ҺУПАЙЛЫЛА ӨЛГӨЛӨ
ПАРК БУЛАСАҠ
18 мартта Рәсәй Президентын һайлауҙар менән бергә Өфө ҡалаһында йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү буйынса дизайн-проекттарға тауыш биреү ҙә үткәрелде. Беҙ ғаиләбеҙ менән Октябрь районындағы "Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркын, Ҡариҙел ярын төҙөкләндереү, М. Рыльский урамында Арбат булдырыу өсөн тауыш бирҙек.
Ҡашҡаҙан паркы юл ыңғайы булғас, унда былтыр башҡарылған эштәрҙе күрә йөрөнөк. Әле бына рейтингта беренсе урынға сығып, финанслау иң беренсе сиратта бүленәсәген белгәс, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Быйыл, Алла бойорһа, Ҡашҡаҙанда йәйге волейбол майҙансыҡтары, тамашасылар өсөн трибуналар, тренажерҙары булған спорт майҙансыҡтары, велосипедсылар юлдары эшләнәсәк, тип вәғәҙә итәләр. Сөнки был биҫтә - йәштәр биҫтәһе, йәштәр, балалар, спорт менән шөғөлләнеүселәр бик күп. Быйылғы Ҡышҡы Олимпиадала ҡатнашыусы Антон Бабиков та Һупайлыла йәшәй.
Икенсе яҡтан, микрорайонда мотлаҡ йәшел зона кәрәк ине. Ҡашҡаҙандағы реконструкция был проблеманы бер аҙ хәл итергә этәргес булыр, тип уйлайбыҙ.
Ғөмүмән, парктың яңы концепцияһын булдырыу урындағы халыҡ фекерен иҫәпкә алып, уларҙың киләсәктә мәҙәниәт һәм ял урынын нисек күрергә теләүҙәрен асыҡлауҙан башланды. Шуға был проектты халыҡ ҡатнашлығындағы эшмәкәрлек, тип әйтергә мөмкин. Киң мәғлүмәт саралары белдереүенсә, паркта сәхнәһе һәм амфитеатры булған төрлө саралар үткәреү урыны, мәҙәниәт үҙәге, скейт-парк буласаҡ. Быға тиклем аттракциондар булған зона асыҡ инклюзив балалар уйын майҙансығы менән тулыландырыласаҡ. Күлдең яр буйҙарын күҙәтеү майҙансыҡтары менән йыһазландырырға вәғәҙә итәләр. Ҡыҫҡаһы, тиҙҙән Һупайлы биҫтәһендә баш ҡалала өлгө булырлыҡ беренсе парк барлыҡҡа килеренә ышанабыҙ һәм шуның өсөн тауыш бирҙек тә инде.
Зәлиә РӘХИМОВА.
ҡала хакимиәтендә
КӨРШӘК ВАТЫЛҒАС ТҮГЕЛ, ВАТЫЛМАҪ ЭЛЕК КИҪӘТЕРГӘ КӘРӘК!
"Кемеровонан һабаҡ алып, тейешле һығымталар яһалыр һәм муниципалитеттарға контроль функциялар ҡайтарылырына өмөтләнәм", - тип ҡабат-ҡабат билдәләне Ирек Ишмөхәмәт улы.
борон-борон...
ӘЛ ИҘРИСИ БАСДЖИРТТАРЫ, ЙӘҒНИ XII БЫУАТТА ЕВРОПАҒА БИЛДӘЛЕ БАШҠОРТ ИЛЕ ТУРАҺЫНДА
Тышҡы басджирттарҙан көнсығышҡа Нәмджан ҡалаһына тиклем һигеҙ күсем араһы. Нәмджан ҡалаһы - ҙур булмаған сәскә атыусы ҡаласыҡ. Уның менән төркиҙәрҙән булған бер кеше идара итә.
уҡыусынан ун һорау
ХАЛҠЫБЫҘ РУХЫН ӨҪТӨБӨҘҘӘГЕ КЕЙЕМЕБЕҘ ҘӘ ҺАҠЛАЙ БИТ
Тәбиғәттә, йәмғиәттә һәм милләттә "көслө кеше" тигән вакант урын бар. Ул урынды кемдер яуларға тейеш. Ағинәйҙәр хәрәкәте ана шул урынды тулыландырыу маҡсатында барлыҡҡа килгәндер, тип уйлайым.
көлкөфө
БЫҒА БАЙМАҠТАРҘЫҢ ҒЫНА БАШЫ ЕТӘ!
Халыҡ дәррәү көлөшә башлағас, һөйләй башлаған еренән ҡапыл туҡтап ҡалды һәм... үҙе лә көлә башланы. Сөнки сәхнәгә шыуыша-шыуыша таныш электрик-әртис һәм... ауылдағы "һәүәҫкәр-электрик" килеп сыҡты.
ҡыҫҡа интервью
ГЕЛ ЙЫЛМАЙЫП ЙӨРӨЙӨМ...
Шаян кеше - яҡшы кеше, ти халыҡ мәҡәле лә. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының "Көлкө шоу" эстрада миниатюралары театрының һөйләү жанры актеры Фәнил ҠАРАСУРИН менән ошо көн уңайынан һөйләшеп алдыҡ.
|