Ашап бөтөү менән Нажар бабай аттарҙы ҡамытланы, ҡамыттың ҡолаҡ бауына оҙон күбә арҡаны таҡты, аттарҙы үңлекләп, төшмәһен өсөн, уларҙы арҡалыҡ ҡайышы менән тарттырып бәйләне.
- Йә, егеттәр, эште башлайбыҙмы? - тип беҙгә ҡараны шунан.
Ул арала Әхәт атын менеп тә алды. Мин иһә ҡайһылыр мәлгә баҙап ҡалдым. Икенсе ат эргәһенә барҙым да башты аҫҡа эйеп тик торам. Атҡа мине йә Йәноҙаҡ бабай күтәреп мендерә, йә кәртә-фәләнгә баҫып менә инем. Әле йәнлеккә эшләргә килгәндә кеше күтәреп мендергәнен көтөп торорғамы ни? Артымда Нажар бабайҙың тауышы ишетелә:
- Ғәйшә, бер атҡа күбәне һин эйеп оҙатырһың, әйҙә йыйын.
- Нажар ағай, бер егетең атҡа менә алмай тора түгелме? - Быныһы - мин бая күстәнәс биргән шаян апайҙың тауышы.
Сәмләнеп, бер ҡулым менән үңдек бәйләнгән ҡайышҡа йәбештем, һыңар аяғымды ышлыяға баҫтым да атҡа менергә ынтылдым. Шул саҡ аттың ҡуҙғалып китеүе булды, мин лап итеп ҡолап төштөм. Ырғып тороп, ғәрлегемдән саҡ-саҡ иламай, ҡабат ат эргәһенә килгәйнем, Нажар ҡарттың тауышы ишетелде.
- Тороп тор, улым, хәҙер үҙем мендерермен.
Их, йығылғанымды күргән икән! Атҡа үҙе менеп ултыра ла алмаған көйө, күбә тарттырырға килгән бит әле, тип көләлер инде. Мин, ныҡышмаланып, тағы үңдек ҡайышына тотондом, һул аяғымды ышлыя ҡайышына терәнем дә бөтә көсөмә үргә ынтылдым. Ат йәнә ҡуҙғалып китте, ләкин был юлы мин уның арҡаһына түшем менән ятып өлгөргәйнем инде. "Осмайым, барыбер менәм!" - тигән сәмсел уй үтә баштан һәм тағы бер ысырғанып тырмашыуым була - мин аттың өҫтөнә йәтешләнеп менеп ултырам.
- Тыррр! - тип һаман бер яры китеп барған атты туҡтаттым.
Йөрәк дарҫлап тибә, әйтерһең, бик ауыр эш эшләгәнмен. Башым әсергәнеп киткән. Ләкин күңел ҡәнәғәтләнеү, еңеү тойғоһо менән тулы ине. Шулай итмәй һуң, атҡа тәүге тапҡыр үҙем мендем дә инде. Тимәк, бынан былай... Менеп ултырмаҫ элек йүгәндең теҙгенен аттың муйыны аша һалырға онотҡанмын бит. Хәҙер ҡайһылай итеп алырға инде уны. Шул арала Нажар бабай эргәмә килеп етте лә:
- Маладис, улым, тик бигүк ҡабаланма, ат аяғы аҫтына ҡолап төшөрһөң, - тип һөйләнә-һөйләнә теҙгенемде алып бирҙе. - Әйҙә, киске ысыҡ төшкәнсе, бер аҙ тарттырып ҡалайыҡ, - ул күбәләргә ҡарай ыңғайланы.
- На-а... - үксәм менән аттың ҡабырғаһын төйгөсләп алдым.
Атым иһә Нажар бабай артынан түгел, бөтөнләй икенсе яры атланы. Теҙгенемде һулға тартҡайным, ул киҫкен рәүештә шулай боролдо ла ҡапма-ҡаршы яҡҡа ыңғайланы. Уң теҙгенде тартам, - ат, әйтерһең, Нажар ҡарт артынан барырға теләмәй, тағы бөтөнләй икенсе яҡҡа ҡайыра. Теҙгенде үҙең тотоу - кеше менән менгәшеп йөрөү түгел икән шул. Ундай саҡта алда ултырыусының биленән ҡосаҡлайһың да бер уйһыҙ китеп тик бараһың.
Ана шулай кәкерсәкләп, Нажар ҡарт торған күбә төбөнә саҡ килеп еттем.
- Теҙгенде ҡапыл-ҡапыл тартма, йомшаҡ ҡына ҡыбырҙат. Ат - үтә һиҙгер хайуан бит ул, - тип ҡаршыланы ул мине.
Әйтерһең, минең аттың тегеләй-былай борғоланыуын арҡаһы менән күреп торған.
- Йә әле, улым, урал бынау күбәгә.
Уралғанда ат күбәне төртөп ауҙармаҫмы? Арҡаным күбә төбөнә дөрөҫ ятырмы? Ошондай уйҙар менән теҙгенемде тарттым. Ат күбә төбөнә яҡынлау менән, ынтылып, бесән ҡымтыны.
- Атыңды ашандырып өйрәтмә, теҙгенеңде ҡаты тот, - ти Нажар бабай. - Әйҙә, урал-урал... На-а... Атыңды күбәнән йыраҡ алып китмә, яҡындан ғына урал... Күбә төбөн тапатма, юғиһә тарттырғанда түңкәрелер...
Ишеткән бар: былар - күбә тарттырыусы һәр малайға әйтелә торған һүҙҙәр. Тик бына һәр күбә эйеүсе атты ниңә күбәгә яҡын ғына йөрөтөп уратырға, шул уҡ ваҡытта уның төбөн тапатмаҫҡа ҡуша - һис кенә лә башыма һыйҙыра алмайым.
- Атыңды артҡараҡ сигендер, - ти Нажар бабай. Аттың башын артҡа тартам. - Туҡта-туҡта, арҡанға үтә баҫтыраһың бит.
Был ҡарт, ахырыһы, үтә мыжыҡ. Ат аяғы аҫтындағы арҡанды мин ҡайҙан күрәм инде?
Нажар бабай арҡанды күбә әйләнәһенә рәтләп ҡуйҙы ла, һәнәгенең һабын бөтә яҙғансы бесән аҫтына тығып, күбәне ҡалҡытты.
- Әйҙә, ҡыуала!
Иренемде сипылдатып, аттың ҡабырғаһын үксәм менән төйәм.
- На-а-а, турат!..
Атым бер-ике атланы ла туҡтаны.
- Бер ыңғай тарттыр, туҡтама. Һелкетеп, күбәне йығаһың бит.
Ниңә шулай мыжый әле был ҡарт? Атты юрый туҡтатҡанмы ни мин? Ҡулымдағы сыбыҡ менән аттың осаһына һуҡҡайным, ул күңелле генә атлап китте. Ләкин күп тә барманым, арттан:
- Туҡта-туҡта!.. Дүмҫәгә мендерҙең бит! - тигән тауыш ишетелде.
Артыма ҡараһам, күбәм ауып, аттың аяғына уҡ терәлгән. Мин, бер-бер артлы бирелгән күрһәтмәләрҙе тырышып-тырышып үтәй торғас, ян тиргә төшкәйнем. Күҙемде әсеттергән тирҙе еңем менән һөрттөм. Был дүмҫәһе ҡайҙан тура килде тағы, тип йән көйә. Ниңә бөтәһе лә кире килеп тик тора әле? Нажар ҡарт, рәтең юҡ һинең, тип ат башынан алып ҡуйһа, ни эшләрмен? Әсәйемә ни йөҙ менән ҡайтып күренермен? Ул бит минең икмәк алып ҡайтыуымды көтөп тора. Ләкин Нажар бабай асыуланмай.
- Бараһы юлыңды алдан уҡ ҡарап йөрө, - тип киҫәтә лә йығылған күбәне рәтләргә тотона.
Артабан ул күбәне кәбән ҡойоласаҡ ергә еткәнсе һәнәге менән тотоп килде. Был арала Әхәт өс күбә тарттырырға өлгөргәйне инде. Уға көнсөл ҡараш ташлап алдым.
Шул саҡ Нажар бабай мин баянан бирле ҡурҡа-ҡурҡа көтөп йөрөгән һорауҙы бирҙе.
- Бығаса ат башында йөрөгәнең юҡмы ни, улым?
Ҡапыл ғына ни тип яуап бирергә лә белмәнем. Юҡ, тип әйтәһе килмәй. Улай булғас, кеше ышандырып, ниңә көнлөккә йөрөйһөң, тип асыуланыр һымаҡ.
- Бар ҙа ул... - тим, башымды баҫып.
- Нишауа, өйрәнерһең, - ти Нажар бабай. - Бына ҡара әле, арҡанды ҡолаҡ бауынан шулай итеп ысҡындыр.
Уның шулай һаман асыуланмай, ипле генә һөйләшеүе минең күңелде күтәрә төшә һәм күбә эргәһенән теҙгенде ҡаты ғына тотоп кире әйләнеп сығам да атымды икенсе күбә эргәһенә ҡыуалайым. Был юлы ат тегеләй-былай борғоланмай, тура уҡ бара...
Кискә тиклем, Нажар бабайҙың нотоҡтарын тыңлай-тыңлай, бер нисәһен йыға-түңкәрә булһа ла, байтаҡ күбә тарттырҙыҡ беҙ. Мин инде күбә эргәһенә барғанда атымды елдереп үк йөрөй башланым. Нажар ҡарттың:
- Эшкә бына шулай өйрәнә инде ата балаһы, шөйлә арыу тарттыраһың бит ана хәҙер, - тип хуплап ҡуйыуы мине ҡапаҡлап, дәртләндереп ебәрә ине. Битен ҡуйы һаҡал төктәре баҫҡан, етек сәсле, керләнгән күлдәге тирләүҙән арҡаһына йәбешкән бабай ҙа миңә һөймәлеклерәк, яғымлыраҡ күренгән һымаҡ ине хәҙер.
(Дауамы. Башы 15-19-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА