ТУҒАН ТЕЛГӘ ҺӨЙӨҮ
ҒАИЛӘНӘН ДӘ,
МӘКТӘПТӘН ДӘ БАШЛАНА
Ошо көндәрҙә Өфөлә тағы бер оло йыйын - Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтте. Унда әйтелгән төп фекерҙәр һәм һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәләре тураһында бер кәлимә һүҙ.
уйлыға - уй
ТӘРТИПҺЕҘ БАЛАНЫ АУЫҘЛЫҠЛАУ САРАҺЫ ТУРАҺЫНДА БАШ ВАТАЛАР
Ата-әсә шуға ла баланы рухи йәһәттән дә көслө булырға, бирешеп, ҡурҡып ҡалмаҫҡа, кәмһетергә маташыусыларға яуап бирә белергә өйрәтергә, ә баланың үҙен һәр саҡ маҡтап, үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙыра алырға тейеш.
донъя шаңдауы
ЯУҘЫ ЯҢҒЫҘ ҠАЙТАРМАЙҘАР
Был яңылыҡты эләктерә һалып алған Аҡ йорт хужаһы Дональд Трамп Рәсәй лидерының Украина менән тура һөйләшеүҙәре тәҡдимен ыңғай баһалап, уның Мәскәү өсөн дә, Киев өсөн дә "бөйөк көн" буласағы хаҡында социаль битендә яҙып сыҡты.
теманы дауам итеп...
ТУҒАН ТЕЛГӘ ҺӨЙӨҮ ҒАИЛӘНӘН ДӘ, МӘКТӘПТӘН ДӘ БАШЛАНА
Башҡортостан тигән республикала йәшәгәс, башҡортса аралаша, һөйләшә башлаһағыҙ, һәр бер башҡорт һеҙҙе яратып ҡабул итер, хөрмәт менән ҡарар, тип өҫтәйем.
тарихи хәҡиҡәт
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
Башҡорттарҙан 4 полк төҙөп, уларҙы Варшаваға һәм Кавказға хеҙмәткә ебәреү хаҡында ла юллама ебәрелә. Әммә быға ризалыҡ бирелмәй. Был фекерҙе Балкашин белдерә; уны ваҡытында Перовский ҙа хуплай, ул башҡорттарҙы хәрби сословиела ҡалдырыу яғында була.
тарихыңдан дан тап!
БАШҠОРТ ТАРХАНДАРЫ ҺӘМ ДВОРЯНДАРЫ
XVIII быуатта тарханлыҡ исемен биреү һәм уларҙы теркәү билдәле бер юлға һалынған. 1734 йылда Хөкүмәт Сенаты указы менән тархандарҙы иҫәпкә алыуҙың һәм теркәүҙең Өфө канцелярияһында яңы тарханлыҡ кенәгәһе булдырылған.
ҡыҙыҡлы әңгәмә
АТАЙЫМ ХАЛҠЫНА ҺӘМ ҮҘЕНӘ МӘҢГЕЛЕК ҺӘЙКӘЛ ҠОЙҘО
Заманында партия Өлкә комитетының беренсе секретары булған Зия Нуриев ағайҙы атайым бик ныҡ хөрмәт итте. Биләгән вазифаһы өсөн түгел - Зия Нуриев киң ҡарашлы, мәҙәниәтле етәкселәрҙең береһе ине. Ундайҙар һирәк була.
Гөлсирә Ғиззәтуллина
АЛТАУ ҺӘМ ҺУҢҒЫ ГРАНАТА - 6
Был һуғыш быға тиклемгеләргә оҡшамаған. Иң мөһиме, паникаға бирелмәҫкә лә абай булырға. Тәүге аҙна-ун көн алйотлоғоң арҡаһында ҡара ҡапсыҡҡа кермәһәң, артабан үҙең төшөнәһең. Һуғышта бөтәһе лә тиҙ, тәжрибә туплау ҙа...
ижадхана
МАТУРЛЫҠ - КҮҢЕЛЕБЕҘ ТОРОШО
Мине һәр ваҡыт кемдер күҙәтеп тора, тигән тойғо ла бар ине хатта. Шул тойғоноң нимә икәнлеген сәхнәгә беренсе тапҡыр сыҡҡас аңланым: тамашасыны һиҙеү тойғоһо булған икән ул.
хәтерләп...
ОЛАТАЛАРЫ ЯҘМЫШЫН БҮЛӘЛӘРЕ ҠАБАТЛАЙ
Йылайыр районының йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡайраҡлы (рәсми исеме Түбәнге Ғәле) ауылынан ер өсөн яңы урынға күсеп сыҡҡан беҙҙең Сәләх ауылынан да Бөйөк Ватан һуғышына ҡырҡлап ир-егет алына һәм, ҡулдарына ҡорал алып, ил һағына баҫа.
хәтерләп...
АТАҺЫНЫҢ КҮСЕРЕ
Һуғыш осоро балаһы ағайым Усманов Тимерғәзим Әһелулла улы 1940 йылдың 20 апрелендә Әлшәй районының Баязит ауылында тыуа. Тәпәй баҫҡан сағында һуғыш башлана.
заманса...
ЯҺАЛМА ИНТЕЛЛЕКТ КЕШЕНЕ АЛЫШТЫРА АЛАСАҠМЫ?
Алдағы 15-20 йылда кол-үҙәк операторҙары, секретарҙар, тәржемәселәр, бухгалтерҙар, юристар, журналистар, завод эшселәре, курьерҙар, поездар һәм метро машинистары һәм хатта таксистар эшһеҙ тороп ҡалырға мөмкин.
|