«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМ ӨЛГӨҺӨНДӘ ҮҘ ЭШЕМДЕ ҠОРҘОМ
+  - 

Эшҡыуарлыҡҡа кеше төрлөсә килә. Кемдәлер бала саҡтан эшҡыуарлыҡ һыҙаттары ярылып ята һәм, иртәме-һуңмы, улар ошо йүнәлеште үҙ итә. Икенселәр урау юлдар үтеп, бихисап эш урыны алыштырып та, уларҙан ҡәнәғәтләнеү тапмағандан эшҡыуарлыҡ арбаһына "ултыра". Ҡайһы берәүҙәрҙе был аҙымға ниндәйҙер танышының уңышлы эшмәкәрлеген күреү һәм уның кеүек үк уңышҡа өлгәшеү теләге этәрә. Шулай уҡ эшҡыуарҙар араһында атаһы өлгөһөнә эйәреп, уның юлын дауам итеүселәр ҙә бихисап. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ, "Азамат" асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Руслан ШАҺЫБАЛОВ, нәҡ атаһының еңел ҡулы менән ошо өлкәгә килә һәм әлеге ваҡытта уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Уның менән эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуып үҫтем. Бәхет эҙләп, уңыш артынан ҡыуып, сит тарафтарға китмәнем, ә ғаилә ҡороп, үҙемдең тыуған төйәгемдә төпләндем. Тормоштан ҡәнәғәт булыр өсөн кешегә күп кәрәкмәй, минеңсә. Атай-әсәй, туғандар, ғаилә, дуҫтар-таныштар иҫәнлеге-именлеге һәм донъяларҙың тыныс тороуы үҙе бәхет түгелме ни? Шуға күрә, тормошҡа артыҡ ҙур талаптар ҡуймайынса, барыһына шөкөр итеп, һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәйем. Ә яратҡан, күңел биреп башҡарған эшемдең булыуы бәхетемде тағы ла нығыраҡ тулыландыра һәм йәшәйешемде әһәмиәтлерәк итә.
Эшҡыуарлыҡҡа 2000 йылда, милициялағы хеҙмәтемде ҡалдырып, атайымдың саҡырыуы буйынса килдем һәм бына 14 йыл ағас эшкәртеү өлкәһендә эшләйем. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡыйыуһыҙ ғына ишек шаҡыным, ләкин атайымдың һәр саҡ янымда булыуы миңә ышаныс бирҙе. Уның төплө, урынлы һәм файҙалы кәңәштәре эшмәкәрлегемә еңеллек килтерҙе, миңә рухи көс өҫтәне, һәр башланғысымды хуплап-яҡлап тороуы аҙымдарымды нығытты. Әлеге ваҡытта ла ҙур эш башлар алдынан уның менән кәңәшләшәм, һүҙенә ҡолаҡ һалам.
Бөгөн ағас эше менән булған эшҡыуарҙар күп. Улар араһында юғалып ҡалмаҫ өсөн тырышырға һәм ҙур көс һалырға кәрәк. Бының өсөн бар шарттарҙы ла дөрөҫ ҡуллана белергә өйрәнеү мөһим. Ағас алып, бура күтәрҙең дә - эш бөттө, тип ултырырға ярамай. Бындай ҡараш менән юғары үрҙәр яулап булмай. Бураны һатып ебәреү өсөн дә йоҡлап ятмаҫҡа, йүгерергә, сос булырға, тырышырға кәрәк. Реклама өҫтөндә күп эшләү яҡшы һөҙөмтә бирә. Бының өсөн хәҙер саралар күп - гәзит-журналдарҙа ла, интернет селтәрендә лә йәки башҡа төрлө лә клиенттарға тейешле мәғлүмәтте еткерергә була. Тағы ла бер мөһим момент - һәр структурала ла бәйләнештәрҙең булыуы эште күпкә еңеләйтә. Шуға күрә, төрлө өлкәлә танышлыҡ булдырыу һәм уларҙы оҫта файҙаланырға өйрәнеү мөһим.
Һәр башлаған эшемә оло яуаплылыҡ менән ҡарайым, сөнки был сифат уңышҡа өлгәшеүҙең нигеҙе, тип һанайым. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡта бәләкәй һәм ҙур, әһәмиәтһеҙ һәм ваҡ әйберҙәр юҡлығын, был өлкәлә бар нәмә лә мөһим икәнлеген аңлау ҙа яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә булышлыҡ итә. Ғөмүмән, ошо хәҡиҡәтте аңламай тороп, эште алға ебәреүе мөмкин түгел. Тәү ҡарашҡа бәләкәй генә булып күренгән әйбер ҙә дөйөм йомғаҡ өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә булыуы бар. Шуға күрә һәр осраҡҡа, һәр әйбергә иғтибарлы булыу һәм бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмау - эшҡыуарҙың төп ҡағиҙәләренең береһе булырға тейеш.
Эшҡыуарлыҡта мине иң ылыҡтырғаны - һәр аҙымыңды ныҡлы уйлай белеү, килеп тыуған көтөлмәгәнлектәрҙе аҡыл менән йырып сыға алыу мөһимлеге, тип әйтер инем. Шулай уҡ кеше менән эшләй белеү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Бригадамда эшләүселәр һәм заказ биреүселәр менән алдауһыҙ, мутлашыуһыҙ эш итәм. Кешене бер тапҡыр алдарһың, бәлки, үтеп тә китер, ләкин икенсе мәртәбә ул һинең менән эш итеү түгел, һинең яғыңа боролоп та ҡарамаясаҡ. Был осраҡта халыҡ араһында шәп эшләгән "сарафан" радиоһы тулҡындарында алдаҡсы эшҡыуар хаҡында хәбәр тиҙ тараласаҡ. Ә был, үҙ сиратында, заказдар һанына, ярашлы рәүештә, килемгә лә тәьҫир итә. Үҙ һүҙендә тормаған кешегә эшләргә теләүселәр ҙә кәмейәсәк, ә ағас эшкәртеү менән булғанда эшселәрһеҙ - тере ҡулһыҙ кеүек. Шуға күрә, намыҫлы эшләйем һәм эшселәрҙе лә, заказ биреүселәрҙе лә ҡыйын хәлгә ҡуймайым. Әлеге ваҡытта егерменән артыҡ эшсем бар. Уларҙың күбеһе ауылдаштарым һәм күрше ауылдыҡылар. Ҡулдары оҫта, үҙ эштәренә яуаплы ҡараған, эш нескәлектәрен яҡшы белгән кешеләр менән эш итеүе еңел һәм ҡулай. Уларҙың эштәренән ризамын һәм артабан да бергә эшләрбеҙ, тип ышанам.
Бөтә эш тә сифат ярата. Ә ағас эшкәртеүгә, бура бурауға тотонғанһың икән, сифат хаҡында бер минутҡа ла оноторға ярамай. Һәр бер "ҡыйыш" һалынған ағас абруйға тап төшөрә, килемде түбәнәйтә. Хәҙер күптәр ҡоро бура эшләүгә генә түгел, ә шулай уҡ уны алып барыуға ла, күтәреүгә лә, ғөмүмән, "под ключ" тапшырыуға заказ бирә. Шуға күрә, ағас сығарғандағы, бура күтәргәндәге һәр етешһеҙлек күҙгә ташланып, күренеп тора. Нимәнелер һүтеп, яңынан төҙөүгә ҡарағанда, эште тәүҙән үк сифатлы башҡарыу ваҡытты ла, көстө лә һаҡлай. Әлеге мәлдә айына яҡынса 10-ар бура күтәрәбеҙ. Күберәген Магнитогорск, Силәбе, Өфө ҡалаларынан, шулай уҡ райондың төрлө ауылдарынан заказдар алам. Улар араһында өй, мунса буралары бар. Шулай уҡ беседкалар эшләүгә лә күп заказдар килә. Ғөмүмән, эш етерлек, тик йыбанма ғына. Һаулыҡ, теләк һәм тырышлыҡ булһа, барыһына ла өлгөрөргә мөмкин.
Һәр кем балаларының киләсәгән тәьмин итеү өсөн тырыша. Минең дә маҡсаттарым ошо изге ниәткә барып тоташа. Әле мөмкинлек булғанда эшләргә һәм эшҡыуарлығымды киңәйтергә иҫәп тотам. Балалар ҙурайғас, эшҡыуарлыҡ дилбегәһен уларға тотторасаҡмын.


Шулай итеп...
Оҙон юлды үтеү өсөн тәүге аҙымды эшләрлек теләк, көс һәм ынтылыш кәрәк, тиҙәр. Был фекерҙе ҡайһы саҡ кемдеңдер ваҡытында әйтелгән кәңәше, күрһәткән һуҡмағы кешегә тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә, тип тулыландырыу урынлы булыр. Бөгөнгө ҡунағыбыҙға нәҡ ошондай бәхетле өлөш тейгән. Ул уны тейешенсә файҙаланған һәм уңышҡа өлгәшкән. Шуның менән отҡан.

Гөлназ САФУАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.10.14 | Ҡаралған: 1564

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru