ТЕЛҺӨЙӘРҘӘР
БӘЙГЕ ТОТТО
Ошо көндәрҙә баш ҡалала Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиада уҙҙы. Утыҙ дүртенсе тапҡыр үткәрелгән сарала йәмғеһе 408 бала үҙ көсөн һынаны, Башҡортостандан 18 уҡыусы, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән 5 уҡыусы олимпиаданың еңеүселәре тип танылды, бик күптәр призерҙар исемлегенә инде. Беренсе урын алыусыларҙың береһе Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 11-се синыф уҡыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова һәм уның уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова менән ярыш тураһында әңгәмәләштек.
(Дауамын уҡырға).
уйлыға - уй
ИСЕМ ЭҘЛӘП ЕВРОПА-АЗИЯНЫ ГИҘМӘ
Фекерлегә фәһем бар уйланырға. Бала үҫә, шәхес булып формалаша. Уҡырға, эшкә сығып китә. Анжелика исемле башҡорттан һораясаҡтар: "Ҡайһы яҡтанһың, атайың менән әсәйең кемдәр?" Ошондай һорауҙарҙы күп ишеткән бар.
ҡала хакимиәтендә
БАЛАЛАР ҒЫНА ТҮГЕЛ АТАЙ-ӘСӘЙҘӘР ҘӘ КҮҢЕЛЛЕ ЯЛ ИТКӘН!
3-6 ғинуарҙа беренсе тапҡыр ойошторолған "Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020" республика фестивале ҙур иғтибарға лайыҡ булған. Төрлө спорт уйындарын үҙ эсенә алған был ярышта 23 440 кеше ҡатнашыуы теркәлгән.
шәхестәребеҙ
ҒАЛИМДАР ҠАТАРЫНА ИНГӘН ЯҠШЫ...
Бар ғүмерен фәнгә бағышлаған, үтә тыйнаҡ, һәр нәмәлә алтын урталыҡты һаҡлай белгән шәхес, тип белә Эрнст Ишбирҙинде замандаштары. Был турала уның тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусылары, Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәрҙәре, ғалимдың яҡын туғандары ла телгә алды.
ырыуың кем?
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ҒӘЙНӘЛӘР!
Ғәйнә башҡорттары XVI быуаттың икенсе яртыһынан бирле Строганов кеүек рус промышленниктарының үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен хаҡһыҙ баҫып алыуына ҡаршы көрәшкә ҡушыла.
ҡыҙыҡлы әңгәмә
ҠОЛ ҒӘЛИ ТИГӘН ШАҒИРЫБЫҘ ҮҘ БАШҠОРТОНА ҠАЙТТЫ
Мирғужа үҙе ошо ҡыҙға өйләнә һәм Боҙби 1172 йылда уға Мөхәммәтғәлиҙе табып бирә. Мирғужа үҙе Тамта иленең әйле ырыуынан була, йәғни, бөгөнгөсә итеп әйткәндә, Ҡол Ғәли әйле башҡорто булып сыға.
шулай ҙа була
АЙЫУМЫ? УЛ ГОССТРАХ ИНСТРУКЦИЯҺЫН БЕЛМӘГӘН БИТ
Страховҡа документтарын, айыуҙан туҡмалып, бальниста ятып сығыуын раҫлаған дөкәмиттәрен тотоп, район Госстрахына килә. Госстрах хеҙмәткәре ҡазаланған кешенең ҡайғыһын аңлаһа ла, тәғәйен аҡсаны биреүҙән баш тарта. Сөнки был кешенең алған йәрәхәттәре Госстрах инструкцияһында яҙылған осраҡтарға тап килмәй булып сыға.
|