ТАТЫУ ҒАИЛӘ
СПОРТ МЕНӘН ДӘ ДУҪ
Ошо көндәрҙә баш ҡалала республиканың спорт һөйөүсе ғаиләләре араһында "Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020" фестиваленең финалы үтте. Унда оҙайлы ҡышҡы ялдар мәлендә ваҡыттарын файҙалы үткәреүҙе хуп күреп, тәүҙә ауылдары кимәлендә, һуңынан районда беренселекте яулап, республика кимәленә сыҡҡан 70 ғаилә ҡатнашты. Етеҙлеккә, тырышлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа ҡоролған күңелле спорт уйындарында ике төркөмгә бүленеп сығыш яһаған ғаиләләр араһында Әбйәлил районынан Даушевтар һәм Стәрлетамаҡтан Ҡотдосовтар ғаиләһе еңеүсе тип табылды.
(Дауамын уҡырға).
көнауаз
МИЛЛИ ИДЕЯҒА ТИҢДЕР ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҘӘ
Тыуған яҡтарын өйрәнеүсе әүҙем ойошмаһы, музейҙары булған райондар һәр саҡта ла алдынғыраҡ булып сыға! Бындай мөхиттә үҫмерҙәргә өлгө булырҙай ыңғай геройҙар бар, һәм уларҙың йоғонтоһон тойоп үҫә йәштәребеҙ.
үәт, шулай!
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
Башҡорт теле йылы эгидаһы аҫтында муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында бик күп саралар уҙғарырға тәҡдим ителә. Башҡорт теле йылының һәр айы айырым йүнәлешкә бағышлана, уның сиктәрендә тематик, оҫталыҡ дәрестәре һәм конкурстар ойошторола.
замана шауҡымы
КЕМ ФАШИСТ ҺУҢ?
Ошо ваҡиғаға нисә йылдар үтһә лә башымда был уй: кем фашист, йомшаҡ характерлы ағаймы, эшемде аҙағына еткермәгән минме, әллә ағайҙың пенсияһын ҡулынан ысҡындырмаҫҡа сат йәбешкән һатыусымы? Кем ғәйепле?..
ырыуың кем?
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ҒӘЙНӘЛӘР!
Ғәйнә башҡорттары Кама буйындағы руда сығарыу эшендә әүҙем ҡатнаша, бында башҡорттар араһынан да билдәле рудопромышленниктар барлыҡҡа килә. Уларҙың иң арҙаҡлыһы - Исмәғил Тасимов.
ҡыҙыҡлы әңгәмә
УЛЫМ, ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, КИЛЕНЕМ, ҺИН ТЫҢЛА!
Донъяла һәр 40 секунд һайын кемдер үҙ теләге менән яҡты донъянан китә. Уларҙың 75 процентының психикаһы ҡаҡшаған. Психика ҡаҡшау тигәндә, ул стресс сәбәпле күңел торошо үҙгәреүе булыуы ла мөмкин.
әйҙәгеҙ фекерләшәйек!
ЙӘШТӘРЕБЕҘ СИТКӘ КИТМӘҺЕН, СИТТӘРҘЕ ЙӘР ИТМӘҺЕН
- Йырҙағы әбей менән бабайҙай, ҡыҙҙарыбыҙҙы үзбәккә, грузингә, хахулдарға таратып бөтөп, "ҡарсығым да үҙ янымда, пенсиям да етерлек", тип бер-беребеҙгә ҡарашып, иркен өйҙә һемәйеп ултырып ҡалмайыҡ кәбе!..
ил-йорт хәбәре
ВӘЗӘМ СӘКӘНЕ
Әбеш соҡоро тип йөрөтөлгән төбәктә, Шайтантау ҡурсаулығы эсендә яҡты һәм йылы өр-яңынан төҙөкләнгән иҙән-сәхнәле Вәзәм ауыл мәҙәниәт йорто һәм уның янындағы хоккей ҡумтаһы янынан көскә айырылып ҡайтып киттек - бигерәк күңелле һәм матур йәшәргә әйҙәй сәләмәт тормош һаҡсылары.
|