«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ ЫШАНДЫРЫУ ЫСУЛЫ ДАРЫУҘАРҘАН ҺӨҘӨМТӘЛЕРӘК БУЛЫРҒА МӨМКИН
+  - 


Инде бер йылдан ашыу тормошобоҙға әллә ҡайҙан ер аяғы, ер башынан килеп ингән тажзәхмәттең әсирлегендә йәшәйбеҙ. Һәр беребеҙ тиерлек өйҙә ҡурсаланыуҙа булды, был күренеш әле лә дауам итә. Аралашыу, күберәген, телефон йәки социаль селтәрҙәр аша ғына бара. Медицина хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселек көнө-төнө сир хәүефе тураһында тылҡып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, ҡайһы ваҡыт һаҡлыҡ тураһында онотоп ебәрәбеҙ. Мәкерле вирустарға шул ғына кәрәк тә инде - улар шунда уҡ нескә урынды таба һәм һөжүм итә башлай. Сирләүселәр һаны ла, вафат булыусылар һаны ла көндән-көн арта бара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ковид тураһында һаман да аныҡ ҡына бер нәмә лә белмәйбеҙ тиергә мөмкин. Эйе, ул үпкәне зарарлай, ә башҡа ағзаларға уның тәьҫире ниндәй? Ауырып һауыҡҡандан һуң уның эҙемтәләре күпме дауам итә, был ваҡытты ҡыҫҡартырға мөмкинме? Бөгөн ошо һорауҙарға яуапты "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһы поликлиникаһы буйынса директор урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Альберт ШӘМСЕТДИНОВ менән бергә эҙләйбеҙ.

Альберт Рәшит улы, кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә, тигәндәй, сир организмға килеп эләккәс, күберәк зыян эшләргә тырышалыр инде. Шул уҡ ваҡытта көслө антибиотиктар бер ағзаны дауалай, икенсеһен зарарлай, тигәндәй, төрлөсә тәьҫир итә. Ковид, организмға килеп эләккәс, ниндәй мәкерле эштәр башҡара?

- Сирләп һауыҡҡан категорияны реабилитациялау менән былтыр апрелдән шөғөлләнә башланым. Үкенескә күрә, ошо ваҡыт эсендә нимәгә шаһит булдым: ковид үткәреүселәрҙең барлыҡ эске ағзалары һәм системалары зарарлана. Зыян күрмәгән бер генә ағза ла ҡалмай, тиһәм дә хаталанмам, моғайын. Әлбиттә, беҙ белгәне һәм киң таралғаны - үпкәләрҙең зарарланыуы. Икенсе урынға нервылар системаһын ҡуйыр инем. Бәлки, ауырыуҙы еңел, хатта үҙҙәре лә тоймайынса үткәреп ебәреүселәр ҙә барҙыр, әммә миңә мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр ҡайһыһында тиерлек нервылар системаһының тайпылышын күрәм.
Нервылар системаһына килгәндә, "когнитив етешһеҙлек" тигән матур һүҙ бар. Әммә һүҙе матур булһа ла, уның асылы - хәтер юғалыуы, күптәрҙә транзитор-ишемик һөжүм, йәғни ишемик төр буйынса баш мейеһе ҡан әйләнешенең ваҡытлыса боҙолоуы: аң томаланыу, тәндең ҡайһылыр өлөшөнөң ойоуы, терәк-хәрәкәт ағзалары эшмәкәрлегенең боҙолоуы (аяҡтар тыңламай башлай), ишетеү һәләте насарайыуы, һөйләшеү ауырлашыуы - былар барыһы ла ваҡытлыса ғына күҙәтелә. Халыҡта был торошто инсульт алды торошо тип тә атайҙар, әммә инсультҡа барып етмәй. Шундай ауырыуҙар бик күп. Шулай уҡ инсульт кеүек ауыр өҙлөгөүҙәр ҙә бар.
Күптәрҙә депрессия барлыҡҡа килә һәм йөрәк-ҡан тамырҙары зарарлана. Бында миокардитты билдәләп китергә була, аритмия - йөрәк тибешенең йышайыуы - күҙәтелә. Бындай пациенттар бик күп. Шулай уҡ перикардит - йөрәк ҡаҙнаһында шыйыҡлыҡ йыйылыуы - осрай. Бындай пациенттар ҙа йыш мөрәжәғәт итә. Шуға һәр ваҡыт экокардиография - йөрәккә ультратауышлы тикшереү эшләргә тырышабыҙ, һәм унда ковидтан ҡалған миокардит йәки перикардит билдәләрен күрәбеҙ. Сирҙе үткәргәндәрҙең барыһы ла билдәләгән өҙлөгөүҙәрҙең береһе - ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлегенең боҙолоуы. Бында төрлө теория бар: береһе - дарыу препараттары - антибиотиктар һәм башҡа дарыуҙар ҡулланыу эҙемтәһе, улар ашҡаҙан-эсәк трактына кире йоғонто яһай. Икенсе теория: был теорияны сит ил медиктары белдерә - ҡайһы бер осраҡтарҙа вирус ашҡаҙан-эсәк трактына эләгә һәм уны зарарлай. Күптәр был теорияны ҡабул итмәй, әммә ашҡаҙан-эсәк трактындағы тамырҙарҙа тромбтар барлыҡҡа килеүен инҡар итеп булмай.
Кемдәр антибиотиктар ҡабул иткән, уларҙа күңел болғаныуы, эс күбеүе күҙәтелә, былар барыһы ла көслө дисбактериоз менән бәйле. Мин нимәгә иғтибар иттем: коронавирустан антибиотиктар ҡабул итеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән дисбактериоз ни өсөндөр башҡа этиология һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән дисбактериозға ҡарағанда еңелерәк дауалана. Күрәһең, был хәҙер дауаханаларҙа табиптарҙың барыһына ла дисбактериоз булдырмаусы дарыуҙар биреүенә бәйлелер. Элек быға бик иғтибар биреп бармайҙар ине.
Шулай уҡ күптәрҙә панкреатит күҙәтелә. Был да ашҡаҙан аҫты биҙендә тромбоздар барлыҡҡа килеүе эҙемтәһе һәм дарыуҙар йоғонтоһо. Бауыр тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәйҙер, сөнки барыбыҙ ҙа уның организмды барлыҡ бысраҡтан таҙартҡанын, шул иҫәптән дарыуҙарҙың кире тәьҫирен иң элек үҙенә ҡабул иткәнен белә. Ковид менән сирләп һауығыусылар араһында нормаль бауыр булмай, әммә шуныһы ҡыуандыра - бауыр һәм ашҡаҙан аҫты биҙе дауалауға бирелә һәм тиҙерәк нормаға инә. Сағыштырыу өсөн шундай миҫал килтерергә була: башҡа осраҡтарҙа бауырҙы нормаға килтереү өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителһә, ковидтан барлыҡҡа килгән эҙемтәләрҙән һуң бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеген тергеҙеү еңелерәк. Әммә, алдан әйтеп китеүемсә, нервы, йөрәк-ҡан тамырҙары, үпкә зарарланыуы бик ауыр һәм оҙайлы дауалау талап итә. Шулай уҡ ковид сире тире ауырыуҙарын, мәҫәлән, сабыртма, барлыҡҡа килтереүе мөмкин, әммә минең тәжрибәмдә был бик һирәк күренеш булды.

Йәғни ковид үҙенең һөжүмен комплекслы алып бара. Ә бына ошо эҙемтәләрҙе бер юлы реабилитациялау нисек башҡарыла? Бында төп урында "Зыян итмә!" тигән тәғлимәт торорға тейеш, ә ҡайһы бер саҡта, бер урынды йүнәтеп, икенсеһен ҡыйратыу осраҡтары ла юҡ түгел...

- Әйҙәгеҙ, үпкәләрҙән башлайыҡ, сөнки ковид менән сирләүселәрҙә күберәген үпкәләр зарарланыуы күҙәтелә. Унда үпкә фиброзы, абструктив синдромдың үҫеше, хроник бронхит (бәлки, улар алдан да хроник бронхит менән ауырығандыр, әммә үҙҙәре белмәгәндер, шуға күрә, хроник бронхитты коронавирус эҙемтәһе тип уйламайым - А. Ш.) асыҡлана. Үпкә фиброзы - ул 100 процентҡа ковид эҙемтәһе. Бөгөнгә өс пациенттың таҙа үпкәһендә бронхоэктаз булған фиброз барлыҡҡа килгән. Бронхоэктаз - ул ваҡ ҡына бронхалар урынында муҡсалар барлыҡҡа килә һәм ғүмерлеккә шулай ҡала. Шуға күрә уларҙы, пациенттың хәле тотороҡланғас, операция юлы менән алыу яҡшы. Үкенескә күрә, ошо өс пациенттың бары береһенә генә операция эшләргә мөмкин, сөнки бронхоэктаз бер урында ғына, ә ҡалған икәүҙеке төрлө урындарҙа. Шуға күрә мин бронхоэктаз барлыҡҡа килгән фиброзды иң етди эҙемтә тип һанайым.
Икенсеһе - уҡмашҡан (слипчивый) плеврит. Плевра - ул үпкәнең "күлдәге". Тын алған һайын үпкә күкрәк ситлегенә ҡағыла. Улар бер-береһенә ышҡылмаһын өсөн үпкәнең дә, күкрәк ситлегенең дә үҙҙәренең "күлдәге" бар. Плевра елһенеп, үпкә насар тын алған ваҡытта улар бер-береһенә йәбешә (спайка барлыҡҡа килә). "Слипчивый плеврит" тип ошоно әйтәләр ҙә инде. Ҡайһы берҙә үпкәлә шыйыҡлыҡ йыйылған пациенттар ҙа осрай. Ундайҙар күп түгел. Күпселек осраҡта ҡоро плеврит күҙәтелә һәм барыһы ла сирләгән ваҡытта, унан һуң да күкрәк ауыртыуына зарлана. Ҡайһы берҙә кеше күкрәк ауыртыуын остеохондроз тип уйлай, юҡ, плеврит үҙен шулай һиҙҙертә.

Һеҙҙең поликлиникала был сир эҙемтәләрен нисек дауалайҙар?

- Сатурацияны тыныс торошта тикшерәбеҙ. Шәхсән мин сатурацияны алты минут прогулкала йөрөгөндән һуң билдәләргә яратам. Күптәренең шундай прогулканан һуң сатурацияһы түбән була, улар менән инструктор шөғөлләнә, тын алыу гимнастикаһы эшләтә. Әгәр кемдеңдер прогулканан һуң сатурацияһы, киреһенсә, юғары булһа, тимәк уларға күберәк саф һауала йөрөргә һәм дауалау физкультураһы кәрәк. Йәғни дауа һәр пациентҡа шәхсән һайлана. Шулай уҡ тренажер залына йөрөргә лә, бассейнда йөҙөргә лә мөмкин. Әммә сатурация түбән булғанда физик көсөргәнеш әҙерәк булырға тейеш. Минең талап: алты минутлыҡ прогулканан һуң сатурация түбән булғанда сауна ла, бассейн да, физик көсөргәнеш тә ярамай. Стандарт дауалауға массаж инә, сөнки ул ҡан әйләнешен яҡшырта, ойошҡан урындарҙы йомшарта. Шулай уҡ батҡаҡ менән дауалау ҙа ойошҡан тәнде яҙырға ярҙам итә. Батҡаҡ менән үпкә ауырыуҙарын дауалауҙы хатта уҙған быуаттың 70-се йылдарында уҡ ҡулланалар, сөнки улар үпкә фиброзын бәләкәй ваҡытында һурып ала. Шулай уҡ күкрәк ситлегенә электробатҡаҡ, физиотерапия процедураларының төрлө ысулдарын аралаштырып ҡулланабыҙ. Йәғни пациент килеү менән - бер, 3-4 сәғәттән һуң икенсе физиопроцедура ала.
Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһының да иммунитеты көсһөҙләнгән. Постковид реабилитацияһы ваҡытында иммунитетты көсәйтеү, ҡанды шыйыҡлатыу, уның микроциркуляцияһын яҡшыртыу өсөн иң элек озон терапияһы ҡулланабыҙ, венаны лазер менән дауалайбыҙ. Ашҡаҙан-эсәк тракты зарарланғанда, дисбактериоз асыҡланғанда озон терапияһы тура эсәк аша башҡарыла, ул вена аша эшләнгән йоғонтоға эйә. Бер ыңғай ике ҡуяндың ҡойроғон тотабыҙ: иммунитетты ла күтәрәбеҙ, дисбактериозды ла дауалайбыҙ, асыҡ сей яраларҙың бөтәшеүенә лә булышлыҡ итәбеҙ.

Озон терапияһы, лазер терапияһы... Медиктар өсөн ул ябай термин, ә бына гәзит уҡыусыларға ябай телдә нисек аңлатырға?

- Физраствор озон тәьҫире аҫтында тотола һәм һуңынан укол итеп ҡаҙала. Ректаль юл менән эшләгәндә иһә тәүҙә клизма ҡуйылып, эсәктәр таҙартыла, һуңынан озон газы ебәрелә. Әлбиттә, күптәр ректаль ысулды бик өнәмәй, әммә ашҡаҙан-эсәк трактын дауалау өсөн ул һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Тағы бер мәлгә иғтибар итергә кәрәк: бауыр зарарланғанда озонды эсәк аша индерһәк, ул бауырға ла ыңғай йоғонто яһай, йәғни уның тәьҫире вена аша индереүгә ҡарағанда һөҙөмтәлерәк. Өсөнсө вариантта озон терапияһын үпкәлә фиброзға шик булғанда, йәғни барлыҡҡа килгән усаҡтарҙы таратыу өсөн ҡулланабыҙ: венанан 12 миллилитр ҡан алып, ул озонлаштырыла һәм мускулға (внутримышечно) ҡаҙала, һөҙөмтәлә организмда актив матдәләр барлыҡҡа килә һәм улар организмдағы теләһә ниндәй фиброзды тарата. Әлбиттә, венаға эшләнгән лазер көслөрәк йоғонто яһай, шуға күрә, пациенттың веналары яҡшы икән, мотлаҡ веналарға яһарға кәрәк. Әгәр веналар насар булғанда, вена тамыры өҫтөнә эшләнә. Был ысул да иммун, нервылар системаһын нығыта, ҡан әйләнешен яҡшырта, йәғни ҡанды шыйыҡландыра.
Тағы бер ысул ҡулланабыҙ: көкөрт-водород ваннаһы. Ванна ҡабул иткәндән һуң барыһының да тәндәре ҡып-ҡыҙыл була. Был ҡыҙыллыҡ көкөрт-водородтың тәьҫире менән аңлатыла, тәндә ҡыҙыллыҡ ни тиклем көслөрәк, организмдың эске ағзалары туҡымаларында ла шундай уҡ үҙгәрештәр бара, сөнки кеше ҡабул иткән көкөрт (сера) тире аша инеп ҡанға эләгә. Әлбиттә, сероводород ваннаһынан һуң пациенттарҙан икенсе көнөнә лә көкөрт еҫе килә, тимәк, ҡан әйләнешендә көкөрт һаман да бар, тимәк, барлыҡ ағзаларҙа һәм туҡымаларҙа ҡан әйләнеше яҡшыра. Беҙ тап шифахана территорияһында урынлашҡан тәбиғи сығанаҡтан көслө концентрациялы көкөрт-водород ҡулланабыҙ.
Артабан - ҡоро углекислый ванналар. Уларҙы ҙур дозала бирергә кәрәк, әммә технологияларҙың боҙолмауын, пациенттың ҡоро пар менән ағыуланмауын күҙәтеп торорға кәрәк. Унда туғыҙ режим бар һәм мин пациенттарыма туғыҙынсы режимды тәғәйенләйем, сөнки был осраҡта организмда шунда уҡ ҡандың сатурацияһы, йәғни ағзаларҙың ҡан менән тәьмин ителеү күләме арта.
Шулай уҡ барокамера менән дауалау тәғәйенләнә, йәғни юғары баҫымлы кислород бирелә. Хәҙер инде коронавирус инфекцияһын дауалағанда организмды кислород менән тәьмин итеү төп маҡсат булып тора. Сатурация түбән тиҙәр икән - тимәк, туҡымаларҙағы кислород кимәле түбән.
Дауалауҙа бына ошо ысулдарҙы бигерәк тә йыш ҡулланабыҙ, дөрөҫөрәге, ошо процедуралар комплексын тәҡдим итәбеҙ.

Аңлауымса, был процедуралар барыһы ла түләүле. Әлбиттә, кемдең мөмкинлеге бар - улар был процедураларҙы ала, ә мөмкинлеге булмағандар, ауыл халҡы... Тажзәхмәт бит уларҙы ла урап үтмәй. Ауылдарҙа ла сир кешеләрҙең үпкәһен 80 процентҡа тиклем зарарлай. Бәлки, ниндәйҙер ташламалар барҙыр?

- Беҙ шифахана булғас, эйе, барлыҡ процедуралар ҙа түләүле. Коронавирус сирен үткәреүселәр өсөн ниндәйҙер ташламалар, программалар юҡ. Әлбиттә, Башҡортостан Хөкүмәтенең һөнәри бурысын үтәгәндә тажзәхмәт йоҡтороп сирләгән хеҙмәткәрҙәрҙе шифаханаларға реабилитацияға ебәреү тураһындағы ҡарары бар. Улар - медицина хеҙмәткәрҙәре, социаль хеҙмәткәрҙәр, карантин иғлан ителгән социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре (балалар йорттары, интернаттар, ҡарттар йорттары һ.б.), уҡытыусылар (әгәр белем усаҡтарында карантин иғлан ителһә), полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр. Уларға сертификаттар бирелә һәм шуның буйынса бушлай реабилитация курсы үтәләр.

Әңгәмә башында уҡ коронавирус менән сирләүселәрҙә неврылар системаһының ҡаҡшауы, депрессия барлыҡҡа килеүе тураһында әйтеп киттегеҙ. Реабилитация үтеүселәр өсөн психотерапевт хеҙмәте ҡараламы? Ғөмүмән, ундай ярҙам кәрәкме?

- Мейенең ҡан әйләнешен яҡшыртыусы, нервылар системаһын нығытыусы процедуралар тураһында әйтеп торманым, улар дөйөм комплексҡа инә. Ғөмүмән алғанда, пациенттарҙың барыһына ла психотерапевт ярҙамы тәҡдим ителә. Был йәһәттән проблема юҡ, әммә пациенттар күпселек осраҡта психотерапевҡа йөрөргә яратмай. Тәжрибә күрһәтеүенсә, психика, нервылар системаһы яғынан барлыҡ үҙгәрештәр дөйөм дауалау фонында үҙ аллы үтә. Постковид реабилитацияһы үтеүселәрҙә был тайпылыштар тиҙ - 10-20 көн эсендә нормаға инә. Миңә реабилитацияға килеүселәрҙән ни бары ике кеше генә психотерапевт хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте.

Күптәр медикаменттарға ҡарағанда халыҡ дауаһына өҫтөнлөк бирә. Һеҙҙең халыҡ медицинаһына ҡарашығыҙ?

- Бик ыңғай ҡарайым. ОРЗ, ОРВИ, киҙеүҙе профилактикалауға, уны булдырмауға, сирләгәндән һуң организмды тергеҙеүгә йүнәлтелгән барлыҡ ысулдар һәм мөмкинлектәр коронавирусты профилактикалауға ла ярай. Бары тик шуны аңларға кәрәк: тажзәхмәт ауырыраҡ үтә, ул башҡа респиратор сирҙәренә ҡарағанда күпкә мәкерлерәк, шуға бары тик халыҡ медицинаһы менән генә ҡотолоп та булмауын оноторға ярамай. Шул уҡ ваҡытта профилактиканы алдан башлағанда һәм даими ҡулланғанда тажзәхмәтте еңел үткәрергә мөмкин. Шуға мин лимон, имбер, ҡымыҙ, әрем ҡулланыуға ҡаршы түгел, әммә рәсми медицинаны ла инҡар итергә кәрәкмәй. Халыҡ медицинаһы - ул профилактика өсөн яҡшы.

Шулай уҡ кеше үҙендә булған эске механизмды, эске ҡеүәтте лә ҡуллана ала бит, мәҫәлән, үҙеңде ышандырыу (самовнушение). Бөгөн уй, фекер шул тиклем ҙур көскә эйә, әммә сир алдында был мөмкинлек бөтөнләй онотола ла ҡуя...

- Әгәр кеше мөкиббән китеп ышана икән, үҙеңде ышандырыу менән хатта сирҙе лә еңергә, ул ғына ла түгел, теләһә ниндәй ауырыу менән бәйләнештә булғанда ла сирләмәҫкә мөмкин. Беҙҙең барлыҡ депрессия, үҙ-үҙеңде ышандырыу иммун системаһына йоғонто яһай. Әгәр кеше, сирләйем, тип үҙенә һеңдермәһә, ул сәләмәт килеш ҡалыуы ла, сир уны урап үтеүе лә ихтимал. Шуға һау-сәләмәт булыуыңа, һиңә бер ниндәй ҙә сир-зәхмәт ҡағылмаясағына ышанырға кәрәк. Юҡҡа ғына медицинаға плацебо термины килеп инмәгән бит. Быны тәжрибә лә раҫлай, йәғни бер төркөмдө дарыу препараты, икенсе төркөмдө ябай һыу менән дауалайҙар һәм һөҙөмтәне сағыштырып ҡарайҙар. Үҙеңдең фекер, һүҙ көсөң көслө икән, ышандырыу ысулы дарыуҙан һөҙөмтәлерәк тә булыуы мөмкин.

Шулай итеп...
Йәш, һау-сәләмәт ваҡытта организмды файҙалы матдәләр менән туҡландырып тороу, уға ныҡ, көслө булырға ярҙам итеү тураһында уйлап та ҡарамайбыҙ, сир "әсирлегенә" эләккәс, ниндәй мөмкинлек бар - барыһын да ҡулланырға тырышабыҙ, әммә үҙенә уңайлы урын тапҡан вирустар һәм бактериялар ғына беҙҙең организмды тиҙ генә ташлап киткеһе килмәй интектерә. Сир ботлап инһә лә, мыҫҡаллап сыға, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр инде. Һәр хәлдә, уның сыҡҡан ваҡытын оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, организмыбыҙға мәлендә ярҙам итергә өлгөрһәк ине.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.21 | Ҡаралған: 610

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru