ТӘБИҒӘТЕ МЕНӘН -
КӨРӘШСЕ,
БУЛМЫШЫ МЕНӘН –
ЕҢЕҮСЕ
Бөгөн спортта ҙур уңышҡа өлгәшкән тағы бер донъя чемпионы менән таныштырабыҙ. Ул үҙе Стәрлетамаҡта тыуған, 18 йәшендә Өфөгә күскән. Әле өсөнсө йыл Екатеринбург ҡалаһында тренер - үҙенең спорт клубын етәкләй. Атаһы - Миәкә, ә әсәһе Белорет районынан. Геройыбыҙ бала сағында бөтөн тиҫтерҙәре ише космонавт, кәмендә осоусы булырға хыялланған. Мәктәптә белем дә эстәгән, спорт менән дә ҡыҙыҡһынған, малайҙар араһында була торған йоҙроҡло алыштарҙа ла ҡатнашып өлгөргән. Әле уның һәр көнө күнекмәләр залында үтә. "Минең өсөн спорт - ул һөнәр генә түгел, йәшәү рәүеше лә", - ти ҡунағыбыҙ - һуғыш самбоһы буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, ҡатнаш алыш төрҙәре сәнғәте буйынса (ММА) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе Венер ҒӘЛИЕВ. Ул тиҙҙән Өфө-Аренала Әрмәнстан спортсыһы Давид Хачатрян менән "FIGHT NIGHT GLOBAL 45" ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса халыҡ-ара турнирҙа чемпионлыҡ билбауы өсөн көрәшәсәк. Әйткәндәй, был ярышта Венер Ғәлиевтың уҡыусыһы, йәш спортсы, Шишмә районы егете Руслан Яманбаев та Әхмәт Балкизов менән алышасаҡ.
(Артабан уҡырға).
был айҙа
ЯҘ ЯҘЛЫҒЫН ИТЕР - ҠАР ТАУҘАРЫН ИРЕТЕР
Апрель, йәғни алағарайҙа, аҡ һыйыр тороп китер, ҡара һыйыр ятып ҡалыр. Аҡман-тоҡман быйыл холҡон күрһәтеп алған ҡайһы бер райондарҙа, бигерәк тә Хәйбулла, Баймаҡ яҡтарында, аҡ һыйыр бер аҙ тотҡарланыр, моғайын.
белем усағы
СИТ ТЕЛДӘРҘЕ ТУҒАН ТЕЛ АША ӨЙРӘНЕҮ ОТОШЛО
Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендәге 136-сы башҡорт лицейы 1994 йылда билдәле йәмәғәт эшмәкәре, педагог-мәғрифәтсе Мөхәмәтғәли Исҡужин тырышлығы менән асыла. Шуға күрә 2008 йылдан белем усағы уның исемен йөрөтә башлай.
белем усағы
ДӨРӨҪ ЯҠТЫРТЫУ ӨСӨН ДИНДЕ БЕЛЕҮ КӘРӘК БИТ
Шул арҡала Исламға ҡарата кире мөнәсәбәт тыуҙырыла. Быларҙың барыһы ла Ислам тәғлимәтенең ысын асылын аңламауҙан. Ә быны аңлатыу өсөн беҙҙең дин әһелдәре халыҡ менән осрашырға, аңлатырға, әүҙемерәк эшләргә тейеш.
фараздар
НИ ӨСӨН "ӨФӨ" ТИП АТАЛА? АТАМАНЫҢ КИЛЕП СЫҒЫШЫНА ТАҒЫ БЕР АҢЛАТМА
Тимәк, венгр һүҙе өвез башҡортса урап, әйләндереп алынған тигәнде аңлата. Өфө ҡалаһының картаһына күҙ һалһаҡ, Өфөнөң өс яҡтан Ағиҙел һәм Ҡариҙел (Уфа) менән уратып алынғанын күрербеҙ.
аһ, ҡатын ҡыҙ...
ИҢЕБЕҘГӘ ҺАЛЫНҒАН БУРЫСТАРЫБЫҘ КҮП, ӘММӘ МИЛЛӘТ ӘСӘҺЕ БУЛЫУ - ИҢ МӨҺИМЕ
Бесәнгә йыйынып, атын егә башлаһа, мин ҡыуанам, сөнки Шүлкә урманына тиклем 15 саҡрым, атай барып еткәнсе, ҡайтҡансы йырлай. Беҙҙе йыр арбаһында ғына йөрөттө ул шулай.
мөғжизәле донъя
ЙӘЙ ТАШЫ МАЖАРАЛАРЫ
Ямғырға тәьҫир итә алырлыҡ көсө булған эре таштар иһә Башҡортостанда әҙ түгел. 1930 йылда, тыуған яҡты өйрәнеүсе М.Ф. Чурко Белорет районының Йөйәк ауылы эргәһендә мөғжизәле таш булыуы хаҡында яҙып ҡалдырған.
ағинәйҙәр ҡоро
ОЛОЛАР ҺҮҘЕ - АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ
Кешегә бары тик үҙебеҙҙе ғәйепле тойорға мәжбүр итергә генә кәрәк. Шундай кешеләр бар: уларҙа ни тиклем көслөрәк ғәйеп тойғоһо тыуҙырһаң, улар менән үҙең теләгәнсә идара итергә мөмкин.
ҡыҫҡа интервью
ШАЯРТА БЕЛЕҮ ҮҘЕ БЕР ҺӨНӘР
Мин сәхнәнән кешене көлдөрһәм дә, көндәлек тормошта үтә етди кеше. "Кәтүк" - Әхәт ағай Уразмәтов та бик етди кеше була торғайны. Ә бына "Бағанай" - Фәрит Шәйхетдинов тормошта ла бик шаян ине.
|