БЕҘҘЕҢ ӨФӨБӨҘҘӘ ТУҒАН ТЕЛДӘР ҺАНЛАНА
Республика көнөнә арналған байрам саралары сиктәрендә Өфө ҡала округы хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергән мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.
(Дауамын уҡырға).
көнауаз
АҠСАЛА ЛА АЛТЫНДА ЛА ТҮГЕЛ БӘХЕТ
Әсәлек капиталын демографик һәм финанс күрһәткестәр менән генә сикләү дөрөҫ түгелдер. Атай һәм әсәй, олатай һәм өләсәй булыу бәхетен аҡса менән генә үлсәп булмай. Халыҡ юҡҡа ғына "Маллы бай түгел, уллы бай", тип әйтмәгән.
белмәһәң - бел!
РЕСПУБЛИКАБЫҘҘЫҢ ҮҘ ПРЕЗИДЕНТЫ, ГЕРБЫ, ФЛАГЫ, ГИМНЫ БАР
Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ - республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ - азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе - дуҫлыҡ символы.
хеҙмәт һабаҡтары
АТАЙЫМ ӨЛГӨҺӨНДӘ ҮҘ ЭШЕМДЕ ҠОРҘОМ
Атайымдың һәр саҡ янымда булыуы миңә ышаныс бирҙе. Уның төплө, урынлы һәм файҙалы кәңәштәре эшмәкәрлегемә еңеллек килтерҙе, миңә рухи көс өҫтәне, һәр башланғысымды хуплап-яҡлап тороуы аҙымдарымды нығытты.
тарихи хәҡиҡәт
БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА
Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Стратегик тикшеренеүҙәр институты өлкән хеҙмәткәре Рәмил Насибулла улы Рәхимов Беренсе донъя һуғышы осорондағы Башҡортостан менән таныштырыуын дауам итә.
диалог
БАШҠОРТЛОҠ - УЛ ОЛО ЯУАПЛЫЛЫҠ
Кешегә тыуғанда ук ниндәйҙер абсолют критерийҙарҙы үҙ эсенә алған көйләнеш һалынған. Башҡорттарҙа ғәҙеллеккә, ирек һөйөүсәнлеккә, дөрөҫлөккә көйләнеш һалынғандыр, күрәһең.
аң бул, кеше
ТӘБИҒӘТТЕ АЛДАП БУЛАМЫ?
"Әлегә зыянлы булыуы тулыһынса иҫбатланмаған продукция ҡулланыу көтөлмәгән һөҙөмтәләргә килтереүе бар. Граждандарыбыҙҙы сифатһыҙ аҙыҡтан һаҡларға тейешбеҙ", - тине Владимир Путин.
был йылда...
ЙОЛАЛАРЫБЫҘ МИЛЛИ СӘНҒӘТ НИГЕҘЕ УЛ
Туған тел, уның менән бергә мәҙәниәт, йолалар ҙа һәр милләтте милләт итеүсе, уны һаҡлаусы булып тора. Ошо хәҡиҡәтте беҙҙә олоһо ла, кесеһе лә аңлай. Көн һайын ниндәйҙер мәҙәни сара үтеп тора, уның урынына яңыһын уйлап табып торалар.
|