БЕҘ БЕРГӘ!
Өфөлә "Торатау" конгресс-холында республиканың 100 йыллығына арнап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте.
Уҡытыусыларҙы берләштереү, уларҙы һөнәри үҫешкә дәртләндереү, шулай уҡ Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған сарала Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы, Мәскәү ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, шулай уҡ Бүрәт һәм Саха (Яҡут) республикаларынан, Ҡырғыҙстандан, Сыуашстандан һәм Германиянан ҡунаҡтар, туған телдә белем биргән ойошмаларҙың директорҙары, хакимиәттәрҙең туған телдәрҙе уҡытыу буйынса яуаплы белгестәре, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Тәүге көндә съезд делегаттары Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына, М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейына, М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһына, Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала Башҡорт гимназияһына барҙы.
Мәртәбәле сараның икенсе көнөндә уҡытыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне һәм бер төркөм мөғәллимдәргә юғары исемдәр тапшырҙы. Үҙенең телмәрен ул башҡортса һөйләне: "Дөрөҫөн әйткәндә, әҙерәк ҡурҡам. Хөрмәтле уҡытыусылар, бөгөн минең башҡорт телем өсөн икеле ҡуймағыҙ. Беләһегеҙҙер, мин 5 йәшемә тиклем Ишембай районының Һайран ауылында йәшәнем. Һуңынан атай-әсәйемдәр ҡалаға күсте, мәктәптә уҡытыу тик русса булды, тик русса ғына һөйләштем. Хәҙер миңә 55 йәш, шуға тиклем 10 йыл Мәскәүҙә эшләнем, унда аралашыу русса булды. Шуға яйлап-яйлап башҡорт телен юғалта башланым. Нимә әйтергә уйлайым: минең кеүектәр меңәрләгән. Беҙ тыуған илгә, туған телгә ҡайттыҡ. Әлбиттә, беҙ әлегә таҙа итеп башҡорт телендә һөйләшә алмайбыҙ. Шуға, телмәремә икеле ҡуймағыҙ, тием.
Бөгөн беҙгә бер нисә һорауға яуап табырға кәрәк: беренсенән, нисек итеп ололарҙы, балаларҙы башҡорт теленә һөҙөмтәле итеп өйрәтергә? Икенсенән, башҡорт телен өйрәтеүҙең методикаһын нисек итеп ябайлаштырырға, һөҙөмтәлерәк итергә? Өсөнсөнән, башҡорт телендә һөйләшеүҙе, башҡорт теленә өйрәтеүҙе нисек модаға индерергә, заманса итергә?
Тағы бер фекерем бар: башҡортса бер генә һүҙ белгәндәрҙе лә үҙ итәйек, ситләштермәйек. Иң һуңынан нимә әйтергә уйлайым: һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ бергә! Был ҙур бурыстарҙы беҙгә бергә атҡарырға кәрәк".
Артабан сара секция ултырыштарында дауам итте. Уҡытыусылар башҡорт телен уҡытыуҙың яңы алымдары, уҡыусыларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, туған телдәр буйынса кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен тикшерҙе, Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен ҡараны, Башҡортостан Республикаһында туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһына тәҡдимдәр индерҙе.
ҡала хакимиәтендә
ӨМӘЛӘР ГӨРЛӘР САҠ
Хакимиәттә был эш менән бишенсе йыл шөғөлләнәләр һәм ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар: иҡтисади әүҙем халыҡ һаны күбәйә, эшҡыуарҙар "күләгәнән" сыға, бюджетҡа һәм бюджет булмаған фондтарға килем иҫәбе арта.
улар автономия яуланы
ҮҘ ШӘХЕСТӘРЕБЕҘҘЕ БЕЛӘЙЕК!
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап, "Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең тыуыуы һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес" тигән проект иғлан иткәйне. Түбәндә беҙ шул исемлекте баҫыуҙы дауам итәбеҙ.
асыҡ хат
БЕҘ ҠУРҠЫНЫСМЫ, ӘЛЛӘ ҺИН ҠУРҠАҠМЫ, БАШҠОРТ ЕГЕТЕ?
Һаумы, башҡорт егете! Хәл-әхүәлкәйҙәрең нисек? Ҡайҙарҙа, ниндәй генә эштәр ҡыйратып йөрөйһөң? Бик күп башҡорт ҡыҙҙары менән һинең хаҡта фекер алышып, бәхәс ҡороп, һине эҙләп, юҡһынып, йән әрнеүҙәремде лә, йөрәк хистәремде лә хат аша еткерергә булдым әле.
ғаилә ҡоро
АТАЙ - ТАЛАПСАН, ӘСӘЙ – АҢЛАУСАН
Ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте йәмғиәт өсөн бик тә ҡиммәтле, әммә тәү сиратта ул ғаиләһе өсөн кәрәк. Шунлыҡтан ҡатын-ҡыҙҙың өйҙән тыш башҡарған эше арҡаһында ғаиләһе ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар кисерергә тейеш түгел.
әсәй яҙмалары
МАЛАЙҘАР ТУЛЫ ДОНЪЯМ – 3. БӘХЕТ ӨСӨН КҮПМЕ УЙЫНСЫҠ КӘРӘК?
Балаһы 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған һәм программала ваҡытында ҡатнашҡан ғаиләләр генә ошондай ярҙамға дәғүә итә ала. Ата-әсәнең бала тыуғандан һуң ғариза биреү өсөн алты ай ваҡыты бар.
тураһын әйткәндә...
БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ТҮГЕЛ, Ә БАЛАЛАР ӨСӨН КИТАПТАР КӘРӘК
Ошо араларҙа Халыҡ-ара балалар китабы, йүнһүрәттәр көндәре билдәләнде. Беҙ ҙә ул көндәрҙе билдәләнек билдәләүен, әммә иң төп һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырҙыҡ: бөгөнгө башҡорт балалар әҙәбиәте һәм башҡорт йәнһүрәттәре балалар тәрбиәһендә ниндәй роль уйнай?
кинәйәне киңәйтеп…
БАЙҘАР, ЯРЛЫЛАР ҺӘМ ОЖМАХ, ЙӘҒНИ МАТДИ ҺӘМ РУХИ БАЙЛЫҠ ТУРАҺЫНДА
Беҙ аҡса тип атап йөрөткән матди байлыҡтың эквиваленты мыҫҡалдың бер яғында, икенсе яғында - намыҫ. Әлегә аҡса эпидемияһы бөтөн Ер шарын баҫып алып бара.
хәтеркитап
ҺӘЙКӘЛДӘРГӘ ЛАЙЫҠ ШӘХЕС
Юлтыевтар ғаиләһенең тормошонда иң сағыу ҙа, иң аяныслы ла ваҡиғалар тап Өфөлә була. Шуға ла баш ҡалабыҙҙа Дауыт Исхаҡ улы хөрмәтенә обелиск йәки һәйкәл ҡуйыу күптән хәл ителә торған мәсьәлә.
|