«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙОЛАБЫҘ - ГӘЗИТ УҠЫУ
+  - 

Беҙҙең Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә. 1970 йылда баш ҡаланың уртаһында башҡорт мәктәбе асыуҙы хәстәрләп йөрөүсе зыялыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ һәм улар нигеҙ һалған традицияларҙы һаҡлап килә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Был арауыҡ эсендә ниндәй генә үҙгәрештәр булғанда ла белем усағы үҙ асылын юғалтмаған. Беҙҙә 100 процент башҡорт балалары уҡый, уларға 100 процент башҡорт телле уҡытыусылар белем бирә. Балаларына үҙ телен камил белеүҙе маҡсат иткән атай-әсәйҙәр булыуы эшебеҙгә еңеллек килтерә, улар юл йөрөүе ауыр тип зарланып тормай, балаларын Өфөнөң төрлө тарафтарынан йөрөтөп уҡыта. Беҙҙең гимназияны тамамлаған уҡыусылар хәҙер үҙ балаларын йөрөтә, эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусыларыбыҙ ейән-ейәнсәрҙәрен етәкләп алып килә. Белем усағыбыҙҙың бына шундай быуындар бәйләнеше, үҙ йолалары бар.
Бер йолабыҙ - "Киске Өфө" гәзитенә бөтә коллектив менән яҙылыу. Нәшер ителә башлағандан алып гимназиябыҙ был баҫма коллективы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Баш ҡала башҡорттары ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү ниәтендә булдырылған баҫма бөтә республика буйлап милләттәштәрҙе туплаусы, бер фекерле итеүсе лә. Өфө педагогтарының иң яратҡан гәзиттәренең береһе ул һәм беҙ уны иң күп дана менән алдырған белем усаҡтарының береһебеҙҙер, моғайын. Бер ваҡытта ла 20-30 дананан кәмерәк алдырғаныбыҙ юҡ, хатта 50 дана менән дә яҙылғаныбыҙ булды. Бөтә коллективты матур итеп ойоштороп, оҙаҡ йылдар гәзиткә яҙҙырып тороусы коллегабыҙ Менәүәрә Әбделхай ҡыҙы Мәҡсүтоваға бик рәхмәтлебеҙ. Сөнки ул матбуғатҡа яҙылыу осоронда бөтәһен дә әүҙемләштереп, ҡыҙыҡһындырып ебәрә белә. Уҡытыусылар гәзитте дәрестә дидактик материал рәүешендә лә ҡуллана, уҡыусыларға өйгә эште лә ҡайһы саҡ гәзиттең фәһемле мәҡәләләре буйынса әҙерләргә ҡушалар, ә китапханабыҙҙа йыллыҡ тупланмалары һаҡланып бара. Мәктәп - ул белем усағы, шуға ла төрлө фәнни китаптар, художестволы әҫәрҙәр менән бер рәттән, ваҡытлы матбуғатҡа ла балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу бик дөрөҫ сәйәсәт, тип уйлайым. Хәҙерге заманда бөтә кеше көнө-төнө компьютер артында ултыра, телефонды ҡулынан төшөрмәй. Бәлки, ошо тиҙлектән дә, мәғлүмәттең шул тиклем күп ағылыуынан да арыйбыҙҙыр. Һәм бына өйгә ҡайтып, гәзит-журналды ҡулға алып, элекке ваҡыттағы кеүек рәхәтләнеп ҡыштырлатып һәр битен асып ҡарап ултырыуы үҙе бер ял тойола. Ҡағыҙ баҫма уҡыу минең өсөн камиллашыуҙың бер ысулы: телмәрең дә шымара, тел байлығың арта, яңы мәғлүмәтте күп алаһың, замандаштарҙың фекерҙәре менән танышаһың. Ғөмүмән, гәзит һәм китап уҡыуҙы балаларға модалы, бөгөнгө заман талабы итеп күрһәтергә кәрәк. Сөнки улар ҡағыҙ китап уҡып бармай, аудиокитап тиҙәр ҙә, ҡолаҡса ҡуйып тыңлайҙар. Тыңлау менән үҙең уҡыуҙың айырмаһы ҙур, шуға уҡыусыларға үҙ миҫалыбыҙҙа үрнәк күрһәтеп, барлыҡ милли матбуғатҡа яҙылып уҡыйбыҙ.
Әйткәндәй, йәш уҡытыусыларға ла өлгө был йолабыҙ. Студент эскәмйәһенән килгән ҡыҙ-егеттәргә гәзиткә яҙылырға аҡса йыйыу сәйер күренә, мин уны электрон рәүештә лә уҡый алам, тиеүҙәре бар. Гәзит материалдары бер ваҡытта ла иҫкерә торғандарҙан түгел, бигерәк тә беҙ яратып алдырған "Киске Өфө" мәҡәләләрен күпме ваҡыттан кире алып уҡыһаң да актуаллеген юғалтмай. Бына ни өсөн беҙҙең оло йәштәге педагогтар гәзит алдырайыҡ, уҡыйыҡ тип йүгереп йөрөй. Яратып, һәр номерын һағынып көтөп алған "Киске Өфө"нөң беҙҙең белем усағы кеүек үҙ асылын юғалтмай оҙон-оҙаҡ йәшәүен, ҙур дана менән таратылыуын, гәзит уҡыусыларының ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән яңы рубрикалар менән байытылып баҫылып тороуын теләйбеҙ!

Зөлфиә ҒӘЛИЙӘНОВА,
Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы директоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.02.20 | Ҡаралған: 583

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru