«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒӘЙЕПЛӘМӘГЕҘ - УЛ ИҢ АУЫР ХЕҘМӘТТЕ БАШҠАРА
+  - 



Өләсәй менән әсәйҙең араһында ниндәй айырма бар? Ни өсөн балалар өләсәйҙәрҙе ярата, уларға тартыла? Улар янында ҡалырға, барырға, ялдарын йәки каникулдарын шунда үткәрергә ынтыла Әрләмәгәндәре, барыһын да рөхсәт иткәндәре, күберәк маҡтағандары, уларға ваҡыт бүлгәндәре, ихлас яратҡандары өсөнмө? Былар ҙа етерлек сәбәптәр, шулай бит? Ә ни өсөн өләсәйҙәр шулай була ала ла, әсәйҙәр булып етә алмай? Ҡыҙыҡ һорау, эйеме? Сөнки өләсәйҙәр психик өлгөрөүҙең юғары дәрәжәһенә еткән, улар тынысланған, юҡҡа-барға ҡыҙып, ҡаңғырып бармай торған халәткә еткән. Өләсәйҙәр аҡылланған, улар йөрәген дә, асыуын да, хистәрен дә аҡылға буйһондорған. Өләсәйҙәр ҡыйыу, улар ейәнен эттән дә, уҡытыусынан да, хатта баланың үҙ ата-әсәһенән дә яҡлай ала. Һәм бына йәнәшәһендә ошондай үҙ-үҙенә ышанған, тәжрибәле, күпте белгән, бер хәлдә лә ҡалтырап төшмәгән, ҡысҡырмаған һәм барыһын да тик ыңғайға ғына һаплап торған өләсәй булыуы йәш әсәләр өсөн бер бәхет.

Ә әсәй булыуы еңел түгел! Бөгөнгө йәш әсәйҙәргә, әсәй буласағы асыҡланғас та уҡ, "белмәйһең" тигән ярлыҡ тағыла. Йәғни, уға "насар әсәй" тигән темаға ғәйепләүҙәр өйөлә башлай. "Дөрөҫ туҡланмайһың! Дөрөҫ кейенмәйһең! Ни эшләп улай иттең - балаң шулай була! Ауырлы көйөнә!.." Бала табыу йортонда табиптарҙа беренсе "дәрес" үтелә: тота белмәйһең, имеҙә белмәйһең, йыуа белмәйһең... Өйгә ҡатҡас иһә, был хәл саҡ ҡына йомшағыраҡ юҫыҡта, әммә дауам итә: хәҙерге йәштәр бала ҡарай белмәй, төнө буйы илата, төрмәй ҙә, йоҡоһо тыныс булмай, ҡоро имеҙеүгә генә туямы, йоҡа кейендерәһең... Күп атайҙарға сабыйҙың илауы, юҡҡа көйһөҙләнеүе, ҡатынының күберәк балаға иғтибар бүлеүе, бәпесе янында йоҡлауы, арыуҙан кәйефһеҙ булыуы оҡшамай. Улар бындай ваҡытта сабырһыҙланып, әлеге әсәгә ҡарап: "Нимәгә туҡтауһыҙ илай? Нимә булған уға? Нишләп йоҡлата алмайһың?" тигәнерәк һорауҙарҙы ташлай ҙа, аныҡ яуап көтә. Ә әсәй ҡайҙан белһен? Бәпестең ни өсөн тыныс ҡына ятырға теләмәгәнен, ниңә ҡулда ғына булғыһы килгәнлеген, ниндәй сәбәп менән йоҡлап китә алмағанын үҙе лә тәүге тапҡыр ғына әсәй булған ҡатын ҡайҙан белергә тейеш? Уға әсәй булырға кем өйрәткән?
Балалар баҡсаһында тәрбиәселәр "насар һөйләшә, насар ашай, шөғөлләнмәйһегеҙ", башланғыс мәктәптә уҡытыусылар "шаяра, иғтибарһыҙ, тыңламай", юғары кластарҙа "әҙерлек етмәй, етди түгел, имтиханын бирә алмаясаҡ", тиҙәр. Һәм бөтөн ошо "етешһеҙлектәрҙә" лә әсә үҙен ғәйепле тоя. Балаһын ҡулына алғандан алып уның күңелендә ошондай хәбәрҙәрҙән "нимәнелер яңылыш эшләйем, белмәйем, ҡарап еткермәйем, аңлай алмайым" тигән ҡурҡыу, шом, үҙ-үҙенә ышанмаусанлыҡ инеп урынлаша ла, уның психикаһын яйлап ҡына ҡаҡшата. Әсә бөтөн был ғәйепләүселәрҙән дә балаһын араларға, уны артына йәшереп алып ҡалырға тырыша. Балаһы хаҡында әйтелгән бәләкәй генә насар һүҙ ҙә уның күңелендә ҙур яра яһай. Әле үҙе лә балалыҡтан сығып, холҡо нығынып өлгөрмәгән йәш әсә "өйрәтеүселәр"ҙән һаҡланыуҙың бер нисә генә сараһын башҡара ала: йәки ҡаршы ирешә, йәки илай, йәки... балаһын әрләй.
Мин йыш ҡына йәш әсәләргә иғтибар итәм. Уларҙың паркта коляска менән йөрөгәнен, балаларын уйнатҡанын күҙәтергә яратам. Ҡарап торһаң, уларҙың күптәре тынысһыҙ. Йоҡо етмәү, режим тота алмау, йонсоуы ла, башҡа сәбәптәре лә барҙыр, ҡатындар сабырһыҙ, ҡыҙыу, көйгәләк. Ҡала урамдарында, парктарында сабыйын тынысландыра алмай, коляскаһын һелкеткән, тыңлата алмай елтерәткән, туҡмаған, ҡысҡырған әсәйҙәр аҙ осрамай. Бында ла һәр кем әсәйҙе шелтәләп, әрләп үтә. "Нимә эшләйһегеҙ? Хәҙер мин һеҙгә полиция саҡыртам!" тип тә янап китәләр. Тик береһе лә туҡтап, уға ярҙам итергә теләмәй. Берәү ҙә әсәнең хәлен һорамай. Асылда бит, әсә балаһын тыңлата алмай, әсә ҡысҡыра, әсә илай икән, бында ярҙам иң беренсе әсәнең үҙенә кәрәк. Бала әсәһен тыңламай, сөнки уның эсендә ҡурҡыу барлығын тоя. Ҡосаҡлашҡанда, бергә ятҡанда, нимәлер башҡарған ваҡытта ул әсәһенең эсендә ныҡлы көс, үҙ-үҙенә ышаныусанлыҡ юҡлығын аңғара ала. Ә бәләкәй бала ул шундай йән эйәһе, ул көслөрәккә тартыла, ә көсһөҙөрәккә буйһонмаусанлыҡ күрһәтә. Бындай төшөнсә уларға һалынған була. Һәм шул бәләкәй генә кешекәй ҙә әсәһен еңеп алырға, баҫырға, уның менән идара итергә ынтыла. Был тәңгәлдә балаға әлеге эргә-тирәләгеләрҙең әсәһенә ҡарата "белмәйһең" тигәнде күп ҡулланыуы ла йоғонто яһай. Үҫә бара улар ҙа "Һин белмәйһең! Аңламайһың!" тип ысҡындыра башлайҙар.
Бер оҙон юлда поезда ҡайтҡанда, күрше урындағы бала менән әсәнең "һуғышын" күҙәтеп килдем. Әсә баланы әүрәтеп кенә бер урында тота алмай. Уйынсыҡтары ла күп, аҙыҡты ла төрлөләп алған, әммә ҡыҙыҡай уларға әүрәмәй. Ә янындағы пассажирҙар әсәгә туҡтауһыҙ шелтә ташлай: тыныслыҡ бирмәйһегеҙ, шаулайһығыҙ, балағыҙҙы ҡарай алмайһығыҙ. Ахырҙа, ҡатын иҙәндән тәпешкәһен алды ла балаһын уңлы-һуллы һуҡҡылап ташланы. Уның был ҡыланышынан халыҡ "ах" итте. Асылда, ике йәшлек ҡыҙыҡайҙың әсәһе арыған ине. Ул ошо тынысһыҙлыҡ хәлендә ярҙамһыҙ һәм яңғыҙ ине. Уны барыһы ла ғәйепләй ҙә ғәйепләй ине. Балаһын туҡмап йоҡлатырға һалған ҡатын, башҡаларға арҡаһын ҡуйып, шым ғына мыршылдап иланы...
Шул ваҡыт мин үҙемдең балаларым бәләкәй ваҡытты иҫләнем. Бәләкәстәр туҡтауһыҙ ауырый ҙа, һиңә ярҙам иткән кеше юҡ. Атай кеше "ни эшләп ауырытаһың" ти, табиптар "дауалай белмәйһегеҙ" тиҙәр, эштә "ул ниндәй туҡтауһыҙ больничныйға сығыу" тиҙәр, баҡсала "бөтә нәмәнән артта ҡалдыраһығыҙ" тиҙәр. Мин дә шундай саҡтарҙа сараһыҙлыҡтан, көсһөҙлөктән ултырып илай ҙа, ирешә лә, ҡысҡыра ла, асыуымды балаларға төшөрә лә торғайным... Бөгөн йәш әсәйҙәргә ярҙам иткәндәй әҙәбиәт тә күп һымаҡ, интернет тулы материалдар, әммә эш һәр кемдең шәхсән хәл-ваҡиғаһына килеп төртөлһә, һәр әсә менән балаға индивидуаль ярҙам кәрәк була ла ҡуя шул. Йәғни, уҡып ҡына әсәй булырға өйрәнеү ауыр.
Ошо урында туғыҙ балаға әсәй булған әсәйемдең беренсе балаһы тыуғандағы бер ҡыҙығын да миҫалға килтереп киткем килә. Тәүге ағайым ни эшләптер йөнтәҫ булып тыуған. Сикәләрендә, маңлайында, яурын-арҡаларында тырпайып торған ҡап-ҡара бәпәй йөнө булған. Үҙе медик булһа ла әсәйем быны күреп ҡурҡҡан, етмәһә, өләсәйем "көсөк шикелле тас йөн" тип уны тағы ла шомландырған. Атайыма күрһәтмәү өсөн ныҡ итеп урап тотҡан бер нисә көн. Ахырҙа, ул да барыбер күргән һәм шулай уҡ аптырап "әллә ипләп кенә гәзит менән өтөп ҡарайыммы" тигән. Ай тирәһендә бәпәйҙәге был йөндәр үҙенән-үҙе ҡойолоп бөткәнме, юғалғанмы инде. Ҡартайғас әсәйем шуны ҡыҙыҡ итеп һөйләй ҙә: "Шулай булырға мөмкин икәнен уҡығанмын, теорияһын беләм бит инде. Юҡ шул, үҙ хәлемдә ҡаушаным да төштөм. Йәш саҡта шулай икән", - тип ҡуя торғайны.
Унан тағы ла бер миҫал. Киленебеҙ 18 йәштә генә әсәй булды. Бала табыу йортонан ҡайтҡас, төрөргә өйрәтәйем әле тип барһам, был бәпесен заманса кейемдәр кейҙереп, ҡурсаҡ кеүек итеп һалған. Ҡулында бейәләйе лә бар хатта. Ҡыҫылманым, ярай, үҙенсә итһен, тинем. Бер-нисә көндән тауыш булып алды. Бәпәйҙәре туҡтауһыҙ илағас, йәш әсәй тынысландыра алмағас, атай кеше ҡыҫылған. Улай иткәндәр, былай иткәндәр - бәпәй ярһыған ғына. Ахырҙа, ҡустым уны сисендереп ҡарарға булған. Бейәләйен һыпырып алһа, эстә сабыйҙың гел хәрәкәттә булған бармаҡтары әлеге бейәләй эсенән бер епте эләктереп һүреп, урта бармағына ҡат-ҡат итеп ураған икән. Бармаҡ туптай шешкән, күгәргән. Дауаханаға һалып, саҡҡа баланың бармағын ҡотҡарып алып ҡалдылар, аҙ ғына һуңлаһалар, ҡырҡырға тура килер ине, тинеләр. Ошо хәлдән һуң ҡустым яр һала: "Мин хәҙер вахтаға эшкә китһәм, ул баланы ҡарай алмай, үлтерә! Бәпесте уйынсыҡ тип уйлай ул", - ти. Бахыр ҡатыны, ғәйепле булып, балаһын ни эшләтергә лә белмәй хәҙер. Киленемде яҡлашып, уның адвокаты булып алырға тура килде шул саҡ. Ысынында, ул балаһын шул тиклем матур ҡарай, бары ҡайһы бер нәмәләрҙә тәжрибәһе генә юҡ ине... Әсәй булырға өйрәнеү еңел түгел. Йәш әсә бөтә нәмәне лә белмәй, барыһын да аңлап етә алмай әле. Ул психологик тотороҡло була алыу хәленә өлгәшмәгән, был хәлгә етеү өсөн әле уға аҙ иларға һәм аҙ көйөргә түгел. Ул әле күп мәсьәләләрҙе дөрөҫ хәл итә лә алмай, хаталар яһай, шул хаталарында бешегә. Ул ғүмеренең, йәшәйешенең иң ҙур һәм мөһим бурысын башҡара - бала үҫтерә. Был эште лә уға нисегерәк итеп башҡарырға кәрәклекте берәү ҙә өйрәтмәгән. Интуицияһына, үҙенә һалынған тәрбиә алымдарына, әсәлек һөйөүенә таянып ҡына йәшәй ул. Эстән һәр әсә лә барыһын да яҡшы, идеаль итеп эшләргә теләй, тик улай илеп сыҡмай һәм ул тағы ла шомланып, йәмғиәттең, яҡындарының, ғаиләһендәгеләрҙең "икеле" сәпәүҙәрен көтә.
Интернетты асып ҡараһаң, йәш әсәләр енәйәте тураһында йыш ҡына яңылыҡтар сыға. Ҡайҙалыр әсә балаһы менән ҡуша туғыҙынсы ҡаттан һикергән, ҡайҙалыр әсә балаһын ванныйҙа батырған, ҡайҙалыр сабыйын урамда ҡалдырып киткән, һәм башҡалар. Беҙ хор менән "Ҡайҙан сыға шундай әсәләр? Йәнһеҙ! Хайуан!" тип бот сабабыҙ. Ә психологтар яҙыуынса, бер әсә лә балаһын үлтерергә теләмәй, бер әсә лә балаһына аңлы рәүештә яуызлыҡ ҡылмай. Бындай енәйәттәр йәш әсәнең тышҡы факторҙарға ҡаршы тора алмауынан килеп сыға. Ҡыҙ балаға әсәлек тойғолары тәбиғәттән һалына тибеҙ беҙ. Эйе, һалына. Тик был тойғоларға нисек итеп яңғыҙың бала үҫтереү, нисек итеп бер пособиеға йәшәү, ҡалайтып кредит түләү, ипотеканы күтәреү, эскелеккә ҡаршы тороу, эшкә өлгөрөү, ир менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау, етәкселеккә ярау, карьера эшләү кеүек бихисап төшөнсәләр инмәгән нишләптер. Быларҙың барыһына ла яуапты ҡатын үҙе эҙләй.
Бер әсәгә лә еңел түгел. Бер әсә лә идеал түгел. Һәм әсәлек оҫталығына бер мәктәптә лә өйрәтмәйҙәр. Һәр әсә балаһына үҙенсә әсәй була, хатта эскесе әсәй ҙә. Балаға әсә һөйөүен һәм йылылығын унан башҡа бер әҙәм дә бирә алмай. Әсәйҙәр донъялағы иң ауыр эште башҡара - кешене тыуҙырып үҫтерә. Бөйөк һәм көслө ир-егетте лә, батшаларҙы ла, президенттарҙы ла ана шул йәш кенә әсәләр тыуҙыра. Һәр береһе балаһын тәүге тапҡыр ҡулына ҡурҡып ҡына ала, ҡалайтырға белмәй. Һәм шул әсәйҙәргә кешелектән бары бер нәмә генә кәрәк - мәрхәмәтлек. Ғәйепләү һәм хаталарын төртөп күрһәтеү түгел, ә ярҙам. Ололарға, мәҫәлән, килененә өйрәтеп кенә тороу түгел, ә балаһын алып ҡалып, уға берәй сәғәт ял биреү. Иренә был осорҙа ҡатынына айырыуса иғтибарлы булыу. Эштән ҡайтып, "Нимә менән булдың?" тип шелтәләмәҫкә, ә "Әйҙә, бергә йөрөп киләйек" йәки "Ҡана, мин йоҡлатайым бөгөн" тиергә. Туғандарға уның зарҙарын тыңларға, кәрәк икән - ҡосаҡлап йыуатырға. Тик әсәне тәрбиәләргә, баһаларға һәм нимәләлер ғәйепләргә түгел. Сөнки әсәй булырға өйрәнеү - иң ауыр хеҙмәт ул.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.19 | Ҡаралған: 831

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru