ИСЕМ ҺАЙЛАУ
ЯУАПЛЫ ҒӘМӘЛ
Һуңғы осор "Өфө" Халыҡ-ара аэропортына исем ҡушыуға арналған хәбәр баҫма матбуғатта, радио, телевидение аша бер нисә тапҡыр халыҡҡа еткерелде. Ошо хаҡта үҙемдең фекерҙәремде белдергем килә.
"Өфө" аэропорты илдең иң ҙур һәм ҡеүәтле аэропорттарының береһе. 80 йыллыҡ тарихы булған аэропорт урындағы линияларҙы ла хеҙмәтләндерә торғайны, иҫегеҙҙә булһа, Белоретҡа, Сибайға, Баймаҡҡа, шулай уҡ ҡайһы бер райондарға самолеттар оса торғайны. Бөгөнгө аэропортты ул замандағыһы менән сағыштырып та булмай. Сит төбәктәр уны милли авиакомпания итеп тә таныған мәлдәр бар ине. Бөгөн ул халыҡ-ара кимәлдә хеҙмәттәшлек итә.
Был аэропорт һәр кемебеҙ өсөн яҡын, республикабыҙҙың ғорурлығы ул. Шуға ла Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы иғлан иткән бәйгелә әүҙем ҡатнашайыҡ. Улар "Рәсәйҙең бөйөк исемдәре" проекты сиктәрендә илдең 45 аэропортына билдәле шәхестәрҙең исемен бирергә тәҡдим итә. Был исемлектә "Өфө" аэропорты ла бар. Бөгөнгө көндә икенсе турға үткән шәхестәр араһына, минеңсә, осраҡлы килеп эләккәндәр ҙә бар. Шаляпин ижад юлын Өфөлә башлаһа ла, аҙаҡтан илен ҡалдырып киткән. Нуриев тураһында ла шуны уҡ әйтергә була. Илебеҙ уларҙы үҫтергән, ижад итергә шарттар тыуҙырған, ә улар икенсе ҡәҙерле ер тапҡан. Довлатов та сит илдә танылыу яулай. Был исемлектә һәр беребеҙ өсөн иң ҡәҙерле исем бар, ул - Салауат Юлаев. Салауат - милләтебеҙ өсөн рухи бағана. Ә М. Шайморатов, М. Кәрим, М. Гәрәев халҡыбыҙҙың данын яҡлаусылар. Уларҙың исеме аэропортҡа осоп килгән, сит ҡитғаларға осҡан самолеттарҙа мәңгеләштерелһен. М. Шайморатовҡа, нисек кенә тырышһаҡ та, герой исеме бирҙерә алмайбыҙ, исмаһам, самолет аша донъя уны белһен. С. Аксаков Башҡортостанда ҙур эҙ ҡалдырған шәхес. Шул уҡ кимәлдә М. Нестеров та бар, улар тиң шәхестәр.
Һәр хәлдә, уйлашайыҡ әле, тимәксемен. Һорау алыуҙарҙа ҡатнашыусылар менән эшләйәсәк ирекмәндәрҙең тейешле белеме, әҙерлеге булыр, моғайын. Улар матбуғат биттәренә лә күҙ һалып, халыҡ фекеренә ҡушылып, уны хуплар, тип ышанам.
Йәмних ҠАШҠАРОВ.
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы.
уйлыға - уй
ТЫЙЫЛҒАН - ТАТЛЫ, ТИҺӘЛӘР ҘӘ ТӘМӘКЕ ТӨТӨНӨ ӘСЕ ШУЛ
Әгәр дәүләт кеше һаулығы хаҡында ҡайғырта икән, ысынлап та ул "үгеҙҙе мөгөҙөнән" алырға тейештер, йәғни шәхсән тәмәкесенең үҙе менән ныҡлап профилактик эш башлау. Ә ниңә уларҙы ла иҫәпкә ҡуймаҫҡа?
ҡала хакимиәтендә
МӨРӘЖӘҒӘТЕҢДЕ ИШЕТМӘЙҘӘРМЕ? СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘРГӘ ЯҘ!
"Кадрҙар, эш хаҡтары мәсьәләһе менән шөғөлләнергә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эшен баһалау варианттарын ҡарарға кәрәк, сөнки уларҙың хеҙмәтенә ҡаланың таҙалығы бәйле", - тине Өлфәт Мансур улы.
афарин!
БЫЛ СПОРТ ТӨРӨНДӘ ҠАТЫН-ҠЫҘҒА УРЫН ЮҠ
Ауыл ерендә йәшәгән балаларға ла мөмкинлектәр киңәйтелһә ине. Сөнки ауыл малайҙарын да заман шауҡымы урап үтмәй, буш ваҡыттарын файҙалы үткәрергә мөмкинлек биргән спорт майҙансыҡтары кәрәк.
фараздар
БЕҘҘЕҢ ТАМЫРҘАР, ЙӘКИ АЛАН, ҠАУАР ҺӘМ ХИОНИТ СЫҒЫШЛЫ БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА
Археологтар бахмут, именьков, турбаҫлы, кушнаренко һәм ҡара яҡуп мәҙәниәте тип атап йөрөткән ҡәүемдәр башҡорт этногенезында ярайһы уҡ билдәле эҙ ҡалдырған. Быны яҙма ҡомартҡыларҙан да, антропология мәғлүмәттәренән һәм традицион башҡорт мәҙәниәтенән дә табырға була.
диалог
ҮҘАЛЛЫЛЫҠТЫ БЕҘГӘ БИРМӘГӘНДӘР, ҮҘАЛЛЫЛЫҠТЫ БЕҘ ЯУЛАП АЛҒАНБЫҘ!
Башҡортостан хөкүмәте ҡулға алыныу сәбәпле, автономияға ҡушылырға көтөп торған Борай башҡорттары баш күтәрә һәм Борай башҡорт кантонын ойоштора. Оло Башҡортостан проектын үҙаллы тормошҡа ашыра башлай.
ижадхана
БАШҠОРТ БЕЙЕҮЕ БАШҠОРТ БАЛАҺЫН ҮҘ АСЫЛЫНА ҠАЙТАРА АЛА
Әммә башҡорт бейеүе ул сәләмәтлекте нығытыу сараһынан бигерәк, рухты күтәреү ысулы икәнен аңларға кәрәк. Әлбиттә, бейегән кешенең атлап йөрөүҙәре лә башҡа. Атлауыбыҙға ҡарап, ана, бейеүселәр китеп бара, ти торғайнылар.
һай! һай! һай!
ОНОТОЛА ЯҘҒАН ЙОЛАНЫ ТЕРГЕҘЕҮ ЮЛЫНДАБЫҘ
Мәүлет Ямалетдиновтың ҡобайырҙары бығаса ишетелмәгән эстәлектә лә, көйҙә лә булып, башҡаларҙыҡынан айырылып торҙо (конкурстың гран-приһы уға бик тә лайыҡлы бирелде).
ҡыҫҡа әңгәмә
ЯҢЫ ҠУРСАҠ ТЫУЫУЫ ДОНЪЯҒА ЯҢЫ КЕШЕ КИЛЕҮЕНӘ ТИҢ
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ошо көндәрҙә "Ҡыҙыл башлыҡ" спектакленең премьераһы булды. Ул "Балаларға - театр" проекты сиктәрендә "Берҙәм Рәсәй" партияһының матди ярҙамы менән ҡуйылған. Театрҙың әҙәби бүлеге етәксеһе Диана ГӘРӘЕВА менән ошо премьера тураһында һөйләшәбеҙ.
|