Учалы төбәге йырсылары менән генә түгел, бейеүселәре менән дә дан тота. Башҡорт бейеүенә бында айырыуса һаҡсыл ҡараш йәшәй, тап бында ғына һәр ауылда балалар бейеү ансамблдәре бар. "Ижадхана"ның бөгөнгө геройы ла, тап ошондай мөхиттә тыуып-үҫеүем менән бәхетлемен, ти. Өфө ҡалаһының "Сығанаҡ" балалар ижады үҙәге педагогы, "Толпар" бейеү ансамбле етәксеһе, йәш хореограф Денис Рауил улы ҒАТАУЛЛИН менән башҡорт бейеүе, балалар менән шөғөлләнеүҙең үҙенсәлектәре тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
Бөтәһе лә бейеүсе
Мин башланғыс класта уҡып йөрөгәндә сығышы менән үҙе лә ошо ауылдан булған бейеүсе Айбулат Әһлиев ауыл хакимиәте башлығы, мәктәп директоры кәңәше һәм ярҙамы менән түңәрәк асып ебәрҙе. Ғөмүмән, ҡыҙыҡ ауыл ул Учалы районының Батталы. Беҙҙә халыҡ бик сәмсел, тырыш, донъя көтөүгә ифрат шәптәр. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ - беҙҙә уҡыусылар йә бейеүсе, йә физкультура уҡытыусыһы һөнәрен күберәк һайлай. Спортҡа ылығыуҙың сәбәбе нимәләлер, аңлап булмай, 9 йыллыҡ мәктәптең хатта спорт залы ла юҡ. Физкультура дәрестәре яҙын-көҙөн генә түгел, ҡышын да саф һауала үтә. Бейеүсегә килгәндә иһә, мин уҡығанда ла, әле лә мәктәптә нисә уҡыусы бар, уларҙың барыһы ла "Осҡон" исемле ошо ансамблдә шөғөлләнә. Бик яратып йөрөнөк беҙ унда. Исемен дә үҙебеҙ уйлаштыҡ, бындай яуаплы эшкә беҙҙе лә йәлеп иттеләр. Һаман иҫләйем, икенсе сменала уҡыйым, дәрес бөткәс, өйгә ҡайтып, портфелде ташлайым да, ситектәрҙе эләктереп, сығып та йүгерәм. Төнгө 12-гә тиклем шөғөлләнгән мәлдәр йыш була ине. Әсәйҙәр башта бик ҡыуанды, тик уҡыуҙа өлгөрмәй башлаусыларға һуңынан яратҡан шөғөлдәрен дауам итеү өсөн күп тырышлыҡ кәрәк булды. Башлыса Фәйзи Ғәскәровтың бейеүҙәрен өйрәндек. Классик нигеҙҙе белһәң, аҙаҡтан еңел була икәнен хәҙер мин, педагог булараҡ, яҡшы аңлайым.
Уҡытыусылыҡ та яҡын
Ансамблдә бейеп йөрөһәм дә, ҡурайсы булырға хыяллана инем. Ҡурайға өйрәтеүсе юҡ, практикаға килгән бер студенттан һыҙғыртырға өйрәнеп ҡалған булдым. Учалы сәнғәт колледжына ла ҡурай класына имтихан биреп ҡараным, тәбиғи, үтмәнем. Әсәй, СПТУ-ға бирәм, тип янай, мин эстән генә, киләһе йыл тағы килеп ҡарайым, тигән ниәтте нығытам. Шунда колледжда бейеү буйынса ҡалырға тәҡдим иттеләр. Колледждың "Ҡойон" ансамблендә бейенек, 3-сө курста ярты йыл "Ләйсән" ансамблендә эшләп алдым. Кемдәрҙер Учалы филармонияһы ансамблендә бейене. Уҡып бөткәс, һөнәремде үҙһенмәй, башта Стәрлетамаҡтың физкультура техникумын, аҙаҡ институтын тамамланым. Әрмегә барып ҡайтҡандан һуң Озерный ауылына саҡырҙылар. Мәктәп директоры ярҙамында "Оҙонгүл" тигән балалар ансамбле булдырып, эшләп алдым. Әрменән һуң булғас, дәрестәрҙә әрмеләге кеүек дисциплина талап итәм. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына эшләһәң дә, тәртип юҡ икән, эшеңдең рәте булмаясаҡ, тип уйлайым. Балаларҙың да теләге көслө ине, күҙҙәре янып тора. Унан һуң Әбйәлил районы Ташбулат ауылында, Учалы районы Килмәк ауылында, Ауырғазы районында эшләп алдым. Башлап, ташлап китмәнем, "өлгөлө" тигән исемгә лайыҡ булғансы эшләнем.
Өфөнө лә данларбыҙ әле!
Райондарҙа балалар ансамблдәре булһа ла, Өфө әле был йәһәттән артта. Шуға ла Өфө мине гел үҙенә тартып торҙо. Әлбиттә, баш ҡалаға яҡыныраҡ булған һайын, халыҡ бейеүе лә үҙгәрә төшә. Мәҫәлән, учалылар, әбйәлилдәр, баймаҡтар таҙа башҡорт хәрәкәттәре менән бейей. Тыпырлатыу уларҙа аҫта, таҙа. Өфө яғында башҡорт бейеүен башҡа халыҡ бейеүҙәре менән ҡушып, гибридлаштырып бөткәндәр. Бында күберәк һикереп, еңелсә итеп, өҫтән бейейҙәр. Халыҡсанлыҡ юғала.
Икенсе йыл балалар ижады үҙәгендә эшләйем, ул 2-се Башҡорт лицейы эргәһендә, шуға бейеү түңәрәгенә ошо уҡыу йортоноң уҡыусылары йөрөй. Бөгөн ата-әсәләр балаларын артыҡ иркәләтеп, эш ҡушмайынса, халыҡ әйтмешләй, муйынын һуҙып үҫтерә. Хеҙмәт тәрбиәһенең ни тиклем мөһим икәнен белһә икән улар. Бейеү өсөн дә көс-ҡеүәт кәрәк. Ауыл балаларын тыңлатыуы рәхәтерәк, улар тыйнаҡтар, тырыштар. Ҡала балалары менән эшләүе еңел түгел, саҡ ҡына физик ауырлыҡты ла, ҡатыраҡ һүҙҙе лә, ҡарашты ла күтәрә алмайҙар. Сағыштырам да, ауылдыҡылар дәртлерәк тә, дарманлыраҡ та тип уйлайым. Ҡалала иһә, балаһының бейеү түңәрәгенә йөрөүе күберәк уның ата-әсәһенә кәрәк. Буйһындары төҙ булһын, һаулығын нығытһын, тип килтерәләр балаларҙы.
Рухты күтәрә
Әммә башҡорт бейеүе ул сәләмәтлекте нығытыу сараһынан бигерәк, рухты күтәреү ысулы икәнен аңларға кәрәк. Әлбиттә, бейегән кешенең атлап йөрөүҙәре лә башҡа. Учалы сәнғәт колледжында уҡығанда бөтәһе бер ятаҡта йәшәй бит инде. Атлауыбыҙға ҡарап, ана, бейеүселәр китеп бара, ти торғайнылар. Шулай уҡ бөтөн милләт балаһына ла башҡорт бейеүен бейергә өйрәтеп була, тик башҡорттоң ул ҡанына һалынған. Шуға ла ауыл балаһына ауыр ғына хәрәкәтте бер күрһәтһәң, ул шуны ҡабатлай аласаҡ. Ҡалала йәшәп, икенсе-өсөнсө быуын ҡала башҡорто булған бала бер аҙ тырышһа, тыпырлауҙар уның аңын барыбер уятасаҡ һәм ул бейеп китәсәк. Бейеүҙе уйын эш тип һанаһалар ҙа, башҡорт бейеүе - иң ауыр бейеүҙәрҙең береһе. Данлыҡлы бейеүсе Игорь Моисеев та был турала әйткән. Унда тән, мимика, артислыҡ барыһы ла эшләргә тейеш. Физкультура уҡытыусыһы һөнәрен дә үҙләштергән кеше булараҡ әйтә алам: спорт менән хореографияны сағыштырһаң, икенсеһе күпкә ауырыраҡ. Әйтәйек, мин йүгереп китеп барғанда арып китһәм, тиҙлегемде кәметеп, ял итеп ала алам. Сәхнәлә бейеп йөрөгәндә ни тиклем арыһаң да, темпты, ритмды, линияны тоторға кәрәк, йылмайып, кәрәк урында ҡысҡырып йөрөргә, ҡапыл туҡтап тороп, һикереп, яңынан бейей башларға кәрәк.
Мин юҡҡа ғына башҡорт бейеүе башҡорт балаһын үҙ асылына ҡайтара ала, тип әйтмәйем. Быйыл балалар араһында үткән "Байыҡ" бәйгеһендә 1-се урынға лайыҡ булған уҡыусым ете йәшлек Әҙилә Билалованың баштан уҡ ҡатмарлы хәрәкәттәрҙе ҡабатлай алыуын күҙәтеп йөрөгәйнем. "Байыҡ"ҡа барып, унда башҡа балаларҙы күреп, аралашып ҡайтҡандан һуң ҡыҙыбыҙ бөтөнләй үҙгәрҙе", тип шатлана бөгөн уның атаһы менән әсәһе. Хәҙер башҡортса ғына һөйләшергә тырыша, тиҙәр. Бер көндө мәктәпкә сәсен ике толом итеп үреп килгәнен күреп, берәй ҡайҙа сығыш яһайһыңмы әллә, тип һораһам: "Юҡ, миңә шулай нығыраҡ оҡшай", - тип яуаплай. Ошо тырышлығын ташламаһа, уның еңеүҙәре алдалыр әле, тип иҫәпләйем.
Ижад - йәшәү мәғәнәһе
Әҙиләгә бәйгегә "Ҡурай яланы" тигән бейеүҙе үҙем һалғайным. Тыуған яҡҡа ҡайтып, тәбиғәт ҡосағына сыҡһаң, шунда уҡ төрлө идеялар килә башлай. Бер йәй атайға бесән сабышҡанда ялан ситендә ҡурайҙар үҫеп ултырыуын күреп, күңелгә һалып ҡуйғайным. Шуны яйлап үҫтереп, бейеү һалдым. Фонограммаһын Илшат Яхин эшләне. Ни өсөн мин быны айырып әйтәм, республикала йырға фонограммалар яҙыусылар күп булһа ла, бейеүгә фонограмма яҙыусылар 3-4 кеше генә. Үҙенә күрә был да проблема.
Был минең беренсе бейеүем түгел, балалар араһында үткән "Байыҡ" бәйгеһендә "Осҡон" ансамбле "Ҡапҡа урлау"ҙы бейегәне бар. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡарылмаған бейеүҙәрем күп, хәҙер көслө генә ансамбль булдырыу ниәте менән дәртләнеп йөрөйөм. Шунда уларҙы сәхнәгә сығарырға мөмкинлек булыр ине. Яңы идея өҫтөндә эшләү, яңы бейеү һалыу миңә оҡшай, илһамланып йөрөгән мәлдәр эшемә үҙе бер кинәнес өҫтәй.
Балалар ансамблдәре республикала хәҙер күбәйҙе. Бында Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаеваның "Байыҡ" проекты ҙур роль уйнаны. Ни тиклем рәхмәтле булғаныбыҙҙы ул үҙе лә белә. Был бәйгелә ҡатнашыуға бер ниндәй ҡаршылыҡтар юҡ, эшеңде лә күрһәтеп ҡалырға була. Уның һайлап алыу туры ла үҙе бер оҫталыҡ дәресе бит ул. Кемдәр яңы ансамбль төҙөгән, уларға мотлаҡ барып, ошо мөхитте күрергә кәрәк. Балалар башҡорт бейеүенең нимә икәнен күреп, аңлап, үҙҙәре лә ошолай бейергә өйрәнергә теләп, дәртләнеп ҡайтасаҡ. Бейеүҙең техникаһы бер, ул юғары кимәлдә булған хәлдә лә, күңел, рух тигән нәмә етешмәүе ансамблде юҡҡа сығара ала.
Шулай итеп...
Талантлы бейеүселәр күп, әммә фекерле, уйлана белгән бейеүселәр бармаҡ менән һанарлыҡ. Бейеүсе булып сәхнәлә бейеүгә ҡарағанда, уҡытыусы булып белгәнен балаларға өйрәтергә тырышып йөрөгән Денис Рауил улының уңыштарына ҡыуанырға тағы ла форсат сығыр әле киләсәктә, иншалла. Берәүҙең маҡсаты меңдәрҙең күңелендә ут тоҡандырырға һәләтле, шулай бит? Башҡорт бейеүенең асылын, мәғәнәһен аңлаған, бейеү - милләтебеҙҙең рухи бағанаһының бер таяуы тип фекер йөрөткән замандашыбыҙға был йәһәттән даланлы булыуын теләйек.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА