«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИТАП ТАНТАНА ИТТЕ
+  - 


Баш ҡаланың Совет майҙанында донъяны гөрләтеп, өс көн буйы Китап байрамы уҙҙы. Тәүге көндә Республика Башлығы Р. Хәбировтың тәҡдиме менән Өфөгә ҡайтарылған Ҡөрьәндең күсермәһен тапшырыу тантанаһы үтте, был ваҡиға "Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһен асҡан мәлгә тура килтереп ойошторолғайны.

Әлеге изге яҙма - Усман Ҡөрьәненең алты боронғо ҡулъяҙма күсермәһенең береһе. Ә тарихы шулайыраҡ: 20-се быуат башынан алып 1923 йылға тиклем республикала өсөнсө хәлиф - Усмандың ҡаны менән һуғарылған изге китаптың төп нөсхәһе һаҡлана. Изге китаптың артабанғы яҙмышы Үзбәкстан менән бәйле булһа, хәҙер Башҡортостанға алтын хәрефтәр менән тегелгән ҡулъяҙманың күсермәһе ҡайтарылды: ул БР Милли музейында һаҡланасаҡ, һуңынан Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырыласаҡ. "Беҙ Башҡортостандың ҡайтанан Усман Ҡөрьәненең күсермәһенә эйә булыуына шаһитбыҙ. Мосолмандар бының беҙҙең өсөн ниндәй юғары намыҫ эше һәм яуаплылыҡ икәнлеген белә", - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бөгөн Китап байрамының башында бөтә китаптарҙың, бөтә яҙмаларҙың әсәһе тора. Ошо ваҡиғаны Ҡөрьән менән бәйләүебеҙ бик ҡыуандыра. Ҡөрьән - китаптар араһында рекордсмен: ул 3 миллиардтан ашыу күсермәлә таралған, донъяның бөтә телдәренә лә тиерлек тәржемә ителгән, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Айнур хәҙрәт Бирғәлин.
Сарала шулай уҡ Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй тарих белеме буйынса ведомство-ара комиссияһы рәйесе Владимир Мединский һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Халыҡ-ара китап байрамы, бер һүҙһеҙ, рухи-мәҙәни донъяға оло ваҡиға булып инде, ул авторҙарға, китап магазиндарына, нәшриәттәргә, китапханаларға, әҙәбиәт уҡыусыларға тәжрибә уртаҡлашыу һәм китап таратыу буйынса яңы мөмкинлектәр асты. Совет майҙанында әҙиптәр, әҙәбиәт белгестәре менән аралашыу мөмкинлеге булдырылды. Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Елена Стельмах: "Беҙ бөгөн һүҙ һәм һүҙ дипломатияһы тураһында һөйләшәбеҙ. Башҡортостан яҙыусылар союзы менән килешеү төҙөп, әҙәби дуҫлыҡты тағы ла нығытасаҡбыҙ. Был килешеү яңы китаптар нәшерләүгә, мәҙәниәттәребеҙҙең бер-береһенә йоғонтоһон үҫтерергә булышлыҡ итәсәк, сөнки бары тик китап ҡына һәр халыҡты, уның йолаларын, булмышын һәм асылын нығыраҡ аңларға ярҙам итә", - тип билдәләне.
Халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале үтеүен дә әйтергә кәрәк. Дағстандың атҡаҙанған артисы Шемшир Магомедов унда Башҡортостанға арналған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Был Башҡортостанға арналған берҙән-бер шиғыр булманы, әлбиттә, ҡаҙаҡ яҙыусыһы, тәржемәсе, нәшриәт директоры Саят Ҡамшыгергә "Ете ҡыҙ" һәйкәлен күреү шулай уҡ ныҡ тәьҫир итә, һәм кисерештәр шиғри юлдар булып теҙелә. Ул үҙенең сығышында ижадында Башҡортостанға арналған айырым тематика буласағын әйтте.
Һис шикһеҙ, иң ҙур яңылыҡтар төрлө республика, илдәрҙән килгән нәшриәттәрҙең тәжрибә уртаҡлашыуы, ундағы сағыу проекттарҙы киңерәк донъяға сығарыу һымаҡ етди мәсьәләләр хаҡында һөйләшеүҙәр менән бәйлелер. Рәсәй Китап нәшриәтселәр ассоциацияһы президенты Константин Чеченев "Түңәрәк ҡор"ҙоң модераторы булараҡ сығыш яһаны. Татарстан Китап нәшриәтенең директоры Илдар Сәғдәтшин Ҡаҙанда уңышлы эшләп килгән төрлө осрашыуҙар өсөн ойошторолған әҙәбиәт кафеһы һәм әҙәбиәт рестораны тураһында һөйләне. Был ҙур сараның йомғаҡлау өлөшө нәшриәттәр араһында килешеү төҙөүгә арналды. Ҡыҫҡаһы, бынан һуң Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Беларусь Республикаһы союздары, шулай уҡ "Китап" һәм "Беларусь" нәшриәттәре, "Китап" һәм "Тәғлим" (Ҡырғыҙстан), "Китап" һәм "Алтын цака" (Ҡаҙағстан) нәшриәттәре араһында килешеү нигеҙендә мәҙәни хеҙмәттәшлек нығынасаҡ, тип билдәләнде.
- Килешеү беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки был авторҙарыбыҙҙы халыҡ-ара киңлеккә сығарыу тигән һүҙ. Беларусь Республикаһы менән ижади хеҙмәттәшлегебеҙ яҡшы дауам итә. Ундағы РФ Сауҙа вәкиллеге эргәһендәге Башҡортостан Республикаһы вәкиле Константин Климинға рәхмәт, уның ярҙамы ҙур булды, - тине З.Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Беларусь яҙыусыларының антологияһы - беҙҙә, ә башҡорт яҙыусылары антологияһы Беларусь Республикаһында нәшерләнәсәген әйтте. "Алдағы байрамда уның исем туйы ла үтеүе ихтимал", - тип өҫтәне.
БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, китап йәрминкәһендә - 206 нәшриәт, ә төрлө сараларҙа - күргәҙмәме, конкурстамы - Рәсәйҙең 16 төбәге һәм алты сит ил ҡатнашҡан. Китап йәрминкәһенә 162,5 мең Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар килгән. Шәхси букинистар, китап магазиндары өҙлөкһөҙ эшләне. Бында ҡайҙа ниндәй китап сығарыла, ниндәй йөкмәткегә өҫтөнлөк бирелә, ҡайҙа ниндәй хаҡтар - бөтәһе тураһында ла тулы мәғлүмәт алырға була ине. Өс көн эсендә 52 меңдән ашыу китап һатылған, бигерәк тә нәфис һәм уҡыу-методик әҙәбиәткә ихтыяж ҙурлығы асыҡланған. Модель китапханалары, музейҙар яҙыусылар, рәссамдар, драматургтар, блогерҙар, сәнғәт белгестәре, артистар, кинематографистар, журналистар, психологтар, аш-һыу оҫталары - ҡыҫҡаһы, майҙансыҡтар гөрләп торҙо, һәр ҡайһыһы тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә булыр ине.
Ҡырғыҙстан Мәғариф министрлығының мәктәп әсбаптары һәм китап сығарыу сәйәсәте бүлеге начальнигы Ҡыялбек Аҡматов әҙәбиәтте балаларҙың уҡыуы, Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары үҙҙәрендә ете тапҡыр нәшер ителеүен әйтте. - Ҡырғыҙ телендә ике китап баҫтырып сығарҙыҡ: "Көчө балдары" һәм "Жомоксуз балалыҡ". Һәр береһе меңәрләгән дана менән сыҡты һәм шунда уҡ бестселлер булып китте. Мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары был китап буйынса конференциялар, конкурстар ойоштора. Тимәк, балалар һәм үҫмерҙәр китап уҡымай тигән фекер дөрөҫ түгел! - ти Ҡыялбәк Аҡматов. Китаптар алмашыу, әҙиптәр менән таныштырыу йәһәтенән киләсәктә лә ҙур эштәр эшләнәсәк.
Китап йәрминкәһе эсендә "Урал батыр ерендә йыл китабы" тип аталған конкурс үтте. Унда төрлө номинацияларға 80-дән ашыу ғариза ҡабул ителгәйне. Шулай уҡ илленән ашыу ижадсы ҡатнашҡан драматургтар семинарының уңышлы үтеүен әйтергә кәрәк. Унда "Современная драматургия" журналының баш мөхәррир урынбаҫары, танылған драматург (150-нән ашыу пьесаһы төрлө илдәрҙә сәхнәләштерелгән) Родион Белецкий етәкселегендә айырым сценарий авторҙары өсөн "Сценарий бүлмәһе" тип аталған интенсив курстар үҙенә йәш ижадсыларҙы ылыҡтырҙы. Йәнә лә драматургтар Владимир Жеребцов һәм Наталья Мошина оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Китап байрамын ябыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова сығыш яһанылар.
- Был сараны ябып, алдағы йылда майҙың һуңғы көндәрендә ошо уҡ майҙанда үтәсәк байрамға саҡырам, ул тағы ла ҙурыраҡ, сағыуыраҡ буласаҡ. Беҙҙең ил өсөн еңел булмаған көндәрҙә тап ошондай яҡтылыҡ, яҡшылыҡ, гүзәллек тураһында һөйләшеү бик-бик кәрәк, - тине республика Башлығы.
Эйе, өс көн буйы майҙанда интерактив форумдар барҙы, эшлекле осрашыуҙар үтте, авторҙар менән аралашыуҙар дауам итте, улар сығыштарында өҙөклөк булманы. Иң мөһиме, барыһы ла хистәрҙе нескәртер, кисерештәрҙе яңыртыр ғәжәйеп бер донъяға саҡырған матур китап донъяһы эсендә йәшәнеләр.

Фәрзәнә ФӘТИХОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.06.23 | Ҡаралған: 118

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru