«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№22, 31 май - 6 июнь, 2014

ЗАМАНДАШЫБЫҘ ИТЕП КҮРӘБЕҘ

"Киске Өфө" гәзитен беҙҙең театр тәүге һандарынан алдыра һәм бөтөн коллективыбыҙ менән уҡыйбыҙ. Был баҫма заман һулышы менән йәшәүе, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреп сығыуы менән әһәмиәтле. Гәзитте ысын мәғәнәһендә зыялылар уҡый, тип уйлайым, сөнки ул халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен барлауҙы, берҙәмлек булдырыуҙы, аңды, сәмде күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
"Киске Өфө"нө милләтебеҙҙең олоһо ла, кесеһе лә уҡыһын ине, тип теләйбеҙ. Сөнки ул йәштәр өсөн ил-тел тәрбиәһе биреүсе, аҡыллы фекер йөрөтөргә өйрәтеүсе дуҫ, кәңәшсе булһа, аяҡтарында ныҡлы баҫып торғандарға иһә бөгөнгө көндә барыбыҙҙы ла борсоған һорауҙарға яуап табышҡан, төрлө хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләшкән замандаш булып тора. Бигерәк тә тарихи хәтер ебе өҙөлмәүгә, асылыбыҙға ҡайтырға өндәгән мәҡәләләр оло ҡиммәткә эйә. Үткәндәрҙе байҡап, тарихыбыҙға таянып, фәһем, үрнәк алыу һәм шул уҡ ваҡытта заман менән бергә атлау, алдынғы ҡарашлы булыу - ошондай бер-береһенә оҡшамаған мәсьәләләрҙе хәл итеүсе гәзиттең һәр һаны үҙе бер хазина. Уҡыйһың, уҡыған һайын уйланаһың, нимә йәки кем менәндер килешәһең, кемгәлер ҡаршы киләһең - "Киске Өфө"нөң фекер алышыу майҙаны һәр ваҡыт геүләп тора, унда сығыш яһаусылар башлап ебәргән бәхәс ҡорон башта әйләндереп-тулғандыраһың, үҙеңсә һығымталар яһайһың, шунан халыҡ ғәме һинең күңелеңә күсә. Ошо түгелме тулы ҡанлы йәшәү, йәшнәү өлгөһө? Дөрөҫөн әйткәндә, "Киске Өфө"нөң яңы һанын алыу менән: "Ҡайҙа, әҙерәк ял итеп алайым әле", - тип уйлағаным хәтеремдә юҡ. Сөнки матур, бай, ҡомарлы туған телемдә яҙылған мәҡәләләрҙе уҡыған һайын халҡымдың тәрән фекер йөрөтөп, уйҙарын тос итеп ярып һала белгән уҡымышлы кешеләре менән ғорурланам, күпте күргән ағай-апайҙарҙың тел төбөн аңларға тырышам, йәштәштәремдең донъяға ҡараштарын уртаҡлашам. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөнгө көндә милләтебеҙҙең киләсәк яҙмышы өсөн борсолған баҫма үҙенең изге маҡсатына өлкәшкән замандашыбыҙ булып тора һәм беҙ уға оҙон-оҙаҡ йылдар илһамланып ижад итеүен теләйбеҙ! Хеҙмәт юлың яҡты булһын, "Киске Өфө"!

Лилиә ИСҠУЖИНА,
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы.

уйлыға - уй
ҮҘЕБЕҘ БУЛЫП ҠАЛАЙЫҠ,
туғандар бергә йыйылғанда булһа ла...

Милләт киләсәге, яҙмышы тураһында күп һөйләйбеҙ, борсолабыҙ, ҡайһы саҡ ошонан ары уҙа алмайбыҙ. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе "юҡ-бар" тип һанайбыҙ. Эй, ҡуйсы, ваҡланмайыҡ, тибеҙ. Әммә, уйлап ҡараһаң, милләткә ҡағылған мәсьәләләрҙә ваҡ нәмә юҡ.

баш ҡала ҡунағы
АРАЛАШЫУ ЗАРУРЛЫҒЫ БАР

Май уртаһында баш ҡалала VI Бөтә Рәсәй "Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә" тип аталған ғилми конференция булып үтте. Быйыл сара "Сармат археологияһы һәм тарихы проблемалары" халыҡ-ара конференцияһы менән бергә ойошторолдо.

көнауаз
БЛОГЕРҘАРҒА КӨН БӨТӘМЕ,
әллә уларға ла тыйыуҙар кәрәкме?

Блогерҙар өсөн ҡуйылған талапты боҙған осраҡта граждандарға - 10 меңдән 30 меңгәсә, ойошма-предприятиеларға 50 меңдән 300 меңгә тиклем штраф һалынасаҡ.

тарихи хәҡиҡәт
ХАЛЫҠТЫҢ ҮҘАҢЫ КҮТӘРЕЛЕҮГӘ...
революция осоро ла сәбәпсе

Башҡорттарҙың ҡайһы берәүҙәре биләмәләрен үҙҙәре осһоҙға ғына һата, бер аҙҙан иһә ситтән күсеп килгән халыҡҡа үҙҙәре үк ҡол булып эшләй башлайҙар. Был йәһәттән ҡарағанда, үткән быуат менән беҙҙең быуат ауаздаш түгелме?

сәләмәтлек ҡоро
АЛМА АҒАСЫНАН АЛЫҪ ТӨШМӘЙ,
йәғни Ер йөҙөндә үҙенең геномында нәҫелдән күсеүсе ниндәйҙер сирҙең мутацияһын йөрөтмәгән бер генә кеше лә юҡ

Беҙ нәҫелдән күсеүсе 30 сирҙе өйрәндек, гендарҙа улар өсөн яуап биргән мутацияларҙы таптыҡ һәм һөҙөмтәләрҙе "Республика перинаталь үҙәге"нең медик-генетик консультацияһы эшмәкәрлегенә индерҙек. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда яралғыға ошо 30 ауырыу буйынса ДНК-диагностикаһы уҙғарыла. Бигерәк тә ғаиләлә ниндәйҙер сирле кеше булып, ата-әсә тыуасаҡ балаһының сәләмәтлеген белергә теләһә, ошо үҙәктә тикшереү үтә ала.

афарин!
"ШҮЛГӘНТАШ" ФИЛЬМЫ...
балаларға матур бүләк булды

"Ҡурҡҡанда ла кеше булып ҡалырға, хайуанға әйләнмәҫкә кәрәк, ҡурҡыуҙы еңеп була ул", тип дәртләндерә яратҡан ейәнен. Бына барып ҡына етһендәр әле, күрһәтер Урал Ҡусҡарға ҡурҡаҡты!

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru