ШАЙМОРАТОВСЫЛАР
БӘЙГЕ ТОТТО
Баш ҡаланың күп профилле полилингваль мәктәптәрендә һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге күсмә Кубокка "Ҡышҡы Шайморатов уйындары" үтте.
Ҡатнашыусылар тәүге көндә тигеҙ сафтарҙа йөрөү, йыр башҡарыу кеүек оҫталыҡҡа һынау тотто. Отряд командирҙарының үҙ-ара көс һынашыуы ла мауыҡтырғыс булды. 44-се күп профилле полилингваль мәктәптә педагогтар һәм юғары синыф уҡыусыларынан торған ирекмәндәр "шайморатовсылар" өсөн интеллектуаль квест үткәрҙе. Ул уҡыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарманлыҡ тарихын, бөйөк полководецтарҙың билдәле һүҙҙәренән өҙөмтәләрҙе белеү кимәлен һәм зыян күреүсегә беренсе ярҙам күрһәтеү оҫталығын, атыу ҡоралы менән эш итеү белемен асыҡланы. 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының "Шоңҡар" спорт комплексында төрлө спорт ярыштары үтте. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса 162-се "Смарт" полилингваль мәктәбе командаһы "Ҡышҡы Шайморатов уйындары" еңеүсеһе тип табылды һәм уларға Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге күсмә Кубок тапшырылды. Иң яҡшы күрһәткестәргә эйә уҡыусылар БР Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.
ҡала хакимиәтендә
ДЕПУТАТТАР ХАТАЛАНМАНЫ
Беҙҙә әлегәсә асфальт түшәлмәгән юлдар, инеүе лә ҡурҡыныс булған ихаталар, хәүефле парктар бар. Халыҡ йылылыҡ өсөн хаҡ артыуына борсолоу белдерә, тимәк, тиҙ арала хәл ителергә тейешле системалы проблема бар.
ҡоролтай зыңғыры
РЕСПУБЛИКАНЫ ИҢЛӘЙ ЫРЫУҘАР ХӘРӘКӘТЕ
Ошо көндәрҙә Ҡариҙел районында унлар ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы. Сара Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тормошҡа ашырған "Ырыу ағасы" фольклор фестивале сиктәрендә ойошторолдо.
...ғәҙәттәре күркәм
РУХЛЫ ОСРАШЫУ
Баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Зөлфиә Ханнанова менән "Шиғриәттә халҡым тарихы" тип аталған осрашыу үтте.
көнауаз
ИЗГЕЛЕККӘ ҺЫНАУ БУЛДЫ
Ил буйынса пандемия бәләһе таралғанда профессиональ медицина хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, медицина уҡыу йорттары студенттары ла көрәш сафына баҫты. Улар төрлө йүнәлештәрҙәге табиптарҙы алмаштырҙы, ауырыуҙарға ярҙам итте, йорттарында ғына ултырған ололарҙың хәлен еңеләйтеү өҫтөндә лә эшләне. Шундай ҡыйыу, илһөйәр, батыр йәштәр менән танышып үтәйек.
ҡыҙыҡлы әңгәмә
ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ ЫШАНДЫРЫУ ЫСУЛЫ ДАРЫУҘАРҘАН ҺӨҘӨМТӘЛЕРӘК БУЛЫРҒА МӨМКИН
Тажзәхмәт ауырыраҡ үтә, ул башҡа респиратор сирҙәренә ҡарағанда күпкә мәкерлерәк, шуға бары тик халыҡ медицинаһы менән генә ҡотолоп та булмауын оноторға ярамай.
рәхмәт һүҙе
ХӘЛДӘРЕНӘ ИНӘЙЕК...
Мин бөгөн гәзит уҡыусыларҙы Республика йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһының 8-се бүлеге мөдире, юғары категориялы табип, һаулыҡ һаҡлау отличнигы Фәғилә Ҡотлоғужина менән таныштырып үтмәксе булдым. Бер юлы уға оло рәхмәтемде лә еткермәксемен.
халыҡ дауаһы
ТАШТАР СЕРЕН АСАҺЫ БАР…
Баҡтиһәң, кеше организмы өсөн файҙаһы буйынса кислородтан ҡала икенсе урында кремний (силициум) тора. Кремний етешмәһә, бихисап сирҙәр арта: күҙҙәр ауырта, тырнаҡтар һына, сәстәр ҡойола, һәм башҡалар.
кем балаһы, тиеп...
ӘРТИСЛӘНЕРГӘ ЯРАТЫУЫН БЕР ҘӘ ТЫЙЫП ҠУЙМАНЫҠ
Ул быларҙың барыһын да уйынлы-ысынлы бер мәшәҡәттәр итеп кенә ҡабул итте. Йондоҙ сире лә юҡ унда. Сөнки балалар донъяһында ундай айырымланыу, мин-минлек төшөнсәләре булмай.
тарих һөйләйем
КЕМ УЛ МӨХӘММӘТ-ҒӘЛИ СОҠОРОЙ?
Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой тыумышы менән башҡорттарҙан була һәм байтаҡ ҡына әҫәрҙәрендә үҙенең башҡортлоғон айырым-асыҡ рәүештә күрһәтә. Ул сығышы менән Ирәкте башҡорттарынан була.
афарин!
АТАҠАЙ ҘА, АТЫҢ КҮКМЕ НИ, СЕРГЕТЫШҠАЙҘАРЫҢ СУҠМЫ НИ?
Бөрйән ағинәйҙәренең "Кәрәҙ" халыҡ ҡорамасылар клубы атҡарған эштәр, саралар районда ғына түгел, республикала ла яҡшы таныш. Улар бигерәк тә үҙҙәренең "Ҡорама", "Сергетыш"тары менән танылыу яулай бара.
ағинәй мәктәбе
АЛҒЫШТАР ӘЙТЕП...
Алғышлау - бер-береңә яҡшы мөнәсәбәтле булыуҙы, изге теләк теләүҙе аңлата. Ата-бабалар ауыҙҙан сыҡҡан яҡшы һүҙҙең дә, яман һүҙҙең дә ғаләмде гиҙеп, эйәһенә әйләнеп ҡайтырына ышанған. Шулай алғыштар барлыҡҡа килгән.
|