«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИҘМӘЙ ҘӘ ҠАЛДЫ "ЙӘШЕЛ ЙЫЛАН" ТЫРНАҒЫНА ЭЛӘККӘНЕН
+  - 


Был апайҙың һөйләгәндәре бик ныҡ уйландырҙы мине. Ул үҙ хәбәрен: "Бәлки, кемдер был хәлдән һабаҡ алыр", - тип тамамлап ҡуйғайны. Уның һөйләгәндәрен тыңлайыҡ әле.

Уйламағанда-көтмәгәндә ағайымдың донъяһына бәлә килде - ҡапыл ғына еңгәм хәмер ҡолона әйләнде лә ҡуйҙы. Аптырамалы инде, элек ауыҙына ла ҡабып ҡарамаған еңгәм бына хәҙер айнымай эсә. Шуныһы аяныслы, беҙ уның был "йәшел йылан" ҡапҡанына эләгеүен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Беҙ, тигәнем, ағайымдың туғандары инде. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Ағайымдан ҡала мин, шунан тағы ике ҡустым бар. Бөгөн барыбыҙ ҙа матур итеп донъя көтәбеҙ. Барыбыҙҙың да үҙ ғаиләләре бар. Һәр кемдең үҙ донъяһы, һәр кемдең үҙ мәшәҡәте, тигәндәй. Төрлөбөҙ төрлө ерҙә донъя көтә. Әйтергә лә түгел, һирәгерәк осрашабыҙ шул. Йылына бер-ике тапҡыр ғына оло байрамдарҙа күрешәбеҙ. Ә башҡа ваҡытта күберәген телефон аша ғына хәл белешәбеҙ. Унда ла урыҡ-һурыҡ, өҫтән-мөҫтән генә. Хәҙер күптәр шулай донъя көтә бит. Нишләйһең, заманаһы шулай. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙ тормошоноң ығы-зығыһында ҡайнаған, ағайымдар матур йәшәй икән, тип уйлап тик йөрөгән... Әле аптырайым. Нишләп мин ара-тирә килеп торған сәләмдәргә иғтибар итмәнем икән? Үҙегеҙ беләһегеҙ, насар хәбәр атлап-йүгереп түгел, ә осоп йөрөй. Килмәне түгел, килде бит инде ундай сәләмдәр. Хатта минең үҙемде урамда осратып: "Еңгәңдең хәле шулайыраҡ бит әле, әрәм булып йөрөй, берәй сараһын нишләп күрмәйһегеҙ?"- тип әйтеп китеүселәр ҙә булды. Әммә мин бындай хәбәрҙәргә, буш һүҙ, кеше нимә генә һөйләмәҫ, тигән кеүегерәк ҡараным. Ысын күңелдән әйтәләр, тип уйламаным. Матур донъя көткәндәренә көнләшәләр, беҙҙе талаштырыр өсөн шулай ҡыланалар, тип үҙемде тынысландырған булдым. Баҡтиһәң, гонаһ алып йөрөгәнмен, ул кешеләр ысын күңелдән әйткән булған икән. Ә бына ағайымдың йомола төшөүенә, төрлө һылтау табып ҡунаҡтарға барырға тырышмауына, ваҡыты менән телефонды алмауына, һөйләшкән хәлдә лә ҡырыҫыраҡ яуап биреүенә бер аҙ иғтибар итергә кәрәк булғандыр...
Ә шулай ҙа бер көн барыһы ла асыҡланды. Ул көндө ағайым беҙҙе йыйып алды һәм шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр һалды: "Туғандар, түҙерлек хәл ҡалманы, еңгәгеҙ эсә!" Мин аптырап ҡалдым... тип әйтеү бер аҙ алдашыу булыр ине. Унан бигерәк, үҙеңде-үҙең алдаған һымағыраҡ килеп сығыр ине. Белмәнем түгел, белдем бит инде. Бары күрмәмеш тә белмәмеш булып йөрөгән булдым. Әммә эштең былай уҡ тәрәнгә киткәнен аңламағанмын шул. Еңгәм ҡунаҡ-фәләндә генә бер аҙ байрам итеп алалыр, тип уйланым. Баҡтиһәң, ул был боҙоҡ эште башҡалар һымаҡ артыҡ оҙаҡҡа һуҙып тормаған, ни бары йыл самаһы эсендә төҙәтеп ала алмаҫлыҡ хәмер ҡолона әйләнгән. Бындай аяуһыҙ әсе хәҡиҡәтте белгәс, беҙ ысынлап та аптырап ҡалдыҡ. Ағайымдың буштан-бушҡа беҙҙе йыймағанын, бындай ауыр һүҙҙәрҙе бушҡа әйтмәгәнен ултыра биргәс кенә аңлай төшәбеҙ. Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлаша. Ипләп кенә ағайыма күҙ һалам. Ул өнһөҙ ҡараштарын тәҙрәгә төбәп ҡатып ҡалған. Ҡараштарымды еңгәйемә күсерәм. Уныһы башын түбән эйгән һәм ике усы менән битен ҡаплап, шым ғына илай. Ирекһеҙҙән, балаларға күҙ һалам. Береһенән береһе бәләкәй биш бала мөлдөрәшеп-аптырашып ҡарап ултыра. Һөйләп тормаһам да аңлашылалыр, был бик ауыр күренеш. Ауыр тын алып, ағайым әйтеп ҡуя: "Бына шулай, туғандар, өйҙөң ҡото китте, балалар аслы-туҡлы йөрөй башланы, ҡыҫҡаһы, нимәлер эшләр кәрәк..."
Ә нимә эшләргә кәрәк? Беҙ нисек ярҙам итә алабыҙ? Бына ошо һорауҙарға яуап табыуҙары ауыр. Еңгәмде әйтәм, бәләкәй бала түгел. Ул бөтәһен дә аңлай. Шуға ҡаршы ла яуап бирмәй. Беҙҙең һәр бер әйткән һүҙгә баш ҡағып, ризалашып илап тик ултыра. Бар белгәнебеҙҙе әйттек инде былай. Башҡа нимә эшәйһең инде. Күңелһеҙ генә таралыштыҡ. Ағайым беҙҙе моңһоу ғына оҙатып ҡалды...
Ҡайтыуын ҡайттым, ә ауыр уйҙар баштан сыҡмай. Нимәлер эшләргә кәрәк икәнен аңлайым. Ә аныҡ ҡына нимә эшләргә һуң? Бына шуны аңлап булмай. Ә яуапты әйтәм, эргәлә генә торған һымаҡ. Әйҙә, әҙ генә уйла, зиһенеңде эшләт, яуапты таба яҙып ҡына тораһың бит, тип кемдер әйткән һымаҡ. Еңгәмде әйтәм, ул бит элек улай булманы. Донъяһын матур итеп көттө, балаларын яратып туя алманы, ҡайным-ҡәйнәм, бикәс-ҡәйнеш тип өҙөлөп торҙо. Ҡапылдан ғына кеше улай ҡырҡа үҙгәрә алмай ҙа инде. Һис юғында, үҙ теләге менән! Бына ошо хәл мине ныҡ аптырата. Көнөн дә уйлайым, төнөн дә уйлайым. Ваҡыт үтә, ә ниндәйҙер яуап таба алмайым. Бер көн атлап барған ерҙән ҡапыл ҡатып ҡалдым - ысынлап та, кеше бит ҡапыл ғына үҙ теләге менән үҙгәрә алмай! Үҙ аҡылында булған кеше бындай тиҙлектә кирегә тәгәрәй алмай! Бар яуап тап ошо һүҙҙәр эсендә ята түгелме һуң! Уйҙарым таралып китмәһен, тигәндәй, башымды ике усым менән ҡыҫып ҡосаҡлайым. Елкенеп киткән күңел бер аҙ тыныслана төшкәс, Аллаға шөкөр, дөрөҫ яуапты таптым, буғай, тип уйлап ҡуям. Әгәр минең фараз дөрөҫ булһа, еңгәм бит кемдеңдер шауҡымында йөрөй! Әллә сихырланылар микән уны? Аллам һаҡлаһын, булмаҫ тимә, хәҙер кеше яман бит. Әгәр эш былай торһа, еңгәмде больница-фәләнгә алып барыуҙан файҙа юҡ. Уны берәй муллаға алып барырға кәрәк!
Ошо ерҙә кәмә тағы ҡомға терәлә: ә мулланы ҡайҙан табырға? Ул заманда илдә үҙгәртеп ҡороуҙарҙың киң ҡолас алған мәле ине. Ҡапыл-ғара белеме булған дин әһелен табыуы ауыр. Намаҙ-ураҙаларҙы кеше йәшереп кенә башҡарҙы. Ә шулай ҙа мин күрше районда бер һәйбәт мулла барлығын ишетеп кенә белә инем. Әллә ҡунаҡта ишеттем, әллә урамда ишеттем инде. Хәҙер аныҡ ҡына әйтә алмайым. Әммә белә инем. Хәҙер бар ниәтем - нисек булһа ла шул муллаға еңгәмде алып барып күрһәтеү.
Иртәгеһенә үк бар эшемде ташлап, ирем менән ағайымдарға юл тоттоҡ. Хәл-әхүәл һорашҡас, ниәтебеҙҙе еткерҙек. Еңгәм ҡарышыр микән, тигән шикләнеүҙәр бар ине. Бындай ваҡытта бит күптәр, нимә, мин һеҙгә бөткән берәй эскесеме әллә, тип үҙеңә тауҙай була ла китә бит. Ярай әле еңгәм улайтманы, шунда уҡ башын һелкеп кенә үҙ ризалығын бирҙе. Ағайым, үҙегеҙ ҡарағыҙ инде, артыҡ өмөт юҡ, тип ризаһыҙ ғына башын ҡағып ҡуйҙы. Ирем, муллаға күрһәтергә кәрәк, ҡайнаға, шайтан ғына өмөтһөҙ, тип минең ниәтте хупланы. Эште яп-яҫыға, оҙон-оҙаҡҡа һуҙып торманыҡ. Шул уҡ көндө еңгәмде үҙебеҙгә алып ҡайттыҡ. Ә икенсе көн таң менән күрше районға сығып та киттек. Әле ҡыуанам, ярай әле тимерҙе эҫе мәлендә һуғып өлгөргәнбеҙ...
Ҡояш апаруҡ күтәрелгән мәлдә беҙ тәғәйен ауылға барып та еттек. Кеше күп булыр микән, бөгөн күренеп ҡайта алырбыҙ микән, тигән уйҙар бушҡа булып сыҡты. Элек бит (улай тиһәң, хәҙер ҙә шулай инде) кеше мулла-күрәҙәсегә күп йөрөнө. Ауырығаны ла йөрөнө, ҡыҙыҡ күреп йөрөгәндәре лә булды. Ә бөгөн, аптырамалы инде, берәү ҙә юҡ. Хатта күңелгә бер аҙ ҡыйын булып китте. Һәйбәт мулла тигәндәре әллә шаяртыу булды инде. Ҡыйыуһыҙ ғына урам эсенә үтәбеҙ. Бына һиңә мә, өй ишегендә ҙур йоҙаҡ тора. Эх, күпме өмөттәр менән килеүебеҙ бушҡа булып сыҡты, буғай. Шулай ҙа ҡапыл ғына кире боролоп сығып китке килмәй. Аптырашып, бер урында тапанып тора бирәбеҙ. Шул саҡ һарай яғынан йүткергән тауыш ишетелде. Бошонҡо ғына тауыш килгән яҡҡа баштарҙы борабыҙ. "Йә, һаумыһығыҙ. Бесәнгә тип әҙерләнеп йөрөй инек. Өлкән улды көтөп, бер аҙ һуңлап кителде. Әле тырманы алам, тип сығып килгән мәлдә һеҙҙе күреп ҡалдым", - тип һөйләнә-һөйләнә бер ир кеше беҙҙең яҡҡа ыңғайлап килә ята ине. Ул минең ирем менән ҡуш ҡуллап күреште. Беҙгә итәғәтле генә башын ҡағып ҡуйҙы. Ҡарап торам, хужа әллә ни оло күренмәй. Алтмыш йәше тулмағандыр, моғайын. Кеше һөйләгән мулла ошо микән? Шул арала ул эстән генә ниҙер уҡып, битен һыйпап ҡуйҙы. "Аяҡта дөрөҫлөк юҡ, ултырайыҡ", - тип эргәләге эскәмйәгә күрһәтте.
Бер аҙ тын ултыра биргәс: "Һеңлекәште сихырлағандар бит", - тип әйтеп ҡуйҙы. Бына ғиллә, һорашыу юҡ, төпсөнөү юҡ, ҡайҙан-нисек беләлер инде. "Әҙ генә иртәрәк алып килергә кәрәк булған. Әҙерәк һуңлағанһығыҙ. Шулай ҙа өмөт бар. Ҡотолоу юлы тик үҙенән тора. Ә хәҙер ҡайтығыҙ. Теүәл бер аҙнанан килерһегеҙ. Алты йомортҡа алып килегеҙ. Уларҙы магазиндан һатып алмағыҙ. Ауылда йәшәйһегеҙ бит, ауыл тауыҡтары һалған йомортҡалар булһын", - тине. Аллаға шөкөр, тип йылмайып ебәрҙем мин. Нисек ҡыуанмайһың инде, ана бит, өмөт бар, тип тора. Былай булғас, ҡотҡарабыҙ еңгәмде! Ә бына "Ҡотолоу юлы тик үҙенән тора", тигәне бер ҡолаҡтан инде, икенсеһенән сығып та китте. Аҙаҡ, өйгә ҡайтҡас ҡына, уйланып йөрөнөм был турала. Бөгөн беҙҙең өсөн иң мөһиме - өмөт бар! Шул арала хужа эстән генә ниҙер уҡып битен һыйпап ҡуйҙы. "Онотоп ҡуймағыҙ, алты метр аҡ тауар алып килегеҙ. Боронғо күҙлекәй аҡ таҫтамал булһа, бигерәк һәйбәт. Ә хәҙер мин бесәнгә барайым инде. Һау булығыҙ", - тип һаубуллашып, һарай яғына китеп тә барҙы. Беҙ урамға сығып, машина эргәһенә килдек. Ә хужа үҙ ғаиләһе менән картуф баҡсаһы яғынан сығып, ике арба булып тейәлешеп, эргәләге тауға табан юл тоттолар. Беҙ уларҙың тауға менеп киткәнен оҙаҡ ҡарап торҙоҡ...
Теүәл бер аҙнанан беҙ тағы уларҙың өйө алдында инек. "Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, килеп дөрөҫ эшләнегеҙ, һеңлекәштең хәле көндән-көн мөшкөлләнеп бара", - тип ҡаршы алды ул беҙҙе. Ул еңгәмде алғараҡ ултыртты, беҙ арттараҡ урын алдыҡ. Үҙ алдына оҙаҡ итеп доға уҡыны хужа. Шунан беҙгә борола биреп, ошоларҙы һөйләне:
- Һеңлекәшкә боҙомдо араҡыға ҡушып биргәндәр. Был мәлдә кеше күмәк булған. Ниндәйҙер өмә булғанға ла оҡшай. Шунда һеңлекәшкә көсләп араҡы эсергәндәр. Ниндәйҙер бер ҡатын, минең ҡулымдан эс, тип өҙмәгән дә ҡуймаған. Һеңлекәш ҡырҡа баш тартҡан. Әммә теге насар уйлы ҡатын ныҡышҡан да ныҡышҡан. Кемдер һауытты өҫтәл аша алып бирергә уйлаған. Әммә уныһы, юҡ, минең ҡулымдан ғына эсһен, тип оҙон өҫтәлде урап үтеп, һеңлекәштең эргәһенә үк килеп баҫҡан. Хатта уға бағышлап йыр йырлаған. Һеңлекәш бындай әрһеҙ ҡыҫтауға бирешкән һәм бер генә уртлап, кире бирергә мәжбүр булған. Боҙом бына шунан башланып киткән дә инде. Ә һеңлекәштең бөгөн дә бөтөнләй эскеһе килмәй, ә эстән шул боҙом ҡотортоп тик тора. Етмәһә, көндән-көн көсәйә бара. Шуға ул ошондай ауыр хәлгә төшкән. Ваҡыт күп үткән, боҙом ныҡ үҫешеп өлгөргән. Бөгөн мин уның көслө өлөшөн генә ала алам. Ә таралып киткәндәре менән һеңлекәшкә үҙенә көрәшергә тура килер... "Бына бит, әй, ниндәй яуыз кешеләр бар беҙҙең арала. Ҡайтайым ғына әле. Барыбер табам мин ул әҙәм аҡтығын. Күрмәгәнен күрһәтәм мин уның. Бына тигән еңгәмде әрәм итә яҙған, башы ҡороғор..." Хужа, әйтерһең, минең уйҙарҙы ишетеп ултыра. - Боҙоҡ кешене эҙләп маташмағыҙ. Ундайҙар һәр саҡ буласаҡ. Үҙегеҙ аң булығыҙ, үҙегеҙ һаҡ булығыҙ. Бөгөн, иң мөһиме, һеңлекәште ҡотҡарыу тураһында уйлар кәрәк...
Шунан хужа алдына таҫтамал йәйеп һала һәм уҡына-уҡына уға йомортҡаларҙы төрә башлай. Ҡарап ултырабыҙ, һәр йомортҡаны айырым төрә. Был юлы үтә оҙаҡ уҡыны хужа. Бер мәл бөтәһен дә төрөп бөттө. Миңә ҡалһа, ул йомортҡаларҙың ҡайһы берәүҙәре ҡуҙғала биреп ҡуйған һымаҡ булды. Бәлки, шулай ғына тойолғандыр. Ул мәлдә ишеткән һүҙҙәрҙән айнып бөтөлмәгәйне шул әле.
- Иншаллаһ, боҙомдоң көслө өлөшө хәҙер таҫтамал эсендә. Уны мин аҙаҡ үҙем юҡ итермен. Ҡалғаны, һеңлекәш, һинең үҙеңдән тора. Һиңә бөгөндән намаҙға баҫырға кәрәк. Әлбиттә, бөгөндән биш намаҙҙы үтәй алмаҫһың. Ә бына башҡарылғандары таралып өлгөргән боҙомға үҫергә-көсәйергә ирек бирмәҫ. Ә инде насип итеп, биш намаҙҙы башҡара башлаһаң, улар боҙомдо яйлап үлтерәсәк. Әле һеҙҙең ауылда дин юлына баҫҡан кешеләр һирәгерәк. Шуға күрә, ҡаршылыҡтар булыр, әлбиттә. Хатта мәле менән ҡайһы бер яҡындарың да һине аңламаҫ. Әммә һин үҙең ныҡ булһаң, һелекәш, Аллаһы Тәғәлә үҙ ярҙамынан ташламаҫ. Бына ошо дини китапты һиңә исемләп әҙерләп ҡуйғайным. Унда бөтәһе лә аңлатып яҙылған...
Бына ошо дин кешеһенә мин һаман рәхмәтлемен. Еңгәйем ҡотолдо бит ауырыуҙан. Дин кешеһе дөрөҫ әйткән, тәүҙә ҡаршылыҡтар апаруҡ булған. Быныһын еңгәм аҙаҡ миңә сер итеп кенә һөйләне. Тәү мәлдәрәк, тамаҡ әҙерләп мине көтөп ултырыу урынына намаҙ уҡыйһың да намаҙ уҡыйһың, тип ағайым да һуҡранғылаған. Балалар ҙа, үҙҙәренсә үсекләп, әсәләре ыңғайына бөксәнлеге сығып бер булғандар. Ауылда "Бахыр, берәү абыстай булып киткән, имеш", тип һөйләнеүселәр ҙә ишетелгеләгән. Әммә еңгәйем барыбер намаҙын ташламаған. Шуныһы ҡыуаныслы: тора-бара ағайым үҙе лә намаҙға баҫты. Аллаға шөкөр, бөгөн ағайым менән еңгәм биш балаларын матур итеп тәрбиәләп үҫтереп, башлы-күҙле итеп, ҡыуанышып бәхетле ҡартлыҡ кисереп ултыралар. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң. Әммә беҙ үҙебеҙ ҙә бәлә-ҡазаларҙан аң булайыҡ, һаҡ булайыҡ.

Сәйҙә ҒАФАРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.01.21 | Ҡаралған: 2503

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru