ҺАУМЫ, ҺАУМЫ, ӘКИӘТ!
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ишектәре ул көндә шар асыҡ була: ул үҙендә баш ҡаланың иң илгәҙәк, телсәр, аҡыллы балаларын көтә. Улар йыл һайын май аҙағында шулай йыйылышып, өлкәндәргә лә, үҙҙәренә лә күркәм байрам ойоштора. Аңлағанһығыҙҙыр, һүҙ "Һаумы, һаумы, әкиәт!" донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең ҡала конкурсын йомғаҡлау тантанаһы тураһында бара. Ун дүртенсе тапҡыр уҙғарылған ярыштың кескәй әкиәтселәре, йәш әртистәре, һәләтле ғаиләләре кемдәр һуң?
Артабан уҡырға
әйтер һүҙем бар
ХЕҘМӘТ ДӘРЕСЕ ҠАЙҘА БУЛҒАН?
Бына миңә атайым һәр ваҡыт: "Һинең ҡулыңдан килмәһә, минән көләсәктәр", - тип әйтер ине. Әсәй ҙә апай-һеңлекәштәрҙе: "Ашарға бешерә, йөн иләй, бәйләй белмәһәң, тимәк, әсәйең ялҡау булған, тип әйтәсәктәр", - тип тәрбиәләне.
Башҡортостаным
ТУРИСТАР АРТЫНАН СҮПТӘР ҠАЛА ӨЙӨЛӨП
Гәзиттә даими баҫылып килгән "Баш ҡалам" рубрикаһын уҡып барам. Өфөгә ҡағылышлы бик күп күренештәр сағылдырыла унда. Ҡайһы берҙә уҡып сығам да, "Ысынлап та шулай шул, нисек күҙгә эленмәгән был хәл", тип аптырайым.
әйтәгүр
БЕЛЕМ БИРЕП КЕНӘ ҠАЛМАЙҘАР...
Уҡыу йортона Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исеме бирелде. Был беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ.
һай-һай-һай!
КИТАП ТАНТАНА ИТТЕ
Китап йәрминкәһендә - 206 нәшриәт, ә төрлө сараларҙа - Рәсәйҙең 16 төбәге һәм алты сит ил ҡатнашҡан. Китап йәрминкәһенә 162,5 мең Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар килгән. Өс көн эсендә 52 меңдән ашыу китап һатылған.
хәҡиҡәти һүҙ
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
Китап йәрминкәһендә - 206 нәшриәт, ә төрлө сараларҙа - Рәсәйҙең 16 төбәге һәм алты сит ил ҡатнашҡан. Китап йәрминкәһенә 162,5 мең Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар килгән. Өс көн эсендә 52 меңдән ашыу китап һатылған.
музей ҡомартҡыһы
ЕГЕРМЕНСЕ БЫУАТ БАШЫ ТЕЛЕФОНЫ
1928 йылда сығарылған телефон Башҡортостандың Милли музейы - Дүртөйлө тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ДИКМ ОФ 834 иҫәп һаны аҫтында һаҡлана, Рәсәйҙең Музей фонды дәүләт каталогына индерелгән.
диалог
УҠЫТЫУСЫ, ТӘРБИӘСЕ-ОСТАЗДЫҢ СТАТУСЫН АҢЛАУ-ТАНЫУ ЙЫЛЫ БУЛҺЫН!
Мифтахетдинға ла бит халыҡ тарафынан "Аҡмулла" тигән исем ғәҙеллек, хаҡлыҡ, аҡлыҡ илсеһе булған өсөн бирелгән. Тиккә генә ул "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк" тигән шиғыры менән йәнәш "Нәсихәттәр"ҙе тәҡрарламаған.
Ноғман Мусин
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ - 7
Ос һәнәген ҡайынға һөйәлгән еренән ипләп кенә ҡулыма алдым. Һәлмәк кенә ине ул. Алып ҡайтып етеп булырмы? Әй, тауыш сығармау өсөн ҡыуыштан алыҫлашҡансы күтәрһәм, аръяғына һөйрәтеп алыр ҙа китермен.
өлгөлө ғаилә
КЕШЕЛЕКЛЕ КЕШЕЛӘР ХАҠЫНДА
Ҡәләмемә тотоноуымдың төп сәбәпселәре Рауил менән Әнисә генә түгел, ә уларҙың икеһенең дә ана шул элекке ҡайны-ҡәйнәләре - һәр нәмәгә айныҡ күҙ менән ҡарап, ғәҙел баһа бирә, башҡаларҙың хәленә инә ала торған кешеләр ине бит.
премьера!
ӨФӨ ЮБИЛЕЙЫНА...
Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кескәй тамашасыларын "Ҡыйыу һыуһар" тигән яңы спектакль менән һөйөндөрҙө. Спектакль баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арнап Светлана Чураева пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән.
ә һеҙ беләһегеҙме?
БАШҠОРТТАРҘА ЙОНДОҘҘАР АТАМАҺЫ
Башҡорттар борон-борондан, башҡа халыҡтар кеүек үк, күк есемдәрен күҙәткән, өйрәнгән. Халыҡта ай, ҡояш һәм йондоҙҙарға бәйле легендалар барлыҡҡа килгән.
тәбиғәт балаһы
МИН НИҢӘ ҺУНАРСЫ БУЛМАНЫМ?
Икенсе көн иртән балыҡҡа теге яҡ күршелә йәшәгән, минән өс йәшкә йәш егетте алып китте, ҡышын ҡуянға һунарға ла уны эйәртте. Ул күршебеҙҙән бик һәйбәт һунарсы ла, балыҡсы ла, умартасы ла сыҡты. Ағай вафат булғансы бергә йөрөнөләр.
баҡса мәшәҡәттәре
СҮП УТАУ, ҺЫУ ҠОЙОУ
Июнь айында баҡса эштәренең иң ҡыҙған мәле. Үҙегеҙҙең йәшәгән төбәккә хас һауа торошона ҡарап, үҫентеләрҙе асыҡ һауаға сығарыу ваҡытын билдәләргә кәрәк. Халыҡта гөлйемеш сәскә атһа, башҡа ҡырауҙар булмай, тигән фараз-күҙәтеү ҙә йәшәй.
|