ҠАҒИҘӘЛӘР - БАШҠОРТСА
Ошо көндәрҙә Өфө урамдарына электр самокаттарын ҡулланыу ҡағиҙәләре тураһында башҡорт телендә мәғлүмәт плакаттары урынлаштырылды.
Дауамын уҡырға
Геройҙар дәүере
ЯУҘА ЛА, ТЫНЫС ТОРМОШТА ЛА...
Һуғыш яланы хәрби техниканы ғына түгел, уны идара иткән кешеләрҙе лә үҙгәртә, ти "Себер" бригадаһының "Тир" позывнойлы БПЛА хеҙмәте начальнигы.
иҫкәртеү!
ВИДЕОҒА ТӨШӨРӨРГӘ ЯРАМАЙ!
Пилотһыҙ осоусы аппараттар (БПЛА), Һауа һөжүменә ҡаршы оборона эше һәм уларҙы ҡулланыу эҙемтәләре фотоһын һәм видеоһын баҫып сығарыу хәүефһеҙлек менән янай. Бындай кадрҙарҙың дошман ҡулына эләгеүе һәм мөһим мәғлүмәтте асыҡларға ярҙам итеүе ихтимал.
ғаиәләр иғтибарына
ЯҢЫ ТҮЛӘҮ
Башҡортостанда балалы ғаиләләргә яңы түләүгә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Уны тәғәйенләү шарттары ниндәй, кем бындай ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала?
донъя шаңдауы
НЫҠЛЫ ТЫЛ - ЕҢЕҮҘЕҢ ЯРТЫҺЫ
Үткән аҙнаның йома төнөндә Wildberries маркетплейсының Тамбов өлкәһендәге Котовск складына украин дрондары һөжүме һөҙөмтәһендә логистика үҙәгенең 7 хеҙмәткәре һәләк булған, 25 кеше яраланған.
ата-әсәй ҡолағына
ҺЫУҒА БАТҠАН МАЛАЙҘЫ НИ ӨСӨН ҠОТҠАРА АЛМАНЫМ?
Һыу аҫтында тын алмай биш-алты минуттан артыҡ ятҡан кешенең баш мейеһендә кире ҡайтарып булмаҫлыҡ процестар башлана, унан бер кем дә тере ҡалмай. Ә һеҙҙең улығыҙ бик оҙаҡ ваҡыт булған бит күл төбөндә.
уйлыға - уй
ӘСӘ ҺӨТӨ МЕНӘН ИНМӘҺӘ...
"Әсә һөтө менән инмәгән, кәзә һөтө менән инмәй" ти башҡорт халыҡ мәҡәле.Бында һүҙ кешегә әсә һөтө менән генә тапшырыла торған ҡиммәттәр һәм төшөнсәләр хаҡында бара.
бер кәлимә фекер
ИР-ЕГЕТ ҮСЕКСӘНГӘ ӘЙЛӘНДЕ
Беҙ үпкәләүҙең бала йәки ҡатын-ҡыҙға ғына хас хис-тойғо булыуына күнеккәнбеҙ. Әммә һуңғы йылдарҙа ир-егеттең һүҙгә, шаяртыуға, иҫкәрмәләргә йәки уларҙың фекере менән һинеке тап килмәгән күренештәргә кире реакцияһы көсәйҙе. Йәғни, улар ҙа үсексәнгә әйләнде.
халыҡ аҡылы
ӨЙҘӨҢ ЙӘМЕ БАЛА МЕНӘН
Ата-әсә һәр буш ваҡытты балалары менән бергә үткәрергә тейеш. Бала ғаиләлә йәшәп, йолаларҙы һәм ғәҙәттәрҙе ҡабул итә, үҙләштерә, үҫтерә. Тик ул ғына балаға тулы тәрбиә бирә ала, уның рухи тормошонда ҙур роль уйнай.
Хәйҙәр Тапаҡов
ОҘАТА КИЛ - 2
Кис буйы барыбыҙҙы һоҡландырып, хисләндереп йырланы ла йырланы, аҙаҡтан бер аҙ бәүелеңкерәп бейергә төшөп китте. Табынды ойоштороусы еңгәләр кәләште йәшереп аҙапланманылар, ул күптән йәшерелеүҙән уҙғайны.
әрмене хәтерләп
АЛМА-АТА – АЛМАТЫ
Илде етәкләгән, тик уны ғына бөйөк дәүләттең етәксеһе итеп белгән һәм башҡаның ул тиклем дә юғары вазифаны биләй алыуына шикләнгән шундай даһи, берҙән-бер кешенең табутын ҡәбергә таһырлатып ташланылар ҙа ҡуйҙылар.
ирәндек үҫемлектәре
АЙЫУ БАЛАНЫ
Айыу баланы (жимолость татарская - Lonicera tatarica L.) - ошо уҡ исемдәге ғаиләгә ҡараған ҡыуаҡ ағас. Ул тау битләүҙәрендә, урман ситтәрендә үҫә.
ирәндек үҫемлектәре
ҠАҘАЯҠТАР
Ҡаҙаяҡтар (щитовник мужской - Dryopteris filix - mas L.) - беҙҙең планетаның боронғо үҫемлектәренең береһе. Ҡасандыр Ер йөҙөн күбеһенсә улар ғына биләп алған булған.
баҡса
ҠОРОТҠОСТАРҒА ҠАРШЫ...
Яҡшы уңыш алыр өсөн һәүәҫкәр баҡсасылар нимә генә уйлап тапмай. Ағыулы матдәләр түгел, ә тоҙ, ойоған һөт, сода, йод кеүек һәм башҡа ҡул осонда булған әйберҙәр ниндәй осраҡта ярҙам итә?
|