"АЛҒА, БАШҠОРТОСТАН!"
18 декабрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
Радий Фәрит улы Мөрәжәғәтнамәнең Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына ғына түгел, ә тотош Башҡортостандың 4 миллион халҡына ла төбәлгәнен, үҙ эшенең төп йүнәлеше булған мохтаждарға ярҙам итеү, һәр кеше хаҡында хәстәрлек, тормош кимәлен яҡшыртыу кеүек сараларҙың әлеге документта ла сағылдырыласағын билдәләне. "Мин кешеләр хаҡында һөйләйәсәкмен!" тип иҫкәртте ул башта уҡ. Артабанғы сығышында ул әленән-әле республиканың төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт иткән фиҙаҡәрҙәре миҫалын телгә алды, уларҙы аяғүрә баҫтырып, залдағыларҙан алҡышлатты. Уның: "Бөгөн мин республикала законлы һәм демократик власть алышыныуы традицияларын нығытыу, үҙебеҙҙән алда эшләгән кешеләргә ихтирамлы мөнәсәт хаҡында әйткем килә. Өлкән быуынға айырым хөрмәт хаҡында", - тип, Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа ла, Рәстәм Зәки улы Хәмитовҡа ла рәхмәт белдереүе, бөтөн залдың уларҙы аяғүрә баҫып алҡышлауы айырыуса тулҡынландырғыс мәл булды.
(Дауамын уҡырға).
ишара
ХУЖАҺЫ НИНДӘЙ ЕРЕ ЛӘ ШУНДАЙ
Бер быуат элегерәк ер һатып алданыу башҡорттоң төп бәләһе булһа, бөгөн ауыл башҡортоноң бушлай шәхси милек итеп бирелгән ерҙе алырға теләмәүе лә бәләгә тарытмаҫ, тимәгеҙ.
йәштәр - йәштәрсә
ТУҒАН ТЕЛЕМДӘ ФЕКЕР АЛЫШАМ
Быйыл башҡорт халыҡ эпосын 42 телдә биш йөҙгә яҡын кеше ятлап ишеттерҙе. Халыҡ-ара кимәлдә үткән конкурста Израиль, Монголия, Германия, Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән ҡатнашыусылар булды.
сәләмәт бул!
ВАРИКОЗДЫ ЛА ИРТӘРӘК ДАУАЛАҺАҢ, ЯҠШЫРАҠ
Әммә операцияны иртәрәк яһау ҡулайлыраҡ, табипҡа ла, ауырыуға ла. Беҙ уны хатта операция тип тә атамайбыҙ, процедура тибеҙ. Сөнки ҡырҡылған урын юҡ, наркоз юҡ, кеше килә лә, шул көндө үк ҡайтып та китә.
йола тотҡан - яҙлыҡмаҫ
БАЛАН БАЙРАМЫ
Баланы көндөҙ йышыраҡ эсенә һалып ҡуйырға кәңәш итә белгестәр. Һынауҙарҙа 22 алты айлыҡ бала ҡатнаша. Кемдәрҙе ата-әсәһе эсенә йышыраҡ һалған, улар көн дауамында әүҙемерәк булған һәм төнөн яҡшыраҡ йоҡлаған.
әйҙәгеҙ...
ӨЙРӘК ТҮГЕЛ, БӨРКӨТ БУЛАЙЫҠ - ОШОҒА БӘЙЛЕ ҺИНЕҢ БӘХЕТЕҢ ДӘ, БӘХЕТҺЕҘЛЕГЕҢ ДӘ
Бөркөттө танынығыҙмы инде? Өйрәк баҡылдағансы, бөркөт хәл итеү юлын эҙләй. Өйрәктең баҡылдауы тотош аҡланыуҙар, һылтаныуҙар, мәғәнәһеҙ һөйләнеүҙәр, сығынсылау һәм бер урында тапаныу менән оҙатып барыла.
афарин!
ЙӨРӘКТӘРГӘ УТ ТОҠАНДЫ - КИЛӘСӘК УТЫ
Күптән түгел Сибайҙың "Сулпан" балалар театрында "Ҡанифа юлы" спектакленең премьераһы булды. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған пьесаның авторы - драматург Сәрүәр Сурина, режиссеры - Зиннур Сөләймәнов.
|