БИК ШӘП БҮЛӘК ТӘ УЛ!
"Бәйләнештә" биттәрендә йыш ҡына кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына йөрөтә башлаһаҡ, русса һөйләшә алмаясаҡ, сөнки өйҙә туған телдә аралашабыҙ, тип борсолоп яҙыусы кешеләргә өндәшкем килә: афариндар, өйөгөҙҙә әсә телендә һөйләшеүегеҙҙе дауам итегеҙ һәм һис борсолмағыҙ, балағыҙ баҡсаға бармаҫ борон уҡ барыбер русса белә, сөнки Үҙәк телевидениенан йәнһүрәттәр ҡарай, йырҙар тыңлай, ә был уларға бик яҡшы "дәрес" - тиҙ генә отоп та алалар. Баланың мөхитен тик бер төрлө телмәр менән генә сикләү мөмкин дә түгел, күберәк тел белгән һайын, уның зиһене, хәтере үҫешә. Кемдәрҙер 3-4 йәшлек балаһына ҡытай, инглиз телдәрен өйрәтеп маташа. Был да һәйбәт, тик туған телен генә онотоп китмәһендәр.
Өфө тәртиптә!
ҠОРОЛТАЙ ҠОРОНДА
Граждандар йәмғиәте институты - ул күп төрлө фекерҙәрҙе сағылдырыусы ойошма. Бөгөн Рәсәй Президенты кимәлендә лә, беҙҙең Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы тарафынан да гражданлыҡ йәмғиәте институтының эшмәкәрлеге һанлана, ҡабул ителә.
донъя шаңдауы
УҢҒА БАРҺАҢ – УҢЫРҺЫҢ, ҺУЛҒА БАРҺАҢ – ТУҢЫРҺЫҢ
Сәйәси күҙәтеүсе Дмитрий Бавырин фекеренсә, Украина өсөн ике юл бар: беренсеһе - уның Рәсәй ҡуйған шарттарҙы ҡабул итеүе һәм һуғышты туҡтатып, тыныс тормоштан мәғәнә табыуы. Уңға барһаң - уңырһың, һулға барһаң - туңырһың, тигәндәй, икенсе юл - Трамптың тыныслыҡ планынан баш тартып, бының бөтөн эҙемтәләрен иңенә йөкмәү.
хәтер яңыртып...
БАШҠОРТОСТАН КОНСТИТУЦИЯҺЫ ТАРИХЫНАН
1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан ерле автономияһы иғлан ителгәндән һуң, башҡорт ҡоролтайҙарында конституцион әһәмиәткә эйә булған яңы хоҡуҡи акттар ҡабул ителә башлай. Башҡорт үҙәк шураһының 2-се һанлы фарманын Башҡортостан автономияһының тәүге конституцион акты итеп ҡарап була.
тарихи йылъяҙма
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
Паскерти ҡалаһы, моғайын, тарихи-географик мосолман традицияһына ла билдәле булғандыр. XIV быуатта йәшәгән фарсы тарихсыһы, киң билдәле Рәшид-ад-Динде дауам итеүсе Хәмдуллах Казвини, шулай уҡ Ирандың монгол хакимдары һарайында хеҙмәт итеүсе ғалим, үҙенең "Нузхат ал-кулуб" ("Йөрәктәр хозурлығы") тигән хеҙмәтендә ошо хаҡта телгә ала.
заман башҡорто
"ДӨРӨҪ" КЕШЕ БУЛЫРҒА ТҮГЕЛ, Ә ДӨРӨҪ ЙӘШӘРГӘ ЫНТЫЛАМ...
Өфө марафонында яулаған беренсе үрем 10 километр арауыҡ булды. Шунан ике йыл рәттән 21 саҡрымды йүгерҙем. Быйыл беренсе тапҡыр классик марафонды - 42 километрҙы - тулыһынса "алдым".
әкиәт сценарийы
УН ИКЕ ЙЫЛДАН ҺУҢ ОСРАШЫУ
Бик боронғо заманда Урал батырға Аҡбуҙат төшөрөлдө. Урал батыр уға атланды, бөтөн ен-пәрейҙе ҡырҙы. Ен-пәрей, дейеү ер аҫтына, һаҙлыҡҡа төшөп боҫто.
балаңа уҡы!
ИҢ МӨҺИМЕ - САБЫРЛЫҠ!
Айыу әсәнең йөрәге өҙөлөп төшкәндәй була. Бер-нисә һикереү аша һунарсының артына барып баҫа ла, ауыр көслө тәпәйҙәре менән арҡаһына тондороп, уны аяҡтан йыға. Һунарсы ҡолағанда башын ташҡа бәреп, иҫен юғалта.
хәтерләп...
"СИБАЙ, ТЫН АЛ!"
Теүәл ете йыл элек ташланған карьерҙың ҡабырғаларында ҡалған көкөрт яна башлай, үрт тау тоҡомдары ҡатламына үтеп инә. Мәғдән яныуҙан һауаға көкөрт диоксиды бүленеп сыға һәм был ағыулы газ ҡала өҫтөнә тарала.
мәҙәни майҙан
"ФӘРЗӘНӘ КӨНБАЙЫШҠА БАРА"
Белеүегеҙсә, фильм 1944 йылда Учалы районынан дүрт йөҙ илле баш һыйырҙы фашистарҙан азат ителгән Украинаға ҡыуып алып барып, күп кешене аслыҡтан ҡотҡарған үҫмерҙәрҙең ҡаһарманлығына арнала.
|