«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАҠАЙ ҘА, АТЫҢ КҮКМЕ НИ, СЕРГЕТЫШҠАЙҘАРЫҢ СУҠМЫ НИ?
+  - 

Бөрйән ағинәйҙәренең "Кәрәҙ" халыҡ ҡорамасылар клубы атҡарған эштәр, саралар районда ғына түгел, республикала ла яҡшы таныш. Улар бигерәк тә үҙҙәренең "Ҡорама", "Сергетыш"тары менән танылыу яулай бара.

Беҙҙең ағинәйҙәр көнкүрештә ҡулланыуҙан төшөп ҡалып, онотолоуға дусар була барған ҡорамаларҙы ла, сергетыштарҙы ла ғаиләләрҙә һаҡланған боронғо өлгөләрҙән ҡарап өйрәнеп, шулар нигеҙендә районыбыҙҙың бөтә ауылдарында тиерлек оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, милли ҡомартҡы булараҡ тергеҙеүгә өлгәште. Мәҫәлән, сергетыштың ҡомартҡы булараҡ ҡына түгел, ә байрамдарҙа, туйҙарҙа, ҡунаҡтар алдында ҡулланыр милли ҡаралты булараҡ та тергеҙелергә тейеш икәне раҫланды. Шуға күрә Бөрйән ағинәйҙәренең йыл да Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саналы аттар һәм һыбайлылар ярыштарын ҡорамалар һәм сергетыштар менән байрамса биҙәүе үҙе бер матур йолаға әйләнде. Быйыл да ошо сарала сергетыш күргәҙмәһе ойошторолдо һәм иң яҡшы эштәргә конкурс иғлан ителде. Шуныһы ҡыуаныслы, район ауылдарында был эшкә ең һыҙғанып тотоноусы оҫталар арта бара.
Тәғәйен көндө ҡаты һыуыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, үҙҙәренең иң матур эштәре менән Күҙәмбәт яланына йыйылды ҡорамасылар. Күҙҙе сағылдырырлыҡ аҡ ҡар ҡаплаған яланда тарттырылған тимер сымға эленгән сергетыштар күҙҙең яуын ала! Быйыл район хакимиәте тарафынан ағинәйҙәрҙең күҙ нурын түгеп башҡарған был эштәренә конкурс сиктәрендә баһа ҡуйылыуы шатландыра. Мәҫәлән, Кейекбай ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Гөлдәр Сөләймәнова командаһы менән дә, шәхси эштәре менән дә матур уңышҡа өлгәште һәм быйылғы конкурста 1-се урын яуланы. Жюри тарафынан "Кәрәҙ"се Мәҙинә Барыева - 2-се урынға, Иҫке Монасиптан Миңлегөл Бикмәтова 3-сө урынға лайыҡлы тип баһаланды.
Беҙҙең эштәребеҙгә Өфөнән килгән мәртәбәле ҡунаҡтарҙың һоҡланыуы тағы ла нығыраҡ күңелдәрҙе күтәрҙе. "Ағиҙел" берекмәһе етәксеһе Гүзәл Кәримованың баһаһы буйынса, республика кимәлендә сергетышты Бөрйәндең бренды итеп танытыуға өлгәштек шикелле. Барыһы ла билдәләүенсә, сергетыш ҡулланмаһаң, тирмәләрҙең биҙәлеше камил булып етмәй. Шуға күрә Бөрйән ағинәйҙәре һәм оҫта ҡатын-ҡыҙҙары алдында әле эш күп был йүнәлештә.

Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Бөрйән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.21 | Ҡаралған: 587

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru