«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№4, 23 - 29 ғинуар, 2021

ХИМИЯНЫ БЕЛЕҮ КӘРӘК!

Ошо көндәрҙә Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы үтте. Өфө дәүләт нефть техник университетында 9-11-се синыф уҡыусылары белем кимәлен һынаһа, 7-8-се синыфтар (юниорҙар) Республика инженер лицей-интернатында ярышты.

Быйылғы олимпиадала 9-11-се синыфтарҙан барлығы 130 уҡыусы төбәк кимәлендә белемен һынаған, ә бына юниорҙар араһынан 70-кә яҡын уҡыусы ҡатнашҡан. Юғары синыф уҡыусылары Башҡортостандың данын Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ, шуға уларҙың эштәрен тикшереү, апелляция биреү тәртибенә бәйле һөҙөмтәләр һуңғараҡ билдәле буласаҡ. Ә бына юниорҙар араһында Республика инженер лицей-интернатының 8-се синыф уҡыусыһы Вадим Харисов (һүрәттә) - уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров - абсолют еңеүсе тип табылған. Шулай уҡ еңеүселәр исемлегенә Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейынан Рәил Нурисламов һәм Әмин Ҡасимов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се гимназияһынан Камил Ғилманов, Өфө ҡалаһы 93-сө физика-математика лицейынан Аким Бровкин ингән. "Икенсе йыл рәттән юниорҙар араһында химия буйынса республика олимпиадаһын ойошторабыҙ. Республиканың бәләкәй ҡалаларында, ауыл мәктәптәрендә белем эстәгән һәм химия фәне менән ҡыҙыҡһынған балаға өр-яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса лабораторияла эшләп ҡарау, Өфө дәүләт нефть техник университеты, "Аврора" БР Һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге һәм беҙҙең лицей-интернат тормошо менән танышыу мөмкинлеге биреү маҡсатынан эшләйбеҙ быны. Быйыл һайлап алыу мәлендә 1000-дән артыҡ бала ҡатнашҡайны, шуларҙың 70-кә яҡыны икенсе этапҡа үтте. Абсолют еңеүсегә һәм призерҙарға дипломдар, иҫтәлекле бүләктәрҙән тыш "Изотоп" лагерына саҡырыу ҙа тапшырылды", - тине сара тураһында Республика инженер лицей-интернатының инновацион эштәр буйынса директор урынбаҫары Айнур Әмирханов.



бынағайыш
БЕҘҘӘ, ЭЙЕ, МИЛЛӘТ-АРА ТЫНЫСЛЫҠ. Ә КЕМДӘРГӘЛЕР БЫЛ ОҠШАМАЙ, КҮРӘҺЕҢ...

Башҡорт милли мәҙәниәте, шул иҫәптән, боронғо халыҡ кейемдәре икенсе йәшлеген кисерә, әүҙем тергеҙелә. Ошо стилдәге костюмды Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы ла тектереп кейҙе хатта һәм был уға ифрат килешә.


аҡыллыға - ишара!
МИНЕҢ РУХЫМ КӘМҺЕТЕЛЕҮГӘ ЮЛ ҠУЙМАЙ

Әллә башҡорттар бындай хәлдәрҙе артыҡ ныҡ күңеленә яҡын аламы? Шулай икән, ниңә һуң минең бүрәт, яҡут, ҡаҙаҡ, украин дуҫтарым да ошо осраҡҡа бәйле хәл-ваҡиғаларға ҡарата шулай уҡ ризаһыҙлыҡ белдерә? Сөнки аҡылы, аңы булған кеше һәр халыҡтың этник һәм милли мәҙәниәте ҡағылғыһыҙ байлыҡ булыуын белә.


белем усағы
ЭШСЕ ҺӨНӘРЕ ЛӘ ҠЫҘЫҠТЫРА

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә төрлө эшсе һөнәр оҫталарының донъя кимәлендәге "Йәш профессионалдар" (WorldSkills) хәрәкәте киң йәйелдерелә бара. Быйыл "Йәш профессионалдар" Бөтә Рәсәй чемпионаты Өфөлә уҙғарыласаҡ һәм уға әҙерлек сиктәрендә Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында бизнес-ширҡәттәр менән социаль хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса түңәрәк ҡор ойошторолдо.


ишеттегеҙме әле?
БОРСОЛОУ БЕЛДЕРЕЛДЕ

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург дәүләт университетына ҡала прокуратураһынан Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың бюсы буйынса етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында күрһәтмә ебәрелгән.


ҡоролтай зыңғыры
АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА...

Баймаҡ районы вәкиле Баҡый Вәлиев рейдтан дивизия байрағын алып сығып, был хәрби берләшмәне тарҡатыуҙан һаҡлап ҡала. Ул немец самолеты торбаһынан ҡурай эшләп, уны үҙе менән һуғыш дауамында алып йөрөй.


ырыуың кем?
АТЫБЫҘ - УРАН, ЗАТЫБЫҘ БАШҠОРТ БЕҘҘЕҢ

Ул бер үк төрлө тиерлек әйтелеп йөрөтөлгән "джилан", "йылан" атамаларына тап килә. Ғалим ошо этнонимдың төрки халыҡтарынан тик башҡорт халҡы составында ғына булыуын билдәләй.


йән әрнеүе
ЭЛЕККЕ СҮПЛЕКТӘР ҺАҒЫНДЫРА, ЙӘКИ ДОНЪЯ ЦИВИЛИЗАЦИЯҺЫ ҺӘР САҠ ЯҠШЫҒАМЫ?..

Ауылдарыбыҙҙағы ул саҡтағы ҡыйлыҡтар, ысын ғына мәғәнәһендә, файҙалы органик ашлама сығанағы ине бит. Ул замандарҙа ашалып бөтмәй ҡалған аҙыҡ-түлектәр ҙә булманы, тип хәтерләйем. Серемәй, тирә-яҡта сүп-сар булып ятҡан пластик әйберҙәрҙең, кәнсир банкаларының ҡалдыҡ-боҫтоҡтары бөтөнләйгә юҡ ине.


ишара
УҠЫЙҺЫҢ ИКӘН, ТИМӘК... ФЕКЕРЛӘЙҺЕҢ

Минеңсә, кеше мәғлүмәтте төрлөсә үҙләштерә, сөнки ул төрлө формаларҙа һәм төрлө ысулдар менән бирелә. Телевидениенан, радионан тапшырыла торғандары махсус рәүештә эшкәртелеп, кешелә мотлаҡ билдәле бер эмоциональ кисереш булдырыу нигеҙендә ҡорола.


Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
НИШЛӘҮЕҢ БЫЛ, САРАМ, ЙӘНКИҪӘК!

Артҡы ултырғыста ятҡан Риана машина ҡаты итеп һиңкегәндән уянып китте. Һөйөклө ире менән күрешергә китеп барыуы шундуҡ иҫенә төштө. Тороп ултырҙы һәм үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Йөрөтмән...


ҡул белгән шөғөл
КӘЗӘ АҪРАҒАН, ШӘЛ БӘЙЛӘГӘН МОХТАЖЛЫҠТА ЙӘШӘМӘҪ

Беҙҙең шәлдәр йылылығы, йомшаҡлығы, оҙаҡҡа етеүе, йылдар үткән һайын бешеләнеп, тағы ла нығыраҡ йылы булыуы һәм һоро төҫө менән айырыла. Быны бөтә төбәк шәлселәре лә яҡшы белә.


һабаҡтар
ҺИҘМӘЙ ҘӘ ҠАЛДЫ "ЙӘШЕЛ ЙЫЛАН" ТЫРНАҒЫНА ЭЛӘККӘНЕН

Еңгәм ҡарышыр микән, тигән шикләнеүҙәр бар ине. Бындай ваҡытта бит күптәр, нимә, мин һеҙгә бөткән берәй эскесеме әллә, тип үҙеңә тауҙай була ла китә бит. Ярай әле еңгәм улайтманы, башын һелкеп кенә үҙ ризалығын бирҙе.


әйткәндәй...
ЭШЛЕКЛЕЛӘР ҘӘ БАШҠОРТ МИЛЛИ КОСТЮМЫ КЕЙӘ АЛА

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров эшлекле башҡорт милли костюмын кейеү ҡағиҙәһен раҫланы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Ҡағиҙәләр дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, муниципаль чиновниктарға, дәүләт органдары ведомствоһындағы ойошма етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла.



Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru