«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№29, 18 - 24 июль, 2020

ТОРАТАУ ИТӘГЕНДӘ

ҠУНАҠХАНА, ҠӘҺҮӘХАНА

Ишембай районындағы Торатау итәгендә ҡурай таҡыяһы рәүешле ете тирмә урынлаштырылыуын күптәр яңылыҡтарҙан ишетеп-күргәндер. 2020 йылдың 3 июлендә "Торатау" геопаркындағы ошо тирмәләрҙән торған эко-отелде асыу тантанаһы уҙҙы.

Эко-отелдә ете номер бар һәм уртала кафе урынлашҡан. Ҡунаҡхана төҙөлөшөндә экологик материалдар - ағас, кизе-мамыҡ файҙаланылған. Бер үк ваҡытта бында 50 кеше ял итә аласаҡ. Һәр бер стандарт номерҙа 6-8 ҡунаҡты урынлаштырыу мөмкинлеге бар. "Бүлмә"ләр эсендә ике ҡатлы карауаттар. Тирмәләрҙең береһе ғаилә өсөн тәғәйенләнгән, унда ике кешелек карауат. Биҙәү материалдары сифатында быяла витраж һәм башҡа ғәҙәти булмаған материалдар файҙаланылған. Туҡтауһыҙ һыу менән тәьмин ителеүсе бәҙрәф бүлмәләре ситтәрәк урынлаштырыла. Стандарт номер хаҡына иртәнге аш индерелгән. "All inclusive " (бөтәһе лә индерелгән) системаһын һайлаусыларға кафела туҡланыу, тауға сәйәхәт, аттарҙа йөрөү, фотосессия, ҡуртымға велосипед тәҡдим ителә. Отель йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Көҙ көндәре тирмәләр кейеҙ менән йылытыла, номерҙы йылытыусы махсус инновацион ҡаҙан ҡуйыла. Отель кафеһында теләгән һәр кем туҡлана ала. Меню исемлегендә иң яҡшы башҡорт аш-һыуҙары иҫәпләнгән ризыҡтар. Геопарк ҡунаҡтарына өсбосмаҡ, бишбармаҡ, ҡымыҙ тәҡдим ителә. Отелдә һәм кафела Ишембай районының тирә-яҡ ауылдарынан йөрөп эшләүселәр хеҙмәтләндерәсәк.
Был объект төҙөлөшө - урындағы "Торатау паркы" коммерция булмаған автоном ойошма менән Ишембай районы хакимиәте ҡатнашлығында урындағы бер нисә эшҡыуарҙың хеҙмәттәшлек өлгөһө ул. Аныҡ проект нигеҙендә берләшеп, улар тәү ҡарамаҡҡа хыял ғына булып тойолған идеянан бер йыл эсендә ысынбарлыҡ яһаны. "Торатау геопаркы " директоры Айнур Саманов әйтеүенсә, сиратта урындағы эшҡыуарҙар йәлеп ителеп башҡарыласаҡ тағы бер нисә проект бар.

бынағайыш
НИМӘ ҠИММӘТКӘ ТӨШӘ: КЕШЕ ҒҮМЕРЕМЕ, ӘЛЛӘ БЕЛЕШМӘМЕ?

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы республика Башлығы ҡушыуы буйынса эскән килеш машина йөрөтөүгә ҡаршы көсәйтелгән эш башланы. 778 иҫерек водитель асыҡланған (10 көн эсендә).

бер кәлимә фекер
ФАЙҘАЛЫ КЕШЕ БУЛАСАҠМЫН!

Аҙаҡ, мин мәктәптән киткәс, был малайҙың ҡустыларын эйәртеп йөрөгәнен йыш күрә инем. Ул йә күрмәмеш булып, йә башын түбән эйеп үтә. Был юлы үҫмер улайтманы. Иҫәнләшмәһә лә, танымағанға һалышманы.

зат-ырыуың кем?
ШӘЖӘРӘ БАЙРАМЫ АСҠЫНДА ҮТӘСӘК

Шәжәрә бик ҙур әһәмиәткә эйә. 16-18-се быуаттарҙа батша хөкүмәте башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын дәлилләү өсөн ҡәбилә-ырыу шәжәрәһенә таяна. Ете быуынды белеү егет ҡорона етеү мәлендә лә ҙур роль уйнай.

беҙҙең әңгәмә
ВИРУС - УЙҘЫРМА ТҮГЕЛ...

Ауырыуҙарҙың хәл-торошо тураһында ҡарар ҡабул иткәндә төп критерийҙарҙың береһе булып сатурация, йәғни ҡанға кислородтың килеүе тора. Үпкә ҙур күләмдә зарарланған икән, пациенттарға үпкәне яһалма елләтеү аппаратының ярҙамы талап ителә.

теманы дауам итеп...
ИКЕНСЕ ТУЛҠЫН БУЛЫРМЫ?

Көҙгө яҡҡа ла яңы инфекция усаҡтары булыр, әммә дөйөм алғанда пандемия кәмеүгә бара. Беренсе тулҡынды оҙаҡҡа һуҙыу дөйөм коллектив иммунитет барлыҡҡа килтерә - ни тиклем күберәк кеше ауырыһа, шул тиклем сирҙең ҡабаттан барлыҡҡа килеү хәүефе кәмей.

табип һүҙе
ЙҮГЕРЕП КЕНӘ ИНФАРКТТАН ҠАСЫП БУЛҺА ИКӘН!

Һәр эштә сама белеү кәрәклеге спортҡа ла ҡағылырға тейеш. Иң мөһиме, "артыҡ май" йыймай ғына оло йәштәргә барып етергә тырышыу зарур. Шул уҡ ваҡытта "хәрәкәттә - бәрәкәт" тигәнде лә онотмайыҡ.

сәләмәтлек әлифбаһы
ХӘРӘКӘТЛӘНӘҺЕҢ ИКӘН ЙӘШӘЙҺЕҢ

Скандинавса атлауҙың сере - техникала. Таяҡ менән атлаусылар мускулдарының 90 процентын көсөргәндерә: арҡа, янбаш һөйәге зонаһы, ҡулдар, ҡулбаштар эшләй, үпкә яҡшы эшләй башлай, йөрәккә ҡан тиҙерәк барып етә.

үәт, шулай!
ЙӘШЕЛСӘНӘН ҺУТТАР ЯҺАП ДАУАЛАН

Тәндең сәләмәтлегенә беренсе аҙым - таҙарыныу. Шуға һуттар ярҙамында дауалана башларҙан алда организмды шлактарҙан таҙартып алабыҙ. Бының өсөн 1 ҡалаҡ глаубер тоҙон 1 стакан һыуҙа иретеп, иртәнсәк эсергә кәрәк.

Иҙрис НОҒОМАНОВ
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ

Берҙән-бер ҡотолоу юлы: үҙенән күпкә көслө, йылғыр йыртҡыстан нисек тә булһа юғарыраҡта осоу. Башҡаһы бирелмәгән. Һәм китте уҙыш! Кем тиҙерәк һәм бейегерәк күтәрелә! Ҡорбан-өкө йәшәү өсөн көрәшһә, бөркөт-аусы ризыҡ өсөн.

ағинәй мәктәбе
БӨРЙӘН СЕРГЕТЫШЫ

Тимәк, сергетыш нигеҙе - кейеҙ. Башҡорттарҙың урын-ер ҡаралдыһы булған кейеҙ йортта ла, арба-санала, тирмәлә, ат өҫтөндә лә киң ҡулланылған. Кейеҙҙе кәзә, һарыҡ, дөйә аҫыраған һәр ерҙә, һәр ваҡытта эшләп була...

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru