«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАШТАР СЕРЕН АСАҺЫ БАР…
+  - 


"Киске Өфө" гәзитендә "Кешелектең иң боронғо юлдашы ул таштар" тигән яҙманы уҡығас, шул турала белгәндәремде яҙырға булдым әле. Беҙ, тәбиғәт йәнле ағинәйҙәр булараҡ, йыш ҡына тау-таштар араһын гиҙәбеҙ, өйрәнәбеҙ, күҙәтеүҙәр алып барабыҙ. Беҙҙең ауыл янында ла шундай мөғжизәле Ташморон тип аталған ҡая бар. Уның хаҡында "Киске Өфө"гә 2017 йылда яҙғайным. Ошо дүрт йыл эсендә байтаҡ яңы мәғлүмәттәр тупланыҡ. Ул айырым һөйләшеү темаһы, әлбиттә. Ә хәҙер мин таштарға бәйле ҡайһы бер хәлдәрҙе генә телгә алып үтәйем, тинем.

Күҙҙәрҙе ял иттерәм…

Бер ваҡыт Әлмирә исемле әхирәтем "Һиңә кәрәк буласаҡ", тип, ҡулыма бер йоморо ҡара таш тотторғайны. Был хәл бынан ун биш йылдар самаһы элек булды. Был хәлдең хәтеремдә уйылып ҡалыу сәбәбе лә бар: шул йылда хаҡлы ялға сығып, компьютерҙа эшләргә өйрәнә генә башлағайным. Теге бәләкәй генә ҡош йомортҡаһына оҡшаған оҙонса ҡара ташты ҡарайым да кире һалып ҡуям. Ташларға ҡыймайым, "Һиңә кәрәк буласаҡ", тигәнде иҫтән сығармайым. Йәнә осрашырға яҙғанда: "Уны ҡайҙан алдың?" - тип һораным. Күпме генә тырышмаһын, ташты ҡайҙан алғанын хәтеренә төшөрә алманы әхирәтем. "Миңә мәғлүмәт килә һәм тиҙ генә юғала", - тине. Бер мәл минән берәү: "Компьютерҙа ултырғандан һуң күҙҙәреңдең арығанын нисек бөтөрәһең?" - тип һораны. "Ә һин нисек бөтөрәһең?" - тип, һорауға һорау менән яуап бирәм. "Яҙынып бөткәс, сей бәрәңгене ҡырып, шуны күҙ ҡабағымдың өҫтөнә һалам", - тип аптыратмаҡсы был. "Ундай алымдарым байтаҡ ул минең. Компьютерҙы салауат әйтеп асам һәм ябамын. Кискеһен эш бөткәс, ҡалаҡҡа һыу һалам (шишмә һыуы яҡшыраҡ). Шул һыу өҫтөнә Фәтихә, Ихлас сүрәләрен уҡыйым. Эйелеп, күҙҙәремде алмаш-тилмәш шунда тотам. Күҙҙең аҫҡы моҡсайына эләккән ҡыл һ.б. шуның кеүек сүп-сар һыуға сыға. Имеҙгән әсә күҙҙәренә имсәк һөтө һала ала, һыйыр һөтөн дә күҙгә һалғаным булды…" - тип теҙеп китәм. "Улай икән…" - ти танышым, уйланып. Шул саҡ теге үҙемдә оҙаҡ йылдар эшһеҙ ятҡан таш иҫемә килеп төштө. Һәм кисен, йоҡларға ятыр алдынан, уны күҙ ҡабағым өҫтөндә алмаш-тилмәш тота башланым. Шул ваҡыттан алып уны "күҙташ" тип атаным. Ысынлап та, күҙҙәргә ял биреүе һиҙелде… Таштарҙың шифаһы хаҡында күберәк белергә теләп, мин биология-химия уҡытыусыһы Ишморатова Лариса Ғирфан ҡыҙына мөрәжәғәт иткәйнем. Ул бына ниндәй мәғлүмәт бирҙе: баҡтиһәң, кеше организмы өсөн файҙаһы буйынса кислородтан ҡала икенсе урында кремний (силициум) тора. Кремний етешмәһә, бихисап сирҙәр арта: күҙҙәр ауырта, тырнаҡтар һына, сәстәр ҡойола, һәм башҡалар. Лариса Ғирфан ҡыҙы миндәге ташты ҡараны ла, унда балсыҡ менән кремний ҡатнашмаһы кремнезем барлығы тураһында әйтте. Ундай ҡатнашмалар аҡ, күк балсыҡ, шифалы ләмдә, диңгеҙ һыуҙарында, минераль һыуҙарҙа, балсыҡташтарҙа, картуф ҡабығында, әрем, меңъяпраҡ үләндәрендә барлығын да белдем. Организмда кремний тейешле миҡдарҙа булмаһа, күпме генә аҡбур ҡулланма, барыбер кальций үҙләштерелмәй икән. Был бигерәк тә йөклө ҡатындарға ҡағыла. Шул сәбәпле ауырлы әсәләр аҡбур көҫәй. Ҡайһы берәүҙәрҙең аҡ балсыҡ ашауҙарының сәбәбе хәҙер аңлашыла. Йәш баланың һейҙегендә лә кремний бар икән.

Тағы бер ҡара таш…

Бер мәл аят табыны тамамланғас, ағинәйҙәр менән әлеге таш тураһында һүҙ сыҡты. Миндәге кеүек ҡара таш Гүзәл тигән ҡатында ла булған икән. Уны әле йәшәгән йортоноң бәрәңге баҡсаһынан табып алған. Килтереп күрһәтте был. Ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡараныҡ. Күңелдә тик бер һорау тора: кем һәм уны ни өсөн файҙаланған? Ололарҙан һораштыра торғас, бына ниҙәр асыҡланды: әлеге Ҡәйүмова Гүзәл йәшәгән йорт урынында бынан ярты быуат элек Ҡобара (мәғәнәһе аура була икән) әбейе менән Иғытулла бабай йәшәгән. Бабай дегет ҡайнатып һатыусы, әбейе таштар ярҙамында сирлеләрҙе имләүсе булараҡ халыҡ хәтерендә ҡалған. Үҙҙәре вафат булғас, әлеге таш унда-бында ҡағылып йөрөгәндән аҙаҡ, баҡсала урынын таба. Гүзәл шуны табып ала һәм өйөнә алып ҡайтып, ауҡам урынға һалып ҡуя. Беҙҙең ауылдағы музейға экскурсияға бер ханым килгәйне. Музейҙа ла һаҡлана бер йомро таш. Әлеге ханым уны ҡулында тотоп ҡараны ла: "Был таш каруан менән килгән. Ауылда уның йәнә ике ише бар икән", - тип аптырауға ҡалдырмаһынмы (миндәге һәм Гүзәлдәге ул таштарҙы ҡайҙан, нисек белде икән, тип һаман аптырайым). Уның һүҙҙәрен раҫлауҙан башҡа бүтән сара тапманым…

Йәй ташы

Минең архивта 1996 йылдағы "Башҡортостан" гәзите һаҡлана. Унда Фәсхетдин Ишбулдин тигән авторҙың таштар коллекцияһы тураһындағы яҙмаһы баҫылған. Ейәнсурала тыуып үҫкән был ир Ырымбур өлкәһенең Бәкәтәр ауылы тауҙарынан йыйған таштарын бер сумаҙанға тултырып, редакцияға килә. Уның таштар коллекцияһында хатта аҫҡы яғы йомро, өҫкө яғында йөрәкте хәтерләткән таплы Йәй ташы ла булған. Мине бигерәк тә уның ҡулланылышы ҡыҙыҡһындырҙы. Шул юлдарҙы ҡабат-ҡабат уҡыным… Борон ямғырҙар оҙон-оҙаҡ яуып йонсотһа, йә иһә, ҡоролоҡ көсәйһә, үҫәргән ырыуы халҡы иң бейек тауға күтәрелгән. Усаҡ яҡҡандар. Һыу тулы таш ҡаҙанға Йәй ташын һалғандар: уның яҫы яғы ҡаҙан төбөнә, ә йөрәк яғы өҫкә ҡарап ятырға тейеш икән. Усаҡҡа утын өҫтәп торған ыңғайы Аллаһы Тәғәләнән ямғырҙы туҡтатыуын һорағандар. Һәм күҙ алдында ҡуйы болоттар таралышҡан. Көн аяҙыған. Был йолаға бар ауыл халҡы шаһит булған. Беҙҙең музейҙағы әлеге йомро таштың да өҫкө яғында йөрәккә оҡшаш нәмә бар. Кем белә, бәлки ул да Йәй ташылыр? Нисек кенә булмаһын, беҙ таштарҙың серен белеп бөтөрмәйбеҙ шул. Ул серҙәрҙе ата-бабалар белгән, таштар менән дауалау башҡорт халыҡ медицинаһында төп урындарҙың береһен алып торған. Тик ул белемде беҙ юғалтҡанбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

Әйткәндәй, "Киске Өфө" гәзитендә лә (9-сы һан, 2018 йыл) Йәй ташы тураһында этнограф Әминев Закирйән бик ҡыҙыҡлы мәҡәлә менән сығыш яһағайны. Төрөк теленән башҡорт теленә тәржемә ителеп, 1998 йылда Башҡортостан "Китап" нәшриәте тарафынан "Шаманизм тарихта һәм бөгөн" тигән китап баҫтырып сығарыла. Уның 14-се бүлеге "Яҙа (йәй ташы) һәм ямғыр тылсымдары" тип атала. Зәкирйән Әминев үҙенең ошо йоланы нисек атҡарғандарын күргәненә нигеҙләнеп, "Ямғыр саҡырыу" йолаһының беҙҙең замандарға бер ниндәй үҙгәрешһеҙ килеп еткәнен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был мәҡәләнең дауамы бигерәк ҡыҙыҡлы ине. Йәй ташының ҡулланылышы тураһында автор мажаралы формала бәйән иткәйне. Шул һанды табып уҡырға кәңәш итәм ҡыҙыҡһыныусыларға. Ғөмүмән, өйрәтәһе ололар барҙа башҡорт халыҡ дауалау алымдарын берәмтекләп йыйһаҡ ине, тигән теләктә ҡалам.

Зөбәйҙә ҠӘЛӘМОВА,
Учалы районы Сораман ауылы ағинәйе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.21 | Ҡаралған: 1212

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru