ӨФӨБӨҘ - ДАН ҠАЛА!
Башҡортостандың баш ҡалаһына "Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Дан ҡалаһы" тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде. Герой-ҡалаларҙың дәүләт-ара союзы президиумы шундай ҡарар ҡабул итте.
Абруйлы исем өфөләрҙең фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы, хеҙмәт батырлығы, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары, ил өсөн мөһим йылдарҙа республиканың баш ҡалаһына эвакуацияланған завод-фабрикалар, белем биреү, мәҙәниәт йорттары, интеллигенция вәкилдәренең еңеү көнөн яҡынлаштырыу өсөн ҙур фиҙаҡәрлек күрһәткәне өсөн тапшырылды. "Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙың 75 йыллығы уңайынан Өфө ҡалаһына "Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Дан ҡалаһы" тигән халыҡ-ара маҡтаулы исем бирергә", - тиелә Герой-ҡалаларҙың дәүләт-ара союзының Башҡортостандың баш ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин исеменә ебәрелгән хатында.
көнауаз
СЕБЕР КИТӘ ИРҘӘР СЕБЕР КИТӘ ҠЫҘҘАР...
Ир-егеттәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы вахта менән эшләүҙән дә баш тартырға мәжбүр итеп булмай, сөнки был уларҙың конституцион хоҡуғы. Тыуған яҡтарға ҡайтарыу ҙа мөмкин түгел - дәүләт лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итә алмай.
ырыуың кем?
ШАНЛЫ ТАРИХЛЫ ҠАҢЛЫЛАР БЕҘ!
Ҡаңлы ырыуы төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының Ыҡ-Ағиҙел төркөмөнә ҡарай. Этнографтар ҡаңлы ырыуының төп өс бүлеме булыуын билдәләй: ҡыр-ҡаңлы, иҙел-ҡаңлы һәм шәмшәҙе-ҡаңлы. Башҡа башҡорт ырыуҙарындағы кеүек үк, ҡаңлыларҙың да үҙҙәренә генә хас эске ырыу бүленеше бар, ул ара/нәҫел бәйләнештәренән хасил булып, билдәле бер атамаларҙан тора: аҡтау, күкәй, туҫары, ишәй, яҡшый, йөрәктау, көйөк, балғазы һ.б.
диалог
ҒАИЛӘ ИМЕНЛЕГЕ - ИЛ ИМЕНЛЕГЕ,
йәғни Яҡындарына ҡарата көс ҡулланғандарҙы тыйыусы закон бармы?
Ҡорбанды йәберләүсенән яҡлау һәм уның менән аралашыуҙан сикләүгә лә тәртиптәр ҡаты ҡуйылған: сигнал булғандан һәм был хәл теркәлгәндән һуң бер ай ваҡыт йәберләүсе йәберләнеүсеһенә яҡын да килергә тейеш түгел.
хәтерләп...
ТАНЫШ ЙЫР БУЛЫП РӘМИ ҠАЙТТЫ!
Ә өсөнсө фильм бар ошо ҡаҙаныштарҙы һаҡлаусылар тураһында булырға тейеш. Рәми Ғариповты ла республикабыҙға нигеҙ һалған идеяларҙы һаҡлап йәшәгән кеше тип иҫәпләйем.
бәйләнештә
АУЫЛ ҠАТЫНДАРЫ ДОНЪЯ КӨТӘ, ИЖАД ИТӘ
Үҙемде ярата белһәм, мин бөтөнләй икенсерәк йәшәр инемме икән? Үҙ мәнфәғәтемде генә ҡайыртһам, кемдәргәлер ярарға тырышһам, үҙемә тейешлене шатырлатып тартып алһам, мине лә ихтирам итә башларҙар инеме икән?
беҙҙең дуҫтар
ЙОЛАБЫҘ - ГӘЗИТ УҠЫУ
Беҙҙең Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә. 1970 йылда баш ҡаланың уртаһында башҡорт мәктәбе асыуҙы хәстәрләп йөрөүсе зыялыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ һәм улар нигеҙ һалған традицияларҙы һаҡлап килә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
|