«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№27, 6 - 12 июль, 2019

БАБИЧ

ҺӘЙКӘЛЕ ҠАРШЫЛАЙ

Өфөлә күренекле шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды. Шағирға һәйкәл ҡуйыу Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған саралар программаһы сиктәрендә планлаштырылғайны һәм уны асыу тантанаһы V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына тап килтерелде.

Бабич һәйкәлен асыу тантанаһында Ҡоролтай делегаттары менән бергә республика етәкселеге вәкилдәре лә ҡатнашты. "Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыу - республикабыҙ өсөн әһәмиәтле ваҡиға, - тип билдәләне үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. - Хәҙер Башҡортостан бөтә донъя менән осрашҡан төп конгресс майҙансығында шағир һыны торасаҡ. Ул беҙҙе тотош республикабыҙ һәм уның күп милләтле халҡының мәнфәғәте өсөн изге эштәргә дәртләндерәсәк. Бөгөн мин Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы йыйынында көсөбөҙҙө берләштерергә, тыуған төйәгебеҙҙе нығытыуҙа мөһим аҙымдар яһарға тигән тәҡдим менән сығыш яһаным. Йөҙ йыл элек Шәйехзада Бабич тап ошондай көслө һәм берҙәм Башҡортостан өсөн ғүмерен биргән дә инде. Бабич ғәҙелһеҙлекте фашлаған талантлы һүҙ оҫтаһы булып халыҡ хәтерендә ҡалған. Беҙҙең, уның тоҡомдары өсөн Бабич тауышы әүәлгесә йөрәгебеҙҙә яңғырай һәм беҙ Башҡортостандың шәп ул-ҡыҙҙарының эшен лайыҡлы дауам итеү өсөн барыһын да эшләрбеҙ!"
Бронзанан ҡойолған алты метр бейеклектәге Бабич һыны Зәки Вәлиди урамында, Телеүҙәк алдында тора. Уны ҡуйыу урыны осраҡлы һайланмаған, шағир баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы үҙенең көрәштәше Зәки Вәлиди урамында "ҡаршы алып" торасаҡ. Ижади концепцияны Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук тормошҡа ашырған.

уйлыға - уй
БЕРҘӘЙЛЕК ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК ХАҠЫНДА

Башҡортлоҡ юҡҡа сыҡмаған, йәшәйешебеҙҙә ошо сифатҡа ихтыяж булған һәр осраҡта милләттәштәребеҙҙең күпселеге үҙ ғәмәлдәрен нәҡ башҡорт кешеһенә хас булғанса бойомға ашырасаҡ.

ҡала хакимиәтендә
БАЛАЛАР УЙЫНДАРЫ БАШЛАНА!

Һуңғы арала сағыу төҫтәге, МДИ тип яҙылған эмблемалар күҙегеҙгә йыш салына башланымы? Аптырамағыҙ, Өфө мөһим сараға әҙерләнә - киләһе аҙнала, 9-14 июлдә, баш ҡалала 53-сө Йәйге халыҡ-ара Балалар уйындары үтәсәк.

афарин!
МАТУР ӨЛГӨ

Интернетта Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанындағы кафе эргәһендә "АЯБашкир" исемле алтаҡта тураһында фекер алышыуға осрағас, әлеге яҙыуҙың "хужаһы" булған компанияның идара итеүсеһе Кристина Миллер менән осрашып әңгәмә ҡорҙоҡ.

әсәйҙәр мәктәбе
ҒӘЙЕПЛӘМӘГЕҘ - УЛ ИҢ АУЫР ХЕҘМӘТТЕ БАШҠАРА

Ә әсәй булыуы еңел түгел! Бөгөнгө йәш әсәйҙәргә, әсәй буласағы асыҡланғас та уҡ, "белмәйһең" тигән ярлыҡ тағыла. Йәғни, уға "насар әсәй" тигән темаға ғәйепләүҙәр өйөлә башлай.

ҡыҙыҡлы әңгәмә
БАЛАҢДЫ ЯРАТЫРҒА ӨЙРӘН – УНЫ ТӘРБИӘЛӘҮҘӘГЕ ТӨП ӨЛӨШӨҢ ШУЛ БУЛЫР

Бөгөн ни өсөн тәрбиә эшендә проблемалар күбәйҙе тип уйлайһығыҙ? Сөнки ошолай аралашыуҙар ҡыҫҡарҙы, йолалар онотолдо. Глобализацион процестар көсәйеүе һөҙөмтәһендә күптәр яңғыҙлыҡ тойғоһо кисерә.

ҡоролтай зыңғыры
ҺҮҘЕБЕҘ ҺӘМ ҠЫЛЫҒЫБЫҘ МЕНӘН ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ БӨЙӨКЛӨГӨН АРТТЫРАЙЫҠ!

Башҡорт теле фондын булдырҙыҡ, гранттар тапшырабыҙ, башҡорт теленән диктант үткәрәбеҙ, телде өйрәнергә теләгәндәр өсөн курстар асырбыҙ. Туған телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайыҡ.

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru