«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

№43, 1 - 7 ноябрь 2024

РУХИ АҘЫҠ КӘРӘКМЕ?

Беҙ, ҡағыҙ баҫмалар редакцияларында эшләүселәр, йылына ике тапҡыр гәзит-журналдарға яҙылыу мәшәҡәттәре эсендә ҡайнайбыҙ. Аңлы, зыялы милләттәштәребеҙ ҙә һәр йылдың сентябренән киләһе йылдың тәүге яртыһы өсөн үҙ туған телендә нәшер ителгән баҫмаларға яҙылырға кәрәк икәнен белә. Был уның, ҡышҡылыҡҡа йылы кейем хәстәрләү, картуф-ит кеүек ризыҡтар менән запасланыу кеүек үк, ошо миҙгелдә атҡарыла торған, ғәҙәтенә һеңгән бер ғәмәлелер.

Һәр хәлдә, шулай була торғайны. Әммә... Һуңғы тиҫтә йылдар самаһында ошо ғәмәлдәр рәтендәге "рухи аҙыҡ" тигәне, йәғни аҡ ҡағыҙ битенән уҡыу ғәҙәте онотола бара, онотола бара. Ә беҙ әйләнгән һайын был хаҡта - "Уҡыусылар зиһененә иң юғары ҡиммәттәр тураһында уй һалыусы, уларҙы аҡыллы фекергә ылыҡтырыусы, һығымталар яһатыусы, аңын уятыусы, рухландырыусы "Киске Өфө"гә яҙылмай ҡалмағыҙ, ауууу!" тип иҫкәртә торабыҙ, иҫкәртә торабыҙ.
Бына әле лә мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙға шулай тип өндәшәбеҙ: һеҙ - 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзитенә яҙылырға онотоп ҡуймағыҙ, ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ.
Әйткәндәй, гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Ул квитанцияларығыҙ артына тыуған көн даталарығыҙҙы ла теркәп ҡуйығыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

донъя шаңдауы
"КӨНБАЙЫШ ИШЕК ҠАҒЫР ҺӘМ БЕҘ УҒА АСЫРБЫҘ"

Кешелек алдында өс проблема тора: аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, энергетика һәм климат мәсьәләләре. Көнбайыш был проблемаларҙы хәл итергә теләмәй икән, БРИКС эшкә тотонасаҡ.

көн темаһы
ҺАУЛЫҠ СИКЛӘНҺӘ ЛӘ ХОҠУҠТАРЫ СИКЛӘНМӘҺЕН

Унан һуң, бәпестең һаулығы әсәһенең сәләмәтлеге менән дә бәйле: ҡарындағы бала организмына әсә кешенең сирләүе, төрлө дарыуҙарҙы күпләп ҡулланыуы, алкоголле эсемлектәрҙән баш тартмауы кире йоғонто яһауы мөмкин.

бынағайыш
БАЛА УЙЫНЫМЫ, ӘЛЛӘ АТАЙ-ӘСӘЙ ХАТАҺЫМЫ?

Шулай ҙа квадробер тигән күренеш беҙҙең йәмғиәттә тамырланып китмәҫтер. Ул беҙҙең халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡараштарына ла тап килмәй, диндә лә һәр хайуанға ҡарата аныҡ талап билдәләнгән.

тарихи хәҡиҡәт
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР

Агапьев ғәскәрҙәр өсөн ашлыҡ иҫәбенән үҙе өсөн 10 - 12 мең һум ала, үҙенә ҡаҙна материалдарынан өй һалдырыу өсөн башҡорттарҙы файҙалана. Перовский ошо хаҡта белеп ҡала һәм уны үҙенең ышанысынан сығара.

диалог
МУЗЕЙҘАРЫБЫҘ ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ ТАРИХИ-МӘҘӘНИ МИРАҪЫН ҺАҠЛАЙ

Башҡорт кешеһенең 1000-әр баш аты булыуы теркәлгән. Хәҙерге ауыл кешеһе көс-хәл менән бер нисә баш һыйыр йә иһә ат аҫрап көн итә. Шунан, күп атлы ата-бабаларыбыҙ күскенсе булған, тип оялыу, кәмһенеү урынлымы икән?

Хәйҙәр Тапаҡов
АРҠАЛЫ – 3

Сталин үлеп киткәс, Бибиәсмә инәйең: "Яҡын-тирәләге ауылдар буйлап эшлекле кешеләрҙе теүәлләп сыҡтым, ил башлығы булып Мәскәүҙә Ниғәмәт кенә эшләрлек, башҡа кешене күрмәйем!" - тип әйткән, ти.

ижадсыға өс һорау
БАШҠОРТ РУХЫН АНИМЕ, КОМИКСТАРҘА ЛА САҒЫЛДЫРЫРҒА ИНЕ

Бәләкәй саҡта мин тик башҡортса ғына һөйләшә инем, балалар баҡсаһында, артабан ауыл мәктәбендә уҡығанда башҡортса аралашыу мөхите булманы, рус телле булып киттем.

әйтер һүҙем
БӨРЙӘН БАЙЛЫҠТАРЫ

Туристарҙың ялы рәсми нигеҙҙә ойошторолмағас, тәбиғәткә ҙур зыян килтерелә. Яр буйҙарындағы ағастар ҡырҡыла, туғайҙарҙа үлән тапала, консерва банкалары, араҡы шешәләре һәм башҡа ҡалдыҡ-боҫтоҡ ташлана.

мәҙәни майҙан
ЯҠТАШЫБЫҘ РУХЫ ЙЫЙҘЫ

Мәләүез районы Корнеевка ауылында күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Булат Рафиҡовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған "Хәтер булып әйләнеп ҡайтам..." тип исемләнгән кисә үтте.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru