«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№41, 8 - 14 октябрь, 2016

БЕР-БЕРЕБЕҘГӘ ҠАРАТА...

иғтибарлы булырға ла өйрәтә

"Киске Өфө" гәзите халҡыбыҙ өсөн тәғәйенләнгән иң мөһим ижтимағи-сәйәси-мәҙәни баҫма. Ул тәү сиратта туған телебеҙҙә баҫылған гәзит булараҡ әһәмиәтле.

Баҫма биттәрендә Өфөлә, республикала барған хәл-ваҡиғалар тураһында, халҡыбыҙҙың тарихына, рухи ҡомартҡыларына ҡағылышлы бик файҙалы мәғлүмәттәр бирелә. Гәзиттең һәр бите билдәле бер темаға арнала, шуға һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ генә табып уҡый ала, был бик уңайлы. Мәҫәлән, миңә тәү сиратта яңылыҡтарҙы белеү кәрәк икән, мин тиҙ генә икенсе-өсөнсө биттәрҙәге "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" тигән рубрикалағы мәғлүмәткә күҙ һалам. Тарих уҡытыусыһы булғас, мине һис шикһеҙ баҫманың етенсе битендә урын алған "Тарихнамә" рубрикаһы ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ ғаилә мөнәсәбәттәре, бала тәрбиәһенә ҡағылышлы мәҡәләләр ҙә бик фәһемле, уйланырға мәжбүр итә. Мәғариф өлкәһендәге хәл ителәһе мәсьәләләргә ҡағылышлы, педагогтарҙың эшмәкәрлеген сағылдырған мәҡәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Бөтә нәмә үҙенсәлеген юғалтып, бер төрлөлөккә күсә барған заманда "Киске Өфө" гәзите башҡорт халҡының милли йөҙөн, рухиәтен һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат иткән баҫма булып ҡала. Уның һәр һөйләме милләттәштәрҙе һиҫкәндерә, уйланырға, аҡыллы һүҙгә ҡолаҡ һалырға мәжбүр итә. Йыш ҡына халыҡтың тарҡаулығы тураһында ишетергә тура килә бит. Ә "Киске Өфө" гәзитендәге һәр мәҡәлә бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы булырға, үҙ башҡортоңдоң уңышын күреп һоҡланырға, милләтте борсоған проблемаларға битараф ҡалмаҫҡа өйрәтә. Шуға күрә уның "Заман башҡорто", "Зыялылар майҙаны", "Килешмәйем", "Тураһын әйткәндә", "Әйт, тиһәгеҙ...", "Ишара" рубрикалары һәр саҡ уҡымлы.

Азат МӨХӘМӘТЙӘРОВ,
Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының тарих уҡытыусыһы.

аңлағанға - ишара
ӘҘӘП ХАҠЫНДА ҺҮҘ

Уф! Мин еңел һулап ҡуйҙым. Ярай бәйләнеш өҙөлдө әле, автобуста йәнәш ултырған апайҙың тауышы башыма ҡаба башлағайны инде. Әхирәте яңынан шылтыратып ҡуймаһын, тип, теләп кенә ултырам.

йөҙ йыллыҡҡа - йөҙ объект
ТУРИСТАРҒА "ЕМ" БИРЕРГӘ КӘРӘК

Тау зонаһында - тауҙар, иң матур ҡомартҡыларҙан Ирәмәл, Шүлгәнташ, Мораҙым тарлауығы, Ғәҙелша шарлауығы һ.б. макеты урын алһа, шәп булыр ине.

ауфл нисек йәшәй?
СПОРТ ҺӨЙӘБЕҘ, ТИМӘК, СӘЛӘМӘТБЕҘ

Ауыл биләмәһе башлығы ла спортҡа битараф булмаған йәш егет. Ул үҙе греппинг секцияһын алып бара. Хоккей матчтарына барып ҡайтыуыбыҙҙы ла ул ойоштороша. "Халыҡ эскегә генә бирелә күрмәһен", - тип эшләй ул был эштәрҙе.

әрмегә китә егеттәр!
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕҢ ХАҠЫНДА ИҢ БАШТА ҮҘЕҢ ҠАЙҒЫРТ!

Ысынында күмергә әйләнгән улдарын ата-әсәһе илай-илай тыуған яғына алып ҡайтып китте. Автоматика ғәйеплеме был хәлгә, командирмы, әллә һалдат үҙеме икәнен уҡыусының хөкөмөнә ҡалдырам.

хәтәрләп...
УЛ ШАНЛЫ ЛА, ДАНЛЫ ЛА ЙЫЛДАР...

Беҙ, башҡорттар, нәҡ ошо йылдар эсендә үҙ-үҙен, үҙенең эске берҙәмлеген, үҙенең телен, рухын, мәҙәниәтен яҡлай һәм һаҡлай алырлыҡ милләт булараҡ барыбер өр-яңы юғарылыҡҡа күтәрелә алдыҡ.

милләт балҡышы
КӨРӘШ, УҠ АТЫУ, ЫЛАҠ ҠЫРҒЫҘҘАР ЙЫЙҘЫ ҠУНАҠ

Бер ниндәй финанс ярҙамы булмаһа ла, әлеге Уйындарға атлығып барҙыҡ. Был беҙгә кәрәк инеме? Беҙ унда нимә эҙләп барҙыҡ? Бүләктәргә өмөт итмәнек. Мине нимә әйҙәне? Белмәйем. Бәлки, ҡан саҡырыуы булғандыр ул...

күңел мөһөрө
УҠЫМЫШЛЫЛАРҘЫҢ ОЛО ЗЫЯРАТЫ

Боронғо зыяраттарҙағы ҡәбер таштарының һырты соҡорланып ҡуйылған. Шул соҡор эсенә йыйылған ысыҡ һыуын иртә таңда ҡоштар эсһен өсөн шулай ителгән, тигәнде ишеткәнем бар.

иғтибар: акция!
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ.

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru