәйемә ашъяулыҡ бүләк ителә. Атайым менән инәйем ошо яуаплы бурысты алғас, йәштәрҙе үҙҙәренә саҡырып, бүләккә һарыҡ әйтәләр. Йәштәр, ни хикмәт менәндер, берегеп китә алмайҙар, Хәкимә апай ауылы Мулдаҡайға ҡайтып китә. Атайым менән инәйем байтаҡ ваҡыт йәштәрҙең килешеүенә өмөт итеп йөрөй. Әммә йәштәр ҡабат йәрәшмәй. Һуңынан, бурысты үтәп ҡуяйыҡ тип, кеше артынан булһа ла Хәкимә апайға күлдәклек ебәртәләр. Бурыслы булып ҡалмай, әйтелгәнде үтәргә тырышып йәшәгәндәр бит..." Динә Кәримованың һөйләгәндәре: "Минең атайым менән инәйем бер нисә кешегә үкел инәй-атай булды. Беҙҙә яһалмаларҙы шулай үкел тип йөрөтәләр. Берәүҙәре - Нәсимә апайым менән Ғадинан еҙнә, үҙебеҙҙең ауыл кешеләре. Еҙнәнең "төшөрөп" алғанын белеп ҡалһалар, атайымдар мине йоҡларға уларға ебәрә, йәнәһе лә, бола сығарып ҡуймаһын. Еҙнәм мине күрһә: "Балдыҙым килгән дәһә",- тип шаярта ла тыныс ҡына йоҡларға ята. Хәҙер шуны уйлайым: бала ғына булһам да мине эшкә һанаған бит үкел еҙнәм. Ауылға йәш белгестәр Миҙхәт ағай менән Зифа апай килделәр. Миҙхәт ағай атайымды яратып, үкел итергә уйлай. Ҡырмыҫҡалы яҡтарынан килен булып төшкән Зифа апай: "Һин үҙең был яҡтыҡы, атай-әсәйең эргәңдә. Бына минекеләр ситтә, мин уларҙы атай- әсәй итәм", - тип, бүләктәрен биреп үкел итеп ҡуя. Иртән мәктәпкә эшкә киткәндә балаһын индереп ҡалдыра торғайны. Бына шулай бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәнек. Тағы ла бер үкел ҡыҙы Сажидә апайыма мәһәрен һалып, туйын да үҙҙәре үткәрҙе. Инәй-атайымды үҙ күреп үкел иткән балаларын беҙ бер туғандай күрҙек, бер туғандай аралаштыҡ..."
Мулдаҡай ауылында үткән ошо сарабыҙ халҡыбыҙ тормошонда булған был матур йоланы иҫкә төшөрөп кенә ҡалманы, йолаға ярашлы иңгә алған бурысҡа тоғролоҡ, яуаплылыҡ һоҡландырҙы ла, уйландырҙы ла. Ихласлыҡ, ябайлыҡ кеүек күркәм сифаттарға эйә булған халыҡ вариҫтары булыуыбыҙға ла бер фәһем булды. Тел байлығын тәшкил иткән күпме хазинаны ла барланыҡ. Үҙебеҙҙә булғанды юғалтмайыҡ, йыяйыҡ, яйы тура килгәндә, башҡаларға ла баһалы ғына итеп еткерә беләйек, тип әйтергә теләгән инем яҙмамда.

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №1, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 242

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru