«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№25, 20 - 26 июнь, 2015

ХАЛЫҠ ГӘЗИТЕ УЛ

"Киске Өфө" - халыҡ гәзите. Унда күберәк халыҡ фекере яҙыла. Ниндәйҙер бер йомғаҡҡа төрөлөп, шуның эсенән сыға алмай, буталанып ятҡан фекерле баҫма түгел ул. Ул үҙенең булмышы, баҫылған мәҡәләләре менән халыҡҡа яҡын тора. Ул - үҙ фекерле гәзит. Ул һорауҙы асыҡ итеп, халыҡҡа яҡыныраҡ итеп ҡуя. Гәзитте сығарыусылар халыҡтың булмышына тап килгән хеҙмәт менән була. Шуның өсөн ярата уны уҡыусылар.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: һәр бер матбуғат баҫмаһының бурысы - кешегә аң-белем, зиһен өҫтәү, яңы мәғлүмәт биреү. Был йәһәттән дә "Киске Өфө"лә эшләгән һәм уға яҙышҡан авторҙар юғары баҫҡыста тора, тигән фекерҙәмен. Әлбиттә, гәзиттең дә ҡайһы саҡ һағайып ҡалған ваҡыттары була. Күрәһең, был заман ҡуйған һорауға асыҡ ҡына яуап бирә алмай китеүҙәндер. Ул һорауҙар алдында кемдәр генә баҙап ҡалмай хәҙер! Ошонда ла үҙ уҡыусыһын оптимизм менән һуғара "Киске Өфө", ваҡытлыса ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа саҡыра. Сөнки ысынлап та хәҙерге заман ҡатмарлыҡтарын элекке ваҡыттағы - Граждандар һуғышы, колхозлашыу осорондағы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы менән сағыштырып булмай. Хәҙерге кешелек донъяһы, ижтимағи ҡоролош бер-береһенең тәжрибәһен өйрәнеп, һабаҡтар ала, осло мөйөштәрҙе урап үтә торған юлдар эҙләй. Шуның өсөн, һуҡыр тәкә һымаҡ ҡапыл килеп ҡоймаға төртөлөү осраҡтары булһа ла, бер төртөлөүҙән һуң йәһәт кенә артҡа китеп, ҡаршылыҡты урап үтеү йәки һикереп сығыу юлдарын эҙләй башлай йәмғиәт. Был - ижтимағи тормошобоҙҙоң бөгөнгө хәле. "Киске Өфө"гә теләгем: бына ошондай дәүләт сәйәсәтенә, донъя илдәре сәйәсәтенә ҡағылышлы мәсьәләләргә арналған сығыштарға ла урын бирелһен ине гәзит биттәрендә. Һәр өлкәлә лә геройҙар бар. Ошо әлегә беҙгә сит булған дөйөм сәйәсәт өлкәһендә лә табып булыр ине үҙебеҙҙең шәхестәрҙе, тип уйлайым. Донъя бит үҙҙәрен күрһәтеп өлгөргән кешеләр тарафынан ғына төҙөлмәгән. Донъя - үҙҙәрен күрһәтмәгән йәки күрһәтеп өлгөрмәгән кешеләр тарафынан төҙөлгән. Сөнки улар меңәр тапҡырға күберәк.

Спартак ИЛЬЯСОВ,
яҙыусы, БР Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары.

тарихи хәҡиҡәт
ҺӘР РӘССАМДЫҢ - ҮҘ САЛАУАТЫ

Салауатыбыҙ тарихын өйрәнеүсе ғалимә И. Гвоздикова әйтеүенсә, Эстониянан беҙҙең бер диңгеҙ офицеры Рогервикта мосолманса ерләнгән ике кешенең һөлдәһе табылыуы тураһында 90-сы йылдар башында уға хәбәр иткән.

күңел мөһөрө
САЛАУАТ - БӘЙҒӘМБӘРГӘ ДОҒА УЛ, ЙӘҒНИ БАТЫРЫБЫҘ ТУРАҺЫНДА УЙЛАНЫУ

Аллаһ юлындағылар өсөн дан, шөһрәт, тигән төшөнсә юҡ. Яуға киткәндә лә Аллаһ исемен зекер иткән Салауаттың ҡорал һалмауын уның йәшлегенә, ғорурлығына, батыр данына тап төшөргөһө килмәүгә генә ҡайтарыу дөрөҫ түгел.

ил-йорт хәбәрҙәре
БАТЫРЫБЫҘ ЭҘҘӘРЕ БУЙЛАП

Салауатты ҡулға алғас, уның һөйөклө ҡатыны Зөләйха килеп илаған ошо урында шишмә бәреп сыҡҡан. Тәүҙә уның һыуы күҙ йәштәре кеүек тоҙло булған. Күп йылдар үткәндән һуң уның тоҙо бөтөп, һыу сөсөгә әйләнгән...

мосолман әҙәбе
УРАҘА МӘКТӘБЕ ҮТКӘНДӘР ҺӘР ҺЫНАУҒА ӘҘЕР БУЛА

Мөхәммәт бәйғәмбәр сәхәбәләренең береһе рамаҙан айына мөнәсәбәттәре тураһында шулай тип һөйләгән: "Беҙ рамаҙан башланғансы ярты йыл буйы Аллаһы Тәғәләгә, ошо изге айҙы ҡаршы алырға насип ит, тип доға ҡыла торғайныҡ. Рамаҙан үтеп киткәндән һуң ярты йыл буйы Аллаһтан ошо айҙа ҡылған ғибәҙәттәрҙе, яҡшы ғәмәлдәрҙе ҡабул итеүен һораныҡ".

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru