ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУҘАН ЯҢЫ ҮРҘӘРГӘ ЮЛ ҺАЛЫНА
Майҙың иң күркәм һәм тантаналы сараларының береһе - "Һуңғы ҡыңғырау" сараһы быйыл Башҡортостандың 15 меңгә яҡын сығарылыш уҡыусыһы өсөн ойошторолдо. Улар араһында баш ҡала белем усаҡтарының 4,5 мең 11-се класс уҡыусыһы ла бар. Шулай уҡ был көндә республикала 42 меңдән ашыу, шул иҫәптән Өфөнөң 11 мең 9-сы класс уҡыусыһы өсөн дә тантаналы линейкалар үтте. Тормоштарының иң иҫтәлекле ваҡиғаларының береһен кисергән балалар өсөн Өфөлә дөйөм ҡала "Һуңғы ҡыңғырау"ы 22 майҙа "Торатау" Конгресс-холы амфитеатрында ойошторолдо: балалар күмәкләп мәктәп вальсын башҡарҙы.
Артабан уҡырға
балалар ҡоро
ОШО КЕСКӘЙҘӘРҘЕҢ ИХЛАСЛЫҠТАРЫН ЯҠЛАЙЫҠ ҺӘМ ҺАҠЛАЙЫҠ!
Әңгәмәбеҙ күберәк башҡортса барҙы, русса бик һирәк кенә һупалап ебәрҙеләр. Шулай ҙа уларҙың һис тартынып тормай тәү күргән кеше менән алсаҡ һөйләшеүе, фекерҙәрен еткерә алыуы һоҡландырҙы.
халыҡ дауаһы
ҺАРЫҠТЫҢ ТИРЕҺЕ ЛӘ, ЙӨНӨ ЛӘ ШИФА ҒЫНА
Дауа - аяҡ аҫтында, тигән боронғолар. Ысынлап та, элек халҡыбыҙ сир-сырхауға шифаны ашаған ризығы, шөғөлләнгән кәсебе, тәбиғәт биргән һанһыҙ ниғмәттәр аша тапҡан.
ҡыҙыҡлы әңгәмә
РИЗЫҠ ДАРЫУ БУЛҺЫН, ДАРЫУ РИЗЫҠ БУЛМАҺЫН!
Беҙҙең бөтөн ауырыуҙарыбыҙҙың сәбәбе дарыуҙар юҡлығында түгел, төп сәбәп - дөрөҫ туҡланмауҙа! Әгәр ҙә ризығыбыҙ дарыу кеүек булһа, ауырыуҙар урап үтер, дауаханалар, аптекалар юлын тапамаҫбыҙ.
һәр кем ҡолағына
СИРҘӘН ДӘ... ТАБЫШ КИЛӘ
Нейрондар менән бергә алкоголь енси күҙәнәктәрҙе лә зарарлай. Эскән ваҡытта яралған һәм, ғөмүмән, эскесе ата-әсәнең балалары "иң яҡшы" тигәндә - һаулығы камил булмайынса, ә "иң насары" - зәғиф йә аҡылы етлекмәгән булып тыуалар.
табип менән әңгәмә
АЛЛЕРГИЯ ҒЫНА ТИМӘГЕҘ...
Баланың ҡулдарын аҙым һайын бактерияларға ҡаршы салфеткалар менән һөртөп торалар. Былар яҡшы кеүек тә ул, тик файҙалы, беҙгә кәрәкле бактериялар юҡҡа сығып торғас, уларҙы патоген микроорганизмдар алыштыра.
Ноғман Мусин
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ
Ниңә бөтәһе лә кире килеп тик тора әле? Нажар ҡарт, рәтең юҡ һинең, тип ат башынан алып ҡуйһа, ни эшләрмен? Әсәйемә ни йөҙ менән ҡайтып күренермен? Ул бит минең икмәк алып ҡайтыуымды көтөп тора.
ҡыҫҡа әңгәмә
ХАЛЫҠ БАЙРАМЫНА ӘЙЛӘНЕР
Былар бер көнлөк кенә сара түгел, ә беҙҙә уҙғарыласаҡ "Китап-байрам"ы әҙәбиәтебеҙҙе ҙур аренаға сығарыу өсөн этәргес буласаҡ. Дәүләт тарафынан финансланыуы һәм йыл һайын эшләнеүе - бик мөһим.
йәштәр иғтибарына
ҠАЙҘА УҠЫРҒА БАРЫРҒА?
Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының өҫтәмә квоталар бүлеүе ихтимал. Брифинг барышында шулай уҡ Башҡортостан юғары уҡыу йорттары ректорҙары ҡабул итеү кампанияһына ҡағылышлы төрлө көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.
һай-һай-һай!
БЫЛ МӘҘӘНИ САРА ҮТКӘН МЕНӘН БӨГӨНГӨНӨ БӘЙЛӘЙ
Үткән шәмбе бөтә ил буйлап күләмле акция - "Музейҙар төнө" уҙҙы. Йыл һайын был сарала әүҙем ҡатнашҡан Башҡортостандың Милли музейы быйыл да үҙ ҡунаҡтарына ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле саралар тәҡдим итте.
белем усағы
"АҠТАМЫР"ҘЫҢ БЕР ТАМЫРЫ
Заман уҡыусыһы ошо тиҙлеккә тиҙ генә өйрәнә, ҡулайлаша, йүнәлеште дөрөҫ таба. Интернет киңлектәрендә үҙен иркен тота. Ләкин шуны ла оноторға тейеш түгелбеҙ: бәләкәй бала һәр ваҡыт тере аралашыуға мохтаж.
журналистка өс һорау
БЕҘҘЕҢ ТЫҢЛАУСЫБЫҘ РӘХМӘТЛЕ ЗАМАНДАШТАРЫБЫҘ
Бөгөнгө радиотыңлаусы - беҙҙең бөгөнгө йәмғиәт ул. Бөтә кисерештәре менән беҙҙең менән, беҙҙең арала йәшәгән кешеләр. Беҙ тыңлаусыларыбыҙҙы һайлап ултыра алмайбыҙ, улар беҙҙе, үҙҙәре тыңларға теләгән радионы һайлай.
|