«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№13, 28 март - 3 апрель, 2020

КӨСӨБӨҘ – БЕРҘӘМЛЕКТӘ

25 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡына барыбыҙҙы ла борсоған мәсьәлә - донъяла коронавирус эпидемияһына бәйле хәл-торош, уға ҡаршы тороу саралары тураһында мөрәжәғәт итте. Владимир Владимирович тәүҙә илде һаҡлауҙың алғы сафтарында торған табиптарға, фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына, дауахана, поликлиника, фельдшер-акушер пункттары, тиҙ ярҙам хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә, ғалимдарыбыҙға рәхмәтен белдерҙе һәм граждандарҙы табиптарҙың һәм власть органдарының күрһәтмәләренә иғтибарлы булырға саҡырҙы. Бигерәк тә был халыҡтың тиҙ бирешкән нескә төркөмдәренә: оло йәштәгеләргә һәм хроник сирҙәр менән яфаланыусыларға ҡағыла, тип билдәләне Президент. Артабан ул ошо ауыр хәл-торош шарттарында күрелергә тейешле сараларҙы барланы.

- Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса алдан 22 апрель тип билдәләнгән Дөйөм Рәсәй тауыш биреү датаһын һуңғараҡ ваҡытҡа күсереү кәрәк тип иҫәпләйем. Төбәктәрҙә, дөйөм илдә хәл-тороштоң нисек булырына ҡарап һәм профессиональ фекергә, табиптарҙың, белгестәрҙең күрһәтмәләренә таянып, тауыш биреүҙең яңы датаһын билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итербеҙ.

- Алдағы аҙнаны эш хаҡтары һаҡланған ял аҙнаһы тип иғлан итәм. Йәғни ял көндәре шәмбенән - 28 марттан алып йәкшәмбегә - 5 апрелгә тиклем һуҙыласаҡ. Әлбиттә, йәшәүҙе тәьмин иткән структуралар, шул иҫәптән медицина учреждениелары, дарыуханалар, магазиндар, банк, финанс иҫәп-хисабын тәьмин иткән учреждениелар, транспорт, шулай уҡ барлыҡ кимәлдәге власть органдары эшен дауам итәсәк.

- Беҙгә граждандарҙың социаль яҡланыуын, уларҙың килемен һәм эш урынын һаҡлау, шулай уҡ миллионлаған кеше йәлеп ителгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн өҫтәмә аҙымдар кәрәк. Был йәһәттән тәү сиратта түбәндәге саралар тормошҡа ашырыласаҡ.

(Дауамын уҡырға).

уйлыға - уй
ХОҘАЙ КИҪӘТЕҮЕЛЕР БЫЛ

Унда бит хәҙер әҙәм балаһының ирек-азатлыҡтары бер ниндәй ҙә әхлаҡи ҡанундарға һыймай башланы: ул ЛГБТ тиһеңме, ул бер енесле әҙәмдәрҙең законлы (!) никахлашыуы булһынмы, бер енестән икенсе енескә күсеүме...

һәр кем ҡолағына
ХӘҮЕФ ТӨРКӨМӨНДӘ ОЛОЛАР ҒЫНА ТҮГЕЛ

Әммә сит илдә ялда булып ҡайтҡан ҡайһы берәүҙәр ике аҙна изоляцияла булыу кәрәк, тигән талапҡа ҡолаҡ та һалмайынса, элеккесә әүҙем тормош алып барыуын дауам итә. Улар республика халҡының ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.

белем усағында
ДАРМАН КӘРӘК БУЛҺА КИЛ ШАМОНИНҒА!

Донъяуи тәрбиә менән өләсәйҙәр тәрбиәһе үрелеп барғанлыҡтандыр, моғайын, башҡорт ғаиләләрендәге балалар әллә ҡайҙан айырылып тора. Хатта башҡа милләт ата-әсәләре балаларын башҡорт синыфтарына бирергә тырыша.

ырыуың кем?
ТАРИХ ТӨПКӨЛӨНӘН СЫҠҠАН ҮҪӘРГӘНДӘР БЕҘ!

Көньяҡ башҡорттары хаҡында рус ғалимы Небольсин: "Үҫәргән, Түңгәүер һәм айырыуса Бөрйән олоҫтары башҡорт халҡының иң аҫыл өлөшөн тәшкил итә: был халыҡ оҙон буйлы, сәләмәт, ныҡ тәнле, ҡыйыу һәм эшмәкәр".

ҡыҙыҡлы әңгәмә
БӨРЙӘНДӘР ТӘБИҒӘТКӘ ЕРЕККӘН, УЛАР ӨСӨН ЕТЕШЛЕК БАРЛЫҠ-ЮҠЛЫҠ МЕНӘН ҮЛСӘНМӘЙ

Әммә был яҡта етешлек, бөтөнлөк, камиллыҡ уңайлыҡтар йәки барлыҡ-юҡлыҡ менән үлсәнмәй. Бында донъяны ҡабул итеү фәлсәфәһе саҡ ҡына башҡасараҡ. Бында кешеләр газһыҙ-һыуһыҙ йәки юлһыҙ ҙа бәхетле була белә.

Спартак ИЛЬЯСОВ
АТА-БАБАМ ҺӨНӘРЕ – ҠОШ СӨЙӨҮ

Һалған да онотҡан. Бер көнө эштән ҡайтһалар, ҡаҙ ҡурҡып өйҙә осоп йөрөй икән. Ояһын ҡараһалар, ап-аҡ бөркөт себеше ҡаҙ күкәйҙәре өҫтөндә ыҫылдап ултыра икән. Ҡаҙ ояһына башҡаса кермәгән дә, баҫмаған да.

йөрәк һүҙе
ИСМӘҒЗӘМ ДУҪЫМ

Бер көйҙө тамамлауға ятаҡтың аҫҡы ҡатындағы тәҙрә төбөндә ултырған ике егет беҙҙе ҡул сабып сәләмләй. Йүгереп менделәр. Йөрәктәре түҙмәне. Улар Әбйәлил районынан Сабирйән Солтанов менән Радик Өмөтҡужин булып сыҡты.

хәтеркитап
ҺИГЕҘ ОХМАЖ АСҠЫСЫ

Сәнкем тирмәһендә бер боронғо түбәтәйҙе күреп ҡалдым. Түбәтәйгә төрлө төҫтәге ынйыларҙан теҙеп бетеү сигелгән. Йәйғор бетеү! Сәнкем-ҡыпсаҡтарҙың бетеүе! Илаһи матур тамға!

мөғжизәле донъя
ӘРҮӘХТАР ЯРҘАМЫ БУЛДЫМЫ?

Йомшаҡ урман юлын батыра баҫып бала артынан эйәргән айыу. Бына бер ҡарағай төбөнә туҡтаған бала. Һыҙырылған урындарҙы ҡарап, сайырын сәйнәргә алғандыр, тигән һығымта яһаны.

афарин!
САЛЫ ҠОШО МОҢО ҺАҒЫНДЫРҒАЙНЫ

Милли йәштәр театры сәхнәһендә төрөк яҙыусыһы Решат Нури Гүнтекиндың "Салы ҡошо - һайрар ҡош" романы буйынса әҙерләнгән "Уйҙарымдан ғына юғалма" тигән яңы спектаклдең премьераһы булып үтте. Режиссеры Илдар Ғиләжев тәҡдиме менән ул мәшһүр башҡорт режиссеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, быуын-быуын актерҙарҙың остазы һәм ошо Милли йәштәр театрын асыуға (бынан теүәл утыҙ йыл элек!) юл ярып йөрөгән оло шәхестең - Ғабдулла Ғиләжевтың рухына арналды. Быйыл уның тыуыуына 90 йыл.

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru