БАШҠОРТОСТАН!
ДАНЛЫ ЛА, ШАНЛЫ ЛА ТАРИХЫҢ БАР ҺИНЕҢ!
Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Исеме яңғырауыҡлы ла, яғымлы ла, күңелдәргә яҡын да. Ҡәҙимге, ябай ғына бер өлкә түгел бит: Республика! "Res publika" тигән боронғо латин һүҙенән килеп сыҡҡан был атама йәмәғәт байлығын, уртаҡлыҡты, дөйөм эште лә аңлатҡан заманында. Ни эшләп шулай булмаһын ти: Көньяҡ Урал - иң әүәл аҫаба башҡорттоҡо ғына булһа ла, хәҙер инде бында йәшәгән халыҡтарҙың уртаҡ ере бит, һәм дә республикабыҙ йәшәһен, сәскә атһын өсөн барыһы ла ең һыҙғанып, уртаҡ, дөйөм эштәребеҙҙе башҡара.
һөйөнсө!
ЯҢЫ ИҪКЕ КҮПЕР
Өфөгә ингән юлдағы Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күперҙе 11 октябрҙә, Республика көнөндә, сафҡа индерәләр. 8 октябрҙә уның аша һынау маҡсатында автомобилдәр ебәрелде.
донъя шаңдауы
ЯУАПЛЫЛЫҠ - ЕВРОПА ИҢЕНДӘ
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин үткән аҙнала Сочи ҡалаһында "Валдай" халыҡ-ара дискуссия клубының йыл да үткәрелә торған пленар сессияһы ултырышында ҡатнашты.
беҙҙең дуҫтар
АЛҒА, БЕЛЕМ ИЛЕНӘ!
Гәзитебеҙҙең иң мәртәбәле уҡыусылары һәм тоғро дуҫтары улар, Өфөләге һәм республика ҡалаларындағы башҡорт гимназия һәм лицейҙары коллективтары. Уларҙың етәкселәренә: "Яңы уҡыу йылын ниндәй кәйеф, ниндәй пландар менән башлап ебәрҙегеҙ?"- тигән һорау биреүҙе дауам итәбеҙ.
тарихи йылъяҙма
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
Өфө-II цитаделе - Көньяҡ Уралдың ғына түгел, Көнсығыш Европаның уникаль археологик ҡомартҡыһы. Шуға ҡарамаҫтан, объект әлеге көндә бик насар хәлдә, ундағы күп нәмәләр емерелә, эшлектән сыға бара.
диалог
ТОРМОШТА ҮҘЕҢДЕ ТАБЫРҒА ТЕЛӘҺӘҢ, ХАЛҠЫҢА, ТУҒАН ТЕЛЕҢӘ ХЕҘМӘТ ИТ!
Интернат ул - ҙур трамплин ғына, артабанғы яҙмышың үҙ ҡулыңда. Әгәр һин биргән нәсихәттәргә тоғро булмаһаң, нисек аҙаҡтан мәктәбең тупһаһына аяҡ баҫырһың, уҡытыусыларың йөҙөнә бағырһың?
Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ
ИСЕМЕМ – АЛАҠАЙ - 3
Алаҡайымдың итен тереләй ашап ятҡан ҡорттарҙы мин, әлбиттә, тере биреләй күрҙем. Бер өңдө табып алһам, ҡортон сығармайынса ҡуйманым. Утын ярған ерҙән ҡәләм кеүек осло тап килтерәм дә теге тишекте киңәйтә башлайым.
хәтеркитап
ӘЛЕ ИҪТӘ ШҮЛКӘ БУЙҘАРЫНДА...
Шишмә, усаҡ, һандуғас триоһына дүртенсе ауаз, квартетты тулыландырыусы, тәнебеҙҙе зымбырҙатыусы тап ана шул Зәйнулла ағайҙың ҡурай моңо икән дә.
тарих ярсыҡтары
ҠУРАЙ КӨНӨ... ЙОМАБАЙ ИҪӘНБЕВТЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ ЛӘ ИКӘН
Беҙ асыҡлаған архив документтары буйынса тап 10 октябрь бөйөк ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуған көнө. Тап ошо көн Ҡурай көнө тип республикабыҙ Башлығы тарафынан иғлан ителеүе үҙе бер хикмәт.
афарин!
"КЕШЕГӘ БАЙМАН ТАБЫҒЫҘ!"
Милләтебеҙгә ҡот өрөүсе, яҡшы менән яманды айырырға өйрәтеүсе һәм ҡурсалаусы изге зат. Урал батырҙы нәҡ башҡорттарға ебәрелгән бәйғәмбәр тип тә уйларға мөмкин.
мәҙәни майҙан
ИШЕКТӘР ЙӘНӘ АСЫЛДЫ
Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы үҙенең 93-сө ижад миҙгелен асты. Аристарыбыҙ көс туплап, үҙенең тамашасыларын яңынан-яңы премьералары менән шатландырырға әҙер.
|