Үткән аҙнала Өфөлә ҡаланы санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы сиктәрендә беренсе дөйөм ҡала өмәһе үтте. Был изге эштә төрлө йәштәге һәм төрлө быуын граждандар, шул иҫәптән мәктәп уҡыусылары, вуз һм ссуз студенттары, предприятие, ойошма, учреждениелар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре - йәмғеһе 103 мең кеше ҡатнашты. Ҡала хакимиәтендәге ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов алып барған сираттағы оператив кәңәшмә тап ошо теманан башланды.
Был көндө Өфө буйынса йыйылған сүп-сарҙы 955 берәмек техника полигонға ташыған, барлығы 2832 кубометр сүп-сар сығарылған. Киләһе ҡала өмәһе 13 һәм 20 апрелдә үтәсәк. Әйткәндәй, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин: "Өмәләрҙе энтузиазм менән хуплап торған шул сама кешене күреүе ҡыуаныслы", - тиһә, Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров: "Миңә, "өмәләр - иҫкелек ҡалдығы", урам һепереүселәр таҙартһын, тигән фекерҙәр билдәле. Әммә урам таҙартыусылар ғына сүпләмәй бит. Беҙ дөйөм киңлекте һаман да үҙебеҙҙең яуаплылыҡ зонаһы тип күҙ алдына килтерергә өйрәнә алмайбыҙ. Мине либераль ҡарашлы ҡала халҡы әрләһә лә, өмәләрҙе барыбер үткәрәсәбеҙ. Әйткәндәй, көнбайыш илдәрендә кешеләр бергәләшеп таҙалыҡ өсөн бушлай көрәшә", - тип ҡәтғи белдерҙе.
Совет районының Урмансылар паркында ла "Йәшел дружина" акцияһы сиктәрендә өмә үтте. Унда хакимиәт хеҙмәткәрҙәре эшләне. "Баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан был парк - халыҡтың яратҡан урындарының береһе. Һуңғы йылдарҙа ул төҙөкләндереү, яҡтыртылыу буйынса ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Үкенескә күрә, ҡыш дауамында паркта сүп-сар етерлек йыйыла. Беҙ күмәк көс менән Уваров яланын таҙарттыҡ, ҡар өйөмдәрен тараттыҡ һәм ҙур сүп-сарҙы йыйҙыҡ. Эш барышында күңелдәрҙе күтәреп, эшкә дәртләндереп төрлө көйҙәр урғылып торҙо, бер аҙҙан инде ялан кухняһы яғынан килгән тәмле еҫтәр танауҙарҙы ҡытыҡланы. Эш тамамланғас, акцияла ҡатнашыусылар бутҡа һәм ҡайнар сәй менән һыйланды", - ти хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәре Луиза Сәйфетдинова.
Оператив кәңәшмәлә ошо башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды һәм "Таҙа Өфө - 2019" акцияһында ҡатнашып, өмәләге фотоларын инстаграм селтәренә һалып, иң күп тауыш йыйыусылар тәбрикләнде. Был акция киләһе аҙнала ла дауам итәсәк.
Һуңғы ваҡытта хакимиәттә автомобиль хужаларының транспорт сараларын газондарҙа парковкалауына ҡарата етди эшмәкәрлек башланды. Быға юл ҡуймау маҡсатында газондар тәпәш ҡоймалар йәки бағаналар менән һаҡланасаҡ. Был йәһәттән, юл буйҙарында 202 бағана ҡуйылған. Әммә миллионлы ҡала өсөн башҡарылған эштәрҙең күләме бик бәләкәй һәм Салауат Сәхи улы район хакимиәттәре башлыҡтарына күпме күләм талап ителгәнен асыҡларға һәм эш графигын билдәләргә ҡушты. Шулай уҡ был эш ихаталар эсендә лә башҡарылырға тейеш. Әлеге ваҡытта 380 метр ҡоймаланған, эш дауам итә. Санитар айлыҡ дауамында 1200 метр ҡойма ҡуйыу планлаштырылған.
Был юлы кәңәшмәнең төп темаһы булып рәсми теркәлмәй эшләүселәр мәсьәләһе торҙо. Салауат Хөсәйенов белдереүенсә, Дәүләт федераль статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, былтыр баш ҡалала 15 йәштән һәм унан олораҡтарҙың дөйөм һанының 20 проценттан ашыуы ошо секторға йәлеп ителгән. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте ҡала хакимиәтенең Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр бүлеге начальнигы Гүзәл Байғусҡарова бирҙе. Бындай эшмәкәрлек, тәү сиратта, ҡаҙна кеҫәһенә һуға, сөнки һалымдарҙың күпмелер өлөшө инмәй. Хакимиәттә был эш менән бишенсе йыл шөғөлләнәләр һәм ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар: иҡтисади әүҙем халыҡ һаны күбәйә, эшҡыуарҙар "күләгәнән" сыға, бюджетҡа һәм бюджет булмаған фондтарға килем иҫәбе арта. Һөҙөмтәлә граждандар социаль яҡтан яҡлаулыраҡ була. Мәҫәлән, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индереү хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү буйынса алып барылған эшмәкәрлеккә ҙур ярҙам була. Хәҙер хеҙмәт килешеүе төҙөмәгән осраҡта штраф күләме беренсе тапҡыр 100 мең булһа, икенсе тапҡыр 200 меңгә тиклем күтәрелде. Шулай уҡ Хеҙмәт кодексына индерелгән үҙгәрештәр хеҙмәт килешеүен гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү менән алмаштырыуға ла кәртә ҡуя. Дөйөм алғанда, ошо дүрт йылда Өфөнөң хеҙмәткәрҙәр менән хеҙмәт килешеүе төҙөмәгән һәм һалымдар буйынса түләүҙәр индермәгән 456 эш биреүсегә дөйөм күләме 9,2 миллион һумлыҡ штраф һалына. Бигерәк тә сауҙа, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, транспорт, төҙөлөш, йәмәғәт туҡланыуы тармаҡтарындағы шәхси эшҡыуарҙар тәртип боҙоусылар булып тора. Былтыр пассажирҙар ташыу эшмәкәрлеге өлкәһе ҡануниәт киңлегенә сығарылған. 2019 йылдың тәүге кварталында 3139 хеҙмәт мөнәсәбәте легалләштерелгән. Гүзәл Муса ҡыҙы белдереүенсә, башҡарылған эштәр тармаҡтар буйынса ҡабул ителгән ҡанундар һәм норматив-хоҡуҡи акттарға ла үҙгәрештәр индереү ваҡыты етеүен күрһәткән.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА