БИҘӘЛЕШЕ ЛӘ МАТУР...
эстәлеге лә бай
Мәғлүмәткә ҡытлыҡ юҡ бөгөн. Йөҙәрләгән гәзит-журнал сыға, көнө-төнө телевизор, радио һөйләп тора, ҡул аҫтында интернет селтәре. Бындай күптөрлөлөк араһында үҙеңә кәрәкле генә мәғлүмәт сығанағын табыуы ауырға төшә. Бигерәк тә гәзит-журналдарҙың ҡайһыһына өҫтөнлөк бирергә белеп булмай, сөнки уларҙың һәр береһе үҙенсә ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле. Ләкин беҙҙең ғаиләлә бер генә гәзиткә - "Киске Өфө"гә - яҙылыу-яҙылмау тураһында бәхәс сыҡмай, сөнки һәр быуын вәкиле уның биттәрендә үҙен ҡыҙыҡтырырлыҡ мәғлүмәт таба.
Гәзитте ҡулға алғанда күҙ ҡарашы, тәү сиратта, уның биҙәлешенә төшә. "Киске Өфө"нө ошо йәһәттән ыңғай яҡтан билдәләп үткем килә. Гәзиттәге һәр мәҡәләнең тәғәйен рубрика аҫтында сығыуы уны тағы ла йөкмәткелерәк итә. Мәҡәләне тулыландырып килеүсе һүрәттәр ҙә эстәлеккә тап килеп, уны байыта. Күңелгә ятышлы тағы ла бер билдәне әйтеп үткем килә. Гәзит битендә баҫылған һәр мәҡәлә - журналистарҙыҡы ла, гәзит уҡыусыларҙың хаттары ла - уйланыуға этәрә, ойоп барған фекерләү ҡеүәһен уята. Баҫмала донъя күргән бәләкәй генә бағанала ла, ике битлек ҙур әңгәмәлә лә актуаль донъяуи мәcьәләләр күҙгә бәрелеп ята. "Монолог", "Диалог", "Ижадхана" кеүек рубрикалар йәнле булыуҙары менән айырылып тора. Милләтебеҙҙең абруйлы шәхестәренең, халҡыбыҙҙың лайыҡлы ул-ҡыҙҙарының, төрлө һөнәр эйәләренең һәр һүҙе күңелгә яҡын һәм уҡымлы. Көн һайын тиерлек үҙгәреп торған төрлө закондар араһында аҙашып ҡалмаҫҡа, гражданлыҡ хоҡуғыңды белеүҙә "Һорау-яуап" рубрикаһындағы мәғлүмәттәр ярҙам итә. Шулай уҡ "Киске Өфө" яҡшы кәйеф сығанағы, уны уҡыйһың һәм тормоштоң бик күп ыңғай яҡтарын күрә башлайһың. Гәзит тураһында минең ошондай фекерҙәрем - биҙәлеше лә күркәм, эстәлеге лә бай.
Гәзиттең даими уҡыусыһы булараҡ, баҫмала этикет ҡағиҙәләре бирелеп барылһа ине, тигән теләк еткерге килә. Шулай уҡ донъяла төрлө өлкәгә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәт күп - улар тураһында уҡыу ҙа беҙгә, гәзит уҡыусыларға, ҡыҙыҡлы булыр ине.
Илһам ЯЙЫҠБАЕВ.
Дәүләкән ҡалаһы.
килешмәйем!
МОҢ СЫҒАНАҒЫН ХАЛҠЫҢ КҮҢЕЛЕНӘН ЭҘЛӘ
Йырсы йәки композитор булыр өсөн музыка мәктәбендә, артабан 4-5 йыл сәнғәт колледжы йә институтында уҡырға кәрәк икәнлеге билдәле бөтәбеҙгә лә. Ә хәҙер кем теләй (әллә түләй?) - шул ҙур сәхнәләрҙән тороп йырлай.
йолаңдан йүн тап!
ҠЫШТЫ ОҘАТЫП, ЯҘҘЫ ҠАРШЫЛАП
Әле инде был йола байрамы бик һирәк урындарҙа ғына күҙәтелә. Байрамды тергеҙеп, киң таратып ебәргәндә, башҡорт халҡы ҡабул итә алмаған башҡа милләт байрамдарын көсләп индереү ихтыяжы булмаҫ ине.
тарихи хәҡиҡәт
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
әйҙә, спортсы булайыҡ!
СПОРТТА ЛА ДУҪЛЫҠ БАР ҺӘМ УЛ ЕҢӘМ ТИГӘН СӘМДӘН КӨСЛӨРӘК
Беҙ, дуҫтар үҙ-ара һуғышырға, көрәшергә тейеш түгел, тип барабыҙ һәм урындарҙы шыбаға тотоу ярҙамында хәл итәбеҙ. Дуҫтарына ҡаршы көрәшергә тура килһә, күп спортсылар шулай итә.
таныш булығыҙ!
БАШҠОРТ МОҢОН МӘСКӘҮҘӘ ЯҢҒЫРАТА УЛАР
Беҙҙең халыҡ талантлы, күбеһе йыр, бейеүгә маһир. Әммә бындай һәләтебеҙгә беҙ эш тип тә, бизнес тип тә ҡарамайбыҙ. Ә шул уҡ ваҡытта Беренсе каналдан башҡорт йырсыһы йырлап торһа, ҡайһылай шәп булыр ине!
күңел мөһөрө
УТЛЫ ЙЫЛДАР ШАҺИТЫ - ХАТТАР ЭҘЕНӘН
Ҡайҙа яҙылды икән? Окоптамы? Землянкаламы, блиндаждамы? Ниндәй шарттарҙа, ниндәй кәйефтә? Нимә тураһында һөйләй улар? Ят яҙыуҙы ҡапылда шытырлатып уҡый алмағаныма күңелем әсене.
һай! һай! һай!
БАЛАЛАРЫБЫҘ ТАПҠЫРЛЫҠТА КӨС ҺЫНАША
Мәктәп уҡыусылары был уйындарға бар тырышлығын һалып әҙерләнә. Быйыл лиганың ярымфинал уйынында ҡатнашыусы командаларҙың сығышын күргәндән һуң, юмор ҙа етди ҡараш талап итә икән, тигән фекер тыуҙы.
|